Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Оҫта табип — оло табыш
Оҫта табип — оло табышӨфөлә йәшәүсе йәш әсәләрҙең күбеһе табип Эдуард Сәмиғуллинды яҡшы белә. Эш шунда: үҙәк нервы системаһы ауырыуҙары менән донъяға тыуған сабыйҙар йылдан-йыл күбәйә һәм уларҙы мөмкин тиклем иртә дауалай башларға кәрәк. Ә дауаларҙан элек диагнозды ла дөрөҫ ҡуйыу зарур. Бөтә педиатрҙың да ҡулынан килерлек түгел был эш. Бәпестәре сирле булып тыуған әсәйҙәр байтаҡ йылдар инде даны телдән телгә күскән табип Сәмиғуллинға күренергә тырыша. Егерме алты йыл сабыйҙарҙы дауалау менән шөғөлләнгән белгес, үҙе уйлап тапҡан һәм һынаған методика буйынса неврологик һәм нейроортопедик массаж яһап, бик күп балаларҙы аяҡҡа баҫтырған.
Хәҙер билдәле белгесте табыу еңелләште — Эдуард Сәмиғуллин 2009 йылда неврология һәм ортопедия балалар клиникаһын асты. “ЕвропЭд” тип аталған был клиникала нервы системаһы зарарланған, шулай уҡ церебраль фалиж, тыуғанда травма алыу, кәкре тәпәйлелек, янбаш быуындары дисплазияһы, сколиоз, бүтән төрлө умыртҡа зәғифлеге, хатта аҡыл һәм телмәр тотҡарланыуы кеүек кәмселектәрҙән яфаланған сабыйҙарҙы ҡарайҙар һәм дауалайҙар.
Клиникала төрлө йүнәлештә махсуслашҡан юғары белемле оҫта табиптар эшләй. Улар бәпестәрҙе донъяға килгән көндәренән башлап күҙәтеү аҫтына ала, сөнки диагнозды ни тиклем иртә ҡуйып, дауалай башлаһаң, ауырыу эҙемтәләренең киләсәктә кире сағылыш тапмаҫына ышаныс та шул тиклем көслөрәк була. Һәр хәлдә уны кәметеү ихтималлығы ҙур. Фән докторҙары һәм кандидаттары — педиатр, ортопед, невролог, нейрохирург-невролог, хирург, мануаль терапевт, психолог, кардиолог, УЗИ врачы, отоларинголог, уролог сабыйҙарҙы һәр яҡлап тикшерә. Офтальмологияла ҙур тәжрибәгә эйә ике табип — Винера Нафиҡова менән Светлана Ғүмәрова кескәйҙәрҙе күҙ ауырыуҙарынан дауалай. Балаһының киләсәк яҙмышын уйлаған, уның һау-сәләмәт булыуын хәстәрләгән атай-әсәйҙәр өсөн “ЕвропЭд” клиникаһы — үҙе бер табыш ул.
Г. ӘМИНЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә