Өфөлә йәшәүсе йәш әсәләрҙең күбеһе табип Эдуард Сәмиғуллинды яҡшы белә. Эш шунда: үҙәк нервы системаһы ауырыуҙары менән донъяға тыуған сабыйҙар йылдан-йыл күбәйә һәм уларҙы мөмкин тиклем иртә дауалай башларға кәрәк. Ә дауаларҙан элек диагнозды ла дөрөҫ ҡуйыу зарур. Бөтә педиатрҙың да ҡулынан килерлек түгел был эш. Бәпестәре сирле булып тыуған әсәйҙәр байтаҡ йылдар инде даны телдән телгә күскән табип Сәмиғуллинға күренергә тырыша. Егерме алты йыл сабыйҙарҙы дауалау менән шөғөлләнгән белгес, үҙе уйлап тапҡан һәм һынаған методика буйынса неврологик һәм нейроортопедик массаж яһап, бик күп балаларҙы аяҡҡа баҫтырған.
Хәҙер билдәле белгесте табыу еңелләште — Эдуард Сәмиғуллин 2009 йылда неврология һәм ортопедия балалар клиникаһын асты. “ЕвропЭд” тип аталған был клиникала нервы системаһы зарарланған, шулай уҡ церебраль фалиж, тыуғанда травма алыу, кәкре тәпәйлелек, янбаш быуындары дисплазияһы, сколиоз, бүтән төрлө умыртҡа зәғифлеге, хатта аҡыл һәм телмәр тотҡарланыуы кеүек кәмселектәрҙән яфаланған сабыйҙарҙы ҡарайҙар һәм дауалайҙар.
Клиникала төрлө йүнәлештә махсуслашҡан юғары белемле оҫта табиптар эшләй. Улар бәпестәрҙе донъяға килгән көндәренән башлап күҙәтеү аҫтына ала, сөнки диагнозды ни тиклем иртә ҡуйып, дауалай башлаһаң, ауырыу эҙемтәләренең киләсәктә кире сағылыш тапмаҫына ышаныс та шул тиклем көслөрәк була. Һәр хәлдә уны кәметеү ихтималлығы ҙур. Фән докторҙары һәм кандидаттары — педиатр, ортопед, невролог, нейрохирург-невролог, хирург, мануаль терапевт, психолог, кардиолог, УЗИ врачы, отоларинголог, уролог сабыйҙарҙы һәр яҡлап тикшерә. Офтальмологияла ҙур тәжрибәгә эйә ике табип — Винера Нафиҡова менән Светлана Ғүмәрова кескәйҙәрҙе күҙ ауырыуҙарынан дауалай. Балаһының киләсәк яҙмышын уйлаған, уның һау-сәләмәт булыуын хәстәрләгән атай-әсәйҙәр өсөн “ЕвропЭд” клиникаһы — үҙе бер табыш ул.
Г. ӘМИНЕВА.