Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр сәғәте хәтерҙә…
Бөйөк Ватан һуғышы осоро менән бала саҡтан ҡыҙыҡһынам, сөнки ике олатайым да һуғышта булған.

Ғәйзулла Ғафаров 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән, яуҙа алған яранан һуҡыр ҡалған. Уны күрергә насип булманы. Шулай ҙа олатайҙың иҫтәлектәрен гел һөйләй торғайнылар.
Икенсе олатайым (беҙ уны ҡартатай тип йөрөттөк) Миҙхәт Алмаев “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған. Һуғыш тураһында һөйләргә яратмаһа ла, бер осраҡты йыш хәтерләй ине: уның иңбашы яралана. Тейгән пуля беҙҙеке була. Ҡартатайҙы, үҙеңә үҙең атҡанһың тип, саҡ трибуналға ебәрмәйҙәр. Пуляны тартып сығарған хирург ҡына яҡлап алып ҡала. Кемдер ҡартатайға яңылыш атҡан, күрәһең. Бәлки, арттан йүгергән һалдаттың пуляһы тейгәндер. Хирургтың нигеҙле дәлилдәре арҡаһында ғына рядовой Алмаев иҫән ҡала.
Ошо хәтирәләр күңелгә ныҡ уйылған. Ғөмүмән, һуғыш ветерандары менән осрашыу, уларҙың иҫтәлектәрен яҙып алыу — минең өсөн оло бер ваҡиға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡасандыр осрашҡан ветерандарҙың күбеһе беҙҙең арала юҡ инде. Әңгәмәләр ваҡытында: “Һуғыштың хәтергә уйылып ҡалған бер мәлен иҫкә төшөрөгөҙ әле”, – тип һәр ветерандан һорайым. Уларҙың иң тетрәндергес яуаптарына Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 68 йыл тулған көндәрҙә йәнә бер туҡталғым килә.

Һәр сәғәте хәтерҙә…Хәйҙәр ҒИЛМАНОВ (Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында тыуған. Һуғышҡа 17 йәшендә 1943 йылда алына. 3-сө удар армия составында Балтик буйында тәүләп яуға инә. Риганы азат итеүҙә ҡатнаша. Яраланып, госпиталдә дауаланғандан һуң, 1-се Белоруссия фронтына ебәрелә. 5-се удар армияның уҡсылар полкында взвод командиры булып хеҙмәт итә):
— Һуғыштың хәтерҙә уйылып ҡалған бер осоро — 1945 йылдың 7 мартынан 8-енә ҡараған төн.
Кюстрин плацдармы өсөн ҡаты һуғыш бара. Одер йылғаһының ҡушылдығы Вартаны йөҙөп сығырға кәрәк. Һөжүм ҡараңғыла башланды. Йылға аша үткәндә байтаҡ яуҙашыбыҙҙы юғалттыҡ. Беҙҙең взводҡа ҡаланың торбаларына табан барырға бойороҡ бирҙеләр. Йылғаны сыҡҡас, урам һуғыштары башланды. Тирә-яҡ гөрһөлдәй. Өйҙәр яна, стеналар ишелеп төшә. Мәхшәр! Шулай ҙа беҙ үтеп барған урамда тып-тыныс. Ғәжәп! Шул саҡ бер йорттоң өҫкө ҡатында йәшеренгән пулеметсы беҙгә ҡаршы ут асты. Ҡайһы бер һалдаттар шунда уҡ ергә ҡоланы, ә беҙ стеналарға һырындыҡ. Баш осомда ғына тәҙрә булғанын шәйләп ҡалдым да шунда ырғып мендем. Яуҙаштарымды ҡайышым менән һөйрәп күтәрә башланым. Кемделер мендереп өлгөрәм, кемдер, йәбешкәс, пуля тейеп аҫҡа ҡолай… Ошо һуғыш мәлендә тағы бер тапҡыр яраландым. Польшала госпиталдә яттым.
Был тарихтың иң шаҡ ҡатырғаны шунда: һуғыш тамамланғас, Германияла хеҙмәт итергә ҡалғайным. Кюстрин ҡалаһына беҙ урынлашҡан ерҙән 70 километр самаһы. Буш мәлдә шул бәрелеш булған ерҙе барып ҡарайым әле, тип эҙләп киттем. Ул тәҙрә бик бейектә булып сыҡты. Шунда һикереп менгәнемә һаман ышанмайым.

Һәр сәғәте хәтерҙә…Кәшфи ҒӘҘЕЛШИН (Сталинград һуғышында ҡатнашҡан. Тап ошо ҡала өсөн барған алыш уның хәтеренә мәңге юйылмаҫлыҡ уйылып ҡалған):
— Авиация техникаһы бик теүәл эшләргә тейеш, ә бының өсөн самолетты хеҙмәтләндергән техниктар яуаплы. Самолеттар көнөнә алтышар тапҡыр оса. Волга йылғаһынан 40 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Камышлино ауылы эргәһендә һуғыш бара. Сатлама һыуыҡ, шуға күрә немецтар ныҡ бирешә. Тик ошо һыуыҡ мәлдә беҙҙең самолет боҙолдо. Алты кеше дивизияға мотор юллап киттек. Барһаҡ, мотор бар, ә уны алып ҡайтырға транспорт юҡ. Әҙәм күтәрә алмаҫлыҡ агрегатты нисек һөйрәп алып китмәк кәрәк? Тап шул саҡ яҡташым Нарыҡовтың башына бер шәп уй килде: һалдаттар йөрөгән һунар саңғыларына моторҙы беркетеп бәйләнек. Ҡайҙандыр дөйә алып килеп, шуны егеп, моторҙы аэродромға тиклем һөйрәттек. Ҡаты һыуыҡҡа ҡарамай, таң атыуға моторҙы алмаштырып ҡуйҙыҡ. Иртән самолет, бер ни булмағандай, сираттағы осоштарҙы башҡарып, имен-аман әйләнеп ҡайтты.
Советтар Союзы Геройы Владимир Секин менән осрашып аралашыу ҙа бөгөнгөләй хәтерҙә. Беҙ 2005 йылдың февралендә күрешкәйнек. “9 Майға тиклем йәшәһәм, үлһәм дә була. Тик ошо яҙҙы күрергә кәрәк ине”, – тип хыяллана ине ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрә алманы. Еңеү байрамына бер нисә көн ҡалғас, яугир вафат булды.
“Һуғыштың һәр сәғәте, минуты хәтерҙә. Баштан үткән барлыҡ ваҡиғаны һөйләп бөтөрөү мөмкин түгел. Иң тулҡынландырғыс мәлдәр генә күңелдә айырыуса уйылып ҡалған. Мәҫәлән, Керчта дөрләп янған ер әле лә күҙ алдымда кеүек. Дошманды Тыуған илдән яндырып тигәндәй ҡыуҙыҡ. Штурмлаусылар менән һауанан дошманға кристаллы фосфор ҡоябыҙ. Самолеттың артынан утлы ҡойроҡ һуҙыла. Ошондай һөжүмдәр дошмандың ҡотон ала торғайны”, — тип һөйләгәйне ул.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә