Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Берәҙәктәргә нисек ярҙам итергә?
Урамда бала-саға сыр-сыу килә, шаяра-көлә йәштәр үтә… Халыҡтың кәйефе күтәренке бөгөн. Тик сүп-сар һауытында соҡонған Артурға ғына шатлыҡ килтермәй тәбиғәттең был матурлығы. 33 йәшлек иргә йәшәү өсөн көрәш мәле. Тик нимә өсөн йәшәү ҙә, ниндәй көрәш бит әле…

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ленин проспектындағы йорт ихатаһында миңә ике ир менән бер ҡатын осраны. Мөхтәрәм уҡыусым, уларҙың төҫ-ҡиәфәтен, үҙҙәренән ниндәй еҫ аңҡығанын бәйән итеүҙән азат ит, зинһар. Хәйер, уларҙы барыбыҙҙың да күргәне барҙыр.
Башта теләр-теләмәҫ кенә аралашҡан әңгәмәселәрем, 100 һум аҡса күрһәткәс, асылып китте. Мәҡәлә генә түгел, китап яҙырлыҡ хәл-ваҡиғалар һөйләп ташланылар. Хоҙай һаҡлаһын, һөйләгәндәренән өс көн аш барманы тиһәм дә шаштырмаҫмын.
Артур, 33 йәш:
– Ауылда әсәйем менән икәү йәшәнек. Йыраҡ туғандар бар, әммә аралашмай инек. Бер көн килеп әсәйҙән дә, йорт-ҡуранан да мәхрүм ҡалдым – өйҙә янғын сығып, берҙән-бер ғәзиз кешем һәләк булды. Үҙем өйҙә юҡ инем.
Күңелһеҙ ваҡиғанан һуң Стәрлетамаҡҡа сығып киттем. Эш һәм ваҡытлыса торлаҡ табыуы ауыр булманы. Ике-өс айҙан ирҙән айырылған бер ҡатын менән осраша башланым. Ул үҙенә йәшәргә саҡырҙы. Элекке иренән буй еткергән ҡыҙы бар ине, шуға күрә бер бүлмәле фатирҙы киңәйтергә булдыҡ. Ауылдағы йорт урынын һаттым да Себер яғына “оҙон” аҡса артынан юлландым. Уңдым: аҡсаны көрәп алдым, ай һайын ҡайтып торҙом. Тиҙҙән яңы фатирға күстек.
Тормош шулай гөрләп кенә барғанда, аяҙ күктә йәшен атмаһынмы: ҡатынымдың түшәге мин эштә саҡта ла һыуынмай икән. Башта имеш-мимеш тип ҡабул иткәйнем, һуңынан быға үҙем шаһит булдым.
Әсә ҡайғыһы аяҡтан йыҡмаһа ла, бисә ҡайғыһы бөлдөрҙө – артабан да бергә йәшәнек-йәшәүен, әммә аралар һыуынды, баш эскенән сыҡманы. Аҙағы билдәле: эштән дә, өйҙән дә ҡыуылдым. Башҡа эш табыр инем – ҡатын документтарҙы бирмәй. Фатирҙың бер бүлмәһенә дәғүә итеп булмай – ЗАГС-та яҙылышмағанбыҙ. Ауылға ла юл бикле – йорт-ҡура һатылған. Бер дуҫымда ярты йыл йәшәнем дә, ул да ҡыуғас, урамға сыҡ та кит. Ике йыл ярым ҡала урамдарын ҡыҙырам. Йәй – ташландыҡ баҡсаларҙа, ҡыш – подвалдарҙа. Тимер-томор, макулатура тапшырып көн күрәбеҙ. Тапҡаныбыҙ ашарға һәм… эсергә китеп тора. Урамда йәшәһәм дә, хәйер һоранып йөрөгәнем булманы. Тик йәйҙән бирле йыуынғаным юҡ, шуға аптырап торам – ҡала мунсаһына яҡын да килтермәйҙәр, йылғалар әлегә һалҡын…
Хәлимә, 56 йәш:
– Ирем менән бер ул үҫтерҙек. Хәҙер тормош иптәшем вафат инде. Баламды ла юғалттым – ҡатыны һәм ҡыҙы хаҡына әсәһенән баш тартты.
Улым өйләнеү менән аралар боҙолдо. Балаһы тыуғас, “төшөрөргә яратҡан” әсәйҙе бөтөнләй ситкә этә башланылар. Көн дә ғауға, көн дә һуғыш. Аптырағас, өйҙән сығып киттем. Торлаҡты икегә бүлергә лә булыр ине, тик улым риза түгел. Фатирҙа йәшәргә хаҡлымын, әммә бала бәхетенә арҡыры төшмәйем.
Урамда йылдан артыҡ йөрөйөм инде. Полицейскийҙар тотоп алһа, кире өйгә ҡайтара. Улым йылмайып ҡына ҡаршы ала, әммә хоҡуҡ һағы хеҙмәткәрҙәре күҙҙән юғалдымы, тағы ғауға.
Хәҙер урамда йәшәргә күнегеп бөттөм инде…
Сергей, 40 йәш:
– Ултырғанға тиклем (әйткәндәй, статистика күрһәтеүенсә, урамда йәшәүселәрҙең күбеһе төрмәнән ҡайтҡан. – Авт.) заводта эшләнем. Фатирым да бар ине. Төрмәнән сығыуға эш тә юҡ, фатирҙы ла бурыстарым өсөн дәүләт тартып алды. Шулай өс йыл ғүмер урамда үтә.
Эшкә урынлашып ҡараным. Йүнлеһенә “ултырғанһың” тип алмайҙар. Йүнһеҙендә эшләге килмәй, сөнки төрлө һылтау табып түләмәйҙәр. Социаль ярҙам үҙәктәрендә: “Дауаханаға һалыр инек, сирҙән үлеп бармайһың, ҡарттар йортона ла юл ябыҡ – инвалид та, пенсионер ҙа түгелһең”, – тиҙәр. Эшкә урынлаш, тип аҡыл өйрәтәләр. Кем сифатында? Ҡарауылсы булып барыр инем, ултырып сыҡҡан кешене ундай эшкә алыу кәзәне кәбеҫтә янына бикләп ҡуйыуға тиң, тип көләләр. Өҫтәүенә эскелекте еңә алмайым. Урлап тотолоп ҡабаттан төрмәгә эләккәнсе ошолай ғүмер итергә тура килер, моғайын.
Эйе, статистика шаяртмай: ҡалала ҡылынған енәйәттәрҙең яртыһы – асарбаҡтар иҫәбендә. …Ғөмүмән, ил буйлап таралған барлыҡ берәҙәктәр шулай көн күрә. Түбәнселеккә төшөүҙәренең сәбәптәре лә оҡшаш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, милләттәштәребеҙ араһында ла ошо көнгә төшкәндәрҙе осратырға тура килде. Хәрби бурысымды Эске ғәскәрҙәрҙең Өфө гарнизонында үтәнем. Хеҙмәт барышында аҙнаһына дүрт тапҡыр баш ҡала урамдарында патрулдә булған саҡта йортһоҙ хәйерселәрҙе күп күрҙек. Бер йыл эсендә баш осонда ҡыйығы ла, шөғөлө лә булмаған өс башҡортто осраттым. Бөрйән районынан килгән алтмыш йәш самаһындағы бер ағай әле лә иҫтә. Ул ниндәйҙер туғанының баҡса өйөндә йәшәргә мәжбүр булған. Хужа үлеп киткәс, ағай унан да ҡыуылған. “Социаль ярҙам үҙәктәре бар бит. Ниңә былай яфа сигәһең?” – тигән һорауға: “Э-э-э-й, уларҙың ярҙамы инде, отчет өсөн генә, барыуҙан фәтүә юҡ”, – тип ҡул һелтәне. “Ә һин барып ҡараныңмы әле?” – тигәс, яуап “ыҡ-мыҡ”тан уҙманы.
Социаль ярҙамға килгәндә, берәҙәк менән дәүләттең бер-береһенә мөнәсәбәте үтә лә сәйер. “Дәүләт ҡарамай”, — ти хәйерсе. “Улар ярҙамды ҡабул итмәй”, тип аҡлана дәүләт. Бына һиңә парадокс! Кем ғәйепле? Әле был һорауға бер кемдең дә аныҡ ҡына яуап биргәне юҡтыр. Сергей ҙа: “Йөрөп ҡараным, ярҙам итмәйҙәр”, – ти бит.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының социаль хеҙмәттәре мәғлүмәтенә ҡарағанда, асарбаҡтарға ярҙам ителә икән. Берәүҙәрен өйөнә ҡайтаралар, йорт-ҡураһынан мәхрүм булған ололар ҡарттар йортона ебәрелә, ауырып киткәндәре дауаханаға һалына. Шулай ҙа, социаль хеҙмәттәр белдереүенсә, ярҙамдан баш тартҡан кешегә мәрхәмәтлек күрһәтеү еңелдән түгел. Берәүҙәр мәхсус үҙәктәрҙән тайыу яғын ҡарай, икенселәре ҡасып-боҫоп эсә башлай. Шунан һуң кемдең ярҙам иткеһе килһен – таш менән атҡанға аш менән атыуҙың да сиге бар. Статистика ғына күңелде ҡыра: быйыл ҡалала 44 берәҙәк теркәлгән, ә бер-ике йыл эсендә махсус йорттарға урынлаштырылған, йәғни һиҙелерлек ярҙам күргән асарбаҡтар һаны бишкә лә етмәй. Тимәк, дәүләткә лә, урамда көн күреүселәрҙең үҙҙәренә лә уйланырға урын бар.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Йәмғиәтебеҙҙә был проблеманан күпкә мөһим мәсьәләләр ҙә етерлек. Әммә шул уҡ ике ҡуллы, ике аяҡлы, тик зәғиф аңлы әҙәм балаһының урамда көн итергә мәжбүр булыуын күреп, һеҙҙең дә йөрәктәрегеҙ әрнемәй ҡалмайҙыр. Уларға нисек ярҙам итергә? Гәзит биттәрендә әлеге мәсьәләгә тағы ла әйләнеп ҡайтырға, теманы уртаға һалып һөйләшергә саҡырам.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә