Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күрәләр, тик "яманатлы булырға" теләмәйҙәр
Һуңғы йылдарҙа тәбиғәтебеҙ бик ныҡ бысранды, тирә-яғыбыҙ сүп-сар менән тулды. Халыҡ экология мәсьәләһенә вайымһыҙ. Ә был үҙ сиратында кеше ғүмеренә хәүеф менән янай: зарарлы төрлө сирҙәр алып килә.

Беҙ быға тиклем күрмәгән, белмәгән онкологик (яман шеш), һөйәк һәм тире ауырыуҙары, балаларҙың ғәрип тыуыуы, шәкәр диабеты, ир-аттың кәрһеҙ булыуы, сабыйҙар араһында йүтәл, аллергия кеүек алама сирҙәр күбәйҙе.
Беҙҙең ауылдың өлкән быуын кешеләрен мәңгелек йортобоҙ-зыяратыбыҙҙың мөшкөл хәле хафаға һала. Эш шунда: бынан өс-дүрт йыл элек Инйәр йылғаһы ауыл янындағы мосолман зыяратын йыуа башланы. Яҙғы ташҡында 30 — 40-ар кешенең ҡәберен ағыҙып алып китә торҙо. Кеше һөйәктәрен, хатта баш һөйәген күреүселәр бар. Улар яр буйҙарында ағарышып ята.
Беҙ, бер төркөм ауыл аҡһаҡалдары, элекке район хакимиәте башлығы Ғимран Ғәбитовта булып, унан ярҙам һораныҡ. Ул беҙҙе республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән осраштырыуға өлгәшә алды. Рәхмәт уға! Мөхтәрәм Рөстәм Зәки улы республика бюджетынан зыярат ярын нығытыу өсөн дүрт миллион һум аҡса бүлде. Был туралағы хат ауыл вәкиле Фәтих Ғәзизовта һаҡлана. Ләкин бына икенсе йыл инде был аҡсаның яҙмышы билдәле түгел, халыҡ араһында төрлө имеш-мимеш йөрөй.
Матур йәй айҙарында Инйәр йылғаһы буйҙарына “ҡырағай” туристарҙың килеп тулыуы һәм төрлө вәхшилек ҡылыуы тураһында бөтәбеҙ ҙә хәбәрҙар. Тәүәкәс ауылы эргәһендә был туристарҙың "батырлығы" тураһында "Башҡортостан" гәзите бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡайны.
Бындай хәлдәр — Инйәр йылғаһы буйлап ултырған барлыҡ башҡорт ауылдарына (Аҙау, Айтмәмбәт, Оҙондар, Баҫыу, Ғәйфулла, Тәүәкәс, Абҙан) хас күренеш.
Тәртип булдырыу өсөн Архангел район эске эштәр бүлегенә шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә рейдтарға сығырға ғына кәрәк. Әлбиттә, ауыл биләмәләрендә йәмәғәтселек ярҙамында дежурлыҡ ойошторолһа, насар булмаҫ ине. Тирә-яҡ мөхитте ҡурсалау — бөтөн халыҡ эше тип ҡарарға бурыслыбыҙ.
Тағы бер ғибрәтле хәл тураһында яҙмаҡсымын. Беҙҙең ауылды икегә бүлеп, бәләкәй генә Өй йылғаһы ағып ята. Ауыл өйҙәре араһынан аҡҡанға халыҡ шундай исем биргәндер инде. Саф һыулы, яр буйҙарында ерек ағасы үҫә, халыҡ уның һыуын быуаттар буйы файҙаланған, эргә-тирәһен таҙа тотҡан, балалар балыҡ ҡармаҡлаған, һыу ингән, хатта был йылғала элегерәк һыу тирмәне лә эшләгән, тиҙәр. Ошо меңәр йыл селтерәп ағып ятҡан йылға йәй бөтөнләй ҡорой, тауыҡ эсерлек тә һыуы ҡалмай.
Сәбәбе нимәлә һуң? Һуңғы йылдарҙа ауылда йылҡы һәм һыйыр малын көтмәй башланыҡ. Йәйге эҫе көндәрҙә бөтә мал ошо Өй йылғаһының башына, шишмә эргәһенә, һыу эсергә йыйыла, туплау барлыҡҡа килә. Шишмәне тапап-иҙеп, бысратып, тиҙәкләп эштән сығаралар, ул йәшәүҙән туҡтай, йылға аҡмай башлай. Мал аҙбарға ингәнсе, йылға “мәрт”кә китә.
Йылғаның үрге осонда йәшәүселәр (улар ғына ла түгел) әллә ни күп уйлап тормай яр буйына сүп-сар, резина аяҡ кейемдәре, араҡы-һыра шешәләре ташлай. Ҡайһы бер "йомро баштар" текә яр ситенә үҙҙәренә бәҙрәф тә әтмәләп ҡуйған. Йылғаның түбәнге ағымында йәшәүселәр шул уҡ һыуҙан сәй ҡайнатып эсә — бына ҡайҙа ул йоғошло сирҙәрҙең таралыу сығанағы!
Төш мәле еткәс, көндөң иң ҡыҙыу ваҡытында, һыйырҙар, күләгә эҙләп, ике ҡатлы таш урта мәктәп эргәһенә йыйыла йә булмаһа аҙыҡ-түлек магазиндары эргәһендә ял итә. Ҡыуып та ебәреп булмай.
Мәктәптә 52 бала уҡый, тиҙәр, бинаның аҫҡы ҡатында балалар баҡсаһы, фельдшер пункты, ауыл биләмәһе хакимиәте урынлашҡан. Ә ҡапҡа төбөндә — мал туплауы. Шуныһы ҡыҙыҡ: бер көндә йылҡы көтөүе килеп баҫһа, иртәгәһенә һыйыр малы һырып ала.
Йәш быуындың һаулығын ҡайғыртырға тейеш булған вайымһыҙ, ғәмһеҙ, битараф эреле-ваҡлы вазифа биләүселәр быны күрмәйме ни?! Ауыл биләмәһе рәйесе, ауыл Советы депутаттары, ауыл старосталары (улар беҙҙә икәү), уҡытыусылар, мәсет әһелдәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бөтәһен дә күрә, белә, тик яманатлы булырға теләмәй.
Былай ҙа мәктәп уҡыусыларының күбеһе хроник сирҙәрҙән яфалана. Әгәр ҙә экологик хәлде яҡшыртмаһаҡ, тирә-йүнде таҙа тотмаһаҡ, һау-сәләмәт балалар үҫтерә алмаясаҡбыҙ. Элекке меңдән ашыу халыҡ йәшәгән ауылда бөгөн ни бары 520 кеше көн итә. Шуларҙың 127-һе хаҡлы ялда, 42 йорт буш тора. Эш былай барһа, ауылдың юҡҡа сығыуын көт тә тор. Аҡылға киләйек, етешһеҙлектәргә ҡаршы берҙәм көрәшәйек, ауылдаштар!


Автор: Мөхәммәт РӘШИТОВ, тыл һәм хеҙмәт ветераны. Архангел районы, Оҙондар ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә