Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Нигеҙһеҙ ҡарарҙарға бүтән юл ҡуймаясаҡбыҙ”
Ни өсөн алданған өлөшсөләрҙең хоҡуғын яҡлау эше һүлпән бара?

Алданған өлөшсөләр менән былтыр 25 сентябрҙәге осрашыуында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов былай тигәйне: “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәлде тикшереүҙә яуаплы органдар яғынан артыҡ әүҙемлек күрмәйбеҙ. Халыҡтан урланған аҡсаны табып кире ҡайтарыу – хоҡуҡ һаҡлау органдарының туранан-тура бурысы ғына түгел, ә намыҫ эше лә тип иҫәпләйем”. Был һүҙҙәрҙән һуң ярты йыл самаһы ваҡыт үтте. Хәл үҙгәрәме? Башҡортостан Республикаһы прокуроры урынбаҫары Гөлнара Бикбулатова “Башҡортостан” гәзите һорауҙарына яуап бирҙе.

– Гөлнара Фәрит ҡыҙы, проблеманың сәбәптәре нимәлә һәм уны төҙәтеү өсөн ниндәй саралар күрелә?
– Был төрҙәге енәйәт эштәрен тикшереүҙең оҙаҡ барыуы ҡатмарлы суд экспертизалары (төҙөлөш-техника һәм бухгалтерия буйынса) яһау кәрәклеге менән аңлатыла. Ҡағиҙә булараҡ, тикшеренеүҙәрҙе Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистика үҙәге үткәрмәй. Эш махсуслашҡан коммерция ойошмаларына тапшырыла, был иһә байтаҡ матди сығымдар һәм ваҡыт талап итә. Унан тыш, зыян күреүселәргә түләтеү маҡсатында ғәйепле яҡтың мөлкәтенә арест һалыу ҙа проблема тыуҙыра: ҡағиҙә булараҡ, енәйәт эшен асҡан мәлдә шикле кешеләрҙең һәм уларҙың яҡын туған-тыумасаһының мөлкәте булмай сыға.
Шулай уҡ енәйәт эштәрен тикшергән саҡта тәфтишселәрҙең оператив-эҙләнеү органдары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлегенең тейешле кимәлдә булмауы ла эште тотҡарланы, был иһә алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын боҙоуға килтерҙе.
Был төрҙәге барлыҡ енәйәт эштәре буйынса оператив-эҙләнеү төркөмдәре ойошторолған, шуға күрә оператив хеҙмәткәрҙәр енәйәт эштәренә ҡағылышлы иҫбатлау мәғлүмәттәрен йыйырға, анализларға, теркәп барырға бурыслы ине. Ләкин улар үҙ ваҡытында барлыҡ сараларҙы ла күрмәне. Тәфтишселәрҙең күрһәтмәләре тулы күләмдә үтәлмәне. Урланған аҡсаны кемгәлер һәм ҡайҙалыр тапшырыу каналдары, уның ҡайҙа тотонолоуы асыҡланманы.
Шуға күрә был төрҙәге енәйәт эштәрен тейешенсә тикшереү маҡсатында Башҡортостан Прокуратураһы даими нигеҙҙә оператив хеҙмәткәрҙәрҙең отчетын тыңлауҙы ойоштора. Кәрәк булғанда тикшереүҙәр ҙә үткәрелә, һәм улар буйынса тейешле саралар күрелә.
Ошондай етешһеҙлектәр булыуға ҡарамаҫтан, хоҡуҡ һаҡлау органдарының закон боҙоусыларға ҡарата хоҡуҡи тәьҫирендә ыңғай һөҙөмтәләр ҙә бар. Мәҫәлән, былтыр 12 кешегә ҡарата был төрҙәге дүрт енәйәт эше судҡа тапшырылды. Ошо енәйәт эштәре буйынса 1 058 инвесторға 2,2 миллиард һумдан ашыу зыян килтерелгән.
Әле тәфтиш органдары шикле һәм ғәйепләнеүсе 11 кешегә ҡарата енәйәт эше алып бара. 723 алданған өлөшсөгә йәмғеһе 1 миллиард һум самаһы зыян килтерелгән. Күп ҡатлы йорттар төҙөүгә граждандарҙың аҡсаһын йәлеп итеүгә бәйле енәйәттәр тураһындағы ғаризалар һәм мөрәжәғәттәр буйынса тәү тикшереүҙе һәм енәйәт эштәрен алып барыуҙы республика Прокуратураһы махсус контролгә алды.
– “Һауа ҡаттарында”, йәғни планда ҡаралмаған ҡаттарҙа алдап фатир һатыусылар айырыуса ҙур нәфрәт тыуҙыра. Был – күҙгә бәрелеп торған енәйәт. Алданыусылар ҡулындағы килешеүҙәрҙең хоҡуҡи дөрөҫлөгө, мәҫәлән, Арбитраж судында шик тыуҙырмай. Ләкин был эште тикшереү ҙә бик оҙаҡҡа һуҙылды. Ни өсөн?
– Ысынлап та, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы хәҙерге мәлдә “ФПК “Полимер” һәм “СтройПроектЦентр” йәмғиәттәренең мутлыҡ факттары буйынса енәйәт эшен тикшерә. Улар Баҡалы урамындағы 8-се торлаҡ йорттоң проект документтарында ҡаралмаған ҡаттарынан фатирҙар “һатҡан”.
Был енәйәт эшен тикшереү, бер нисә тапҡыр нигеҙһеҙ туҡтатып тороу сәбәпле, оҙаҡҡа һуҙылды. Прокуратура был ҡарарҙарҙы юҡҡа сығарҙы. Тотҡарлыҡ һәм енәйәт-процессуаль закондар талаптарын боҙоу факттары буйынса республика Прокуратураһы Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының тәфтиш идаралығына етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, тәфтиш эшен тиҙләтеү талабын ҡуйҙы.
Күрһәтелгән енәйәт эшен тейешенсә тикшермәү факттары буйынса ла оператив кәңәшмә үткәрелде, унда тәфтиш органы етәкселеге һәм Өфө ҡалаһы буйынса күҙәтеүсе прокурор ҡатнашты. Тәфтиш органына эште йәнләндерергә ҡушылды. Енәйәт эшен тикшереү барышы һәм уның һөҙөмтәһе – республика Прокуратураһы контролендә.
– Урланған аҡсаны хужаларына, йәғни алданған өлөшсөләргә, ҡайтарып биреү өсөн ғәйепле төҙөлөш ойошмаларының мөлкәтен (төҙөлөп бөтмәгән объекттарын, офистарын, төҙөлөш техникаһын һ.б.) тартып алырға хоҡуҡи нигеҙ бармы?
– Енәйәт-процессуаль закондар енәйәт эшен тикшереү сиктәрендә шикле йәки ғәйепле кешенең мөлкәтен ҡулға алыуҙы (арест) күҙ уңында тота. Был хөкөмдө тормошҡа ашырыу һәм мөлкәтте конфискациялау ихтималлығы була ҡалһа тип шулай эшләнә. Әле тәфтишселәр шикле ойошмаларҙың мөлкәтен асыҡлау буйынса сара күрә.


Автор: Әңгәмәне Р. КӘЛИМУЛЛИН ҡорҙо.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә