Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра беләләр
Ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра беләләр— Йәшәгән урыныбыҙға алыҫ булһа ла, ейәнемде ошо 15-се балалар баҡсаһына йөрөтәбеҙ. Башҡорт төркөмө һаналған 11-се төркөмгә эләгеүебеҙгә шатланып бөтә алмайбыҙ, сөнки балалар ауырып яфаламай, — тине милли йолалар айлығы айҡанлы ойошторолған сараға килгән өләсәйҙәрҙең береһе.

Уның һүҙенә Нәғим исемле малайҙың әсәһе лә ҡушылды:
— Үҙемә лә, улыма ла бик оҡшай бындағы мөхит. Йылы ергә йылан эйәләшә, тиҙәр бит. Беҙ ҙә тиҙ генә күнегеп киттек, улым ашҡынып килә, ихлас ҡала, шуға тыныс күңел менән ҡалдырып китәбеҙ, — тине ул.
Сара үтәсәк төркөмгә күтәрелгәс, әсәйҙәр, тәрбиәселәр һәм өләсәйҙәрҙең ҡулдары менән бешерелгән милли аш-һыуҙың хуш еҫе танауҙы ҡытыҡланы, күҙҙәр шунда уҡ бауырһаҡҡа, ҡоймаҡҡа һәм башҡа тәм-томға төштө. Самауыр ҙа табын күрке булып саҡырып ултыра ине.
Кескәйҙәр үҙҙәре лә ҡатнашҡан милли аҙыҡ бешереүҙә. Әле инде халҡыбыҙҙың тәмле-татлы ризыҡтарының нисек әҙерләнеүе хаҡында әсәйҙәре, өләсәйҙәре Ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра беләләрһөйләйәсәк. Шулай итеп, милли ғөрөф-ғәҙәтте, аш-һыу төрҙәре тураһында малай һәм ҡыҙҙар күп нәмә беләсәк. Балалар ҡунаҡтарға үҙҙәре лә бик матур күстәнәс әҙерләгән. Тәрбиәсе Гөлзирә Әдзитәрова баянын ҡулына алыу менән бейергә лә төштөләр. Кейемдәре лә килешле, оҫта итеп өйөрөлөргә лә өйрәнгәндәр.
— Милли кейемдәребеҙ күп, үҙебеҙ тектерҙек. Кәрәк нәмәләрҙе тәрбиәселәребеҙ ҙә тегә һәм яһай, һәр береһенең ҡулы оҫта, — ти балалар баҡсаһы мөдире Ғәлиә Мәжитова.
11-се төркөм район хакимиәте ярҙамы менән былтыр асылған, әле унда дүрт-биш йәштәрҙәге 26 бала тәрбиәләнә. Исеме есеменә тап килеп торған 15-се “Гүзәл” балалар баҡсаһына йәмғеһе 288 малай һәм ҡыҙ йөрөй.
— 11-се төркөмдөң “Бал ҡорттары” тип аталыуы юҡҡа түгел. Ысынлап та, сәскәнән сәскәгә ҡунған бал ҡорттары кеүек, етеҙ, теремек һәм һөнәрле кескәйҙәр. Рәхәтләнеп туған телдә аралашалар. Балаларыбыҙға күҙ теймәһен, ауырып йонсотмайҙар. Был иһә тәрбиәселәрҙең эшен күңел һалып атҡарыуына, ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра белеүенә лә бәйле, — ти әсәйҙәре.


Автор: М. ҒАБДРАХМАНОВА. Мәләүез ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә