— Йәшәгән урыныбыҙға алыҫ булһа ла, ейәнемде ошо 15-се балалар баҡсаһына йөрөтәбеҙ. Башҡорт төркөмө һаналған 11-се төркөмгә эләгеүебеҙгә шатланып бөтә алмайбыҙ, сөнки балалар ауырып яфаламай, — тине милли йолалар айлығы айҡанлы ойошторолған сараға килгән өләсәйҙәрҙең береһе.
Уның һүҙенә Нәғим исемле малайҙың әсәһе лә ҡушылды:
— Үҙемә лә, улыма ла бик оҡшай бындағы мөхит. Йылы ергә йылан эйәләшә, тиҙәр бит. Беҙ ҙә тиҙ генә күнегеп киттек, улым ашҡынып килә, ихлас ҡала, шуға тыныс күңел менән ҡалдырып китәбеҙ, — тине ул.
Сара үтәсәк төркөмгә күтәрелгәс, әсәйҙәр, тәрбиәселәр һәм өләсәйҙәрҙең ҡулдары менән бешерелгән милли аш-һыуҙың хуш еҫе танауҙы ҡытыҡланы, күҙҙәр шунда уҡ бауырһаҡҡа, ҡоймаҡҡа һәм башҡа тәм-томға төштө. Самауыр ҙа табын күрке булып саҡырып ултыра ине.
Кескәйҙәр үҙҙәре лә ҡатнашҡан милли аҙыҡ бешереүҙә. Әле инде халҡыбыҙҙың тәмле-татлы ризыҡтарының нисек әҙерләнеүе хаҡында әсәйҙәре, өләсәйҙәре
һөйләйәсәк. Шулай итеп, милли ғөрөф-ғәҙәтте, аш-һыу төрҙәре тураһында малай һәм ҡыҙҙар күп нәмә беләсәк. Балалар ҡунаҡтарға үҙҙәре лә бик матур күстәнәс әҙерләгән. Тәрбиәсе Гөлзирә Әдзитәрова баянын ҡулына алыу менән бейергә лә төштөләр. Кейемдәре лә килешле, оҫта итеп өйөрөлөргә лә өйрәнгәндәр.
— Милли кейемдәребеҙ күп, үҙебеҙ тектерҙек. Кәрәк нәмәләрҙе тәрбиәселәребеҙ ҙә тегә һәм яһай, һәр береһенең ҡулы оҫта, — ти балалар баҡсаһы мөдире Ғәлиә Мәжитова.
11-се төркөм район хакимиәте ярҙамы менән былтыр асылған, әле унда дүрт-биш йәштәрҙәге 26 бала тәрбиәләнә. Исеме есеменә тап килеп торған 15-се “Гүзәл” балалар баҡсаһына йәмғеһе 288 малай һәм ҡыҙ йөрөй.
— 11-се төркөмдөң “Бал ҡорттары” тип аталыуы юҡҡа түгел. Ысынлап та, сәскәнән сәскәгә ҡунған бал ҡорттары кеүек, етеҙ, теремек һәм һөнәрле кескәйҙәр. Рәхәтләнеп туған телдә аралашалар. Балаларыбыҙға күҙ теймәһен, ауырып йонсотмайҙар. Был иһә тәрбиәселәрҙең эшен күңел һалып атҡарыуына, ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра белеүенә лә бәйле, — ти әсәйҙәре.