Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Манаранан әйтелгән һәр һүҙ аҙан булмай
Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең сираттағы тура бәйләнешен үткәрә. Беренсе тапҡыр был сара 2001 йылда ойошторолғайны. Халыҡтың дәүләт етәксеһе менән туранан-тура һөйләшеүе бик һөҙөмтәле булып сыҡты. Бирелгән һорауҙар иләк аша үткәрелһә лә, Президенттың күптәрҙе борсоған мәсьәләләргә ҡаушамай, тыныс, төплө яуап биреүе кешелә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо уята. Халыҡҡа ошо йылдар эсендә бындай аралашыу оҡшап ҡалды. Ғөмүмән, “тура линия”ның рейтингы юғары кимәлдә. Кубала Фидель Кастро, Венесуэлала мәрхүм Уго Чавес әлеге алымды оҫта файҙаланды. Дмитрий Медведев та, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәк етәкселәре лә ошо тәжрибәнән ситтә ҡалмаҫҡа тырыша.

Әммә тура эфир — бик ҡатмарлы жанр: күптәрҙе ул ҡурҡыта. Таныштарым араһында ла унда ҡатнашырға шөрләгәндәр етерлек. Телевизор ҡараусылар алдында оятҡа ҡалыу ҡурҡынысы бәғзеләр өсөн — үтә алмаҫлыҡ кәртә. Көтөлмәгән һорауға тейешле итеп яуап бирә белмәү кешенең бөтә карьераһын емереүе ихтимал, бындай миҫалдар байтаҡ. 13 апрелдә Иван Ургант үҙенең бер тапшырыуында “мин сельдерейҙы ҡыҙыл комиссар украин крәҫтиәндәрен тураған һымаҡ турайым” тип әйткәне өсөн ғәфү үтенергә мәжбүр булды. Былтыр декабрҙә Дмитрий Медведев та “тәфтишселәр – кәзә тәкәләре” тип әйтеп, бөтә донъяға рисуай булғайны. Ул ни эшләптер ғәфү үтенеп торманы.
Был сарала ҡатнашыу өсөн ике яҡтан да етди әҙерлек талап ителә. Ярҙамсылар, әлбиттә, ҡатмарлы һорауҙарҙы тура эфирға сығармаҫҡа тырыша. Бында ике хатаның булыуы бик мөмкин. Беренсенән, халыҡҡа оҡшайым тип, матур, әммә буш һүҙҙәр менән мауығып китеү, икенсенән, шул уҡ маҡсатта артыҡ вәғәҙәләр биреп ташлау ҡурҡынысы бар. Милли республикаларҙың суверенитет алыуында ла ошондай хатаның бер аҙ өлөшө булды.
Беҙҙең илдең яңы тарихында халыҡ менән туранан-тура аралашыуҙы киң ҡулланған Михаил Горбачев тәүге хатаны күп яһаны. Уның ҙур майҙандарға халыҡ араһына сығып һөйләшеүе, брифинг тигәне, совет халҡының күңеленә бигерәк тә хуш килде. Әммә тора-бара Горбачевтың былайтып сафсата һатыуы, буш хәбәр һөйләүе кешене тамам ялҡытты. Уға алмашҡа килгән Борис Ельцин иһә икенсе хатаны ҡабатларға яратты. Бәғзеләр бының менән оҫта файҙаланды. Виктор Черномырдин, генерал Лебедь та үҙҙәренең ҡабатланмаҫ йор һүҙҙәре менән тарихҡа инеп ҡалды. Мәҫәлән, Егор Гайдар, Анатолий Чубайс, Михаил Евдокимов хаҡында әйтелгән (“үҙ ғүмерендә өс тауыҡҡа ла етәкселек итмәгән кешеләр” һ.б.) һүҙҙәр ҙә Рәсәй даирәһендә шаңдауҙай яңғыраны.
Халыҡ менән аралашыу, рентген нуры һымаҡ, теге йәки был сәйәсмәндең дәүләт эшмәкәре булып өлгөрөү кимәлен бик асыҡ күрһәтә. Миҫал итеп Иосиф Сталин менән булған бер хәлде килтерәм. Бер төркөм гидролог Сталинға, Ока йылғаһы Волгаға ҡушылғанға тиклем оҙонораҡ булғанға күрә, Волганы Ока тип үҙгәртергә кәрәк тип килгән, ти. Сталин, уларҙы иғтибар менән тыңлағас, “Был турала халыҡ нисек уйлай һуң?” тигән һорау биргән дә үҙе: “Халыҡ был йылғаны Волга тип йөрөтә”, — тип, тегеләрҙе кире сығарып ебәргән.
Әйткәндәй, беҙҙең Ҡариҙел дә Өфөгә тиклем Ағиҙелдән оҙонораҡ, әммә халыҡ өсөн Башҡортостандың төп йылғаһы — Ағиҙел. Был йәһәттән Дмитрий Медведевтың бер “ҙур” реформаһын — йәйге ваҡытҡа күсеү тураһындағы ҡарарын — миҫалға килтереп була. Донъялағы иң һыуыҡ “ҡышҡы” дәүләттә астрономик ваҡыттан ике сәғәткә һуң булған “йәйге” ваҡытта йәшәү башҡа һыймаған эш бит инде. Хатаны аңлағас, тиҙ генә кире күсер урынға, һаман төрлө социологик тикшеренеүҙәргә һылтанып, Рәсәй халҡының түҙемлеген һынай бирәләр. Йәнәһе, был сетерекле эште суд хәл итергә тейеш. Юрист булараҡ ул белә ине: Рәсәйҙең Юғары суды был ҡарарҙы ғәмәлдән сығарырға юридик нигеҙ тапмаясаҡ, сөнки ул дәүләт исеменән ҡабул ителгән. Хоҡуҡи дәүләттә, әлеге ҡарар кеше мәнфәғәтенә ҡаршы килһә лә, халыҡ уға буйһоноп йәшәргә тейеш. Ҡара таңдан уянып бөтмәгән балаңды баҡсаға алып барғанда, малды көтөүгә сығарғанда, уларға ошо закон тураһында аңлатып булмай бит.
Социологик тикшеренеүҙәргә генә таянып эш итеү ҙә дөрөҫ түгел, сөнки ваҡыттың уғата уңайһыҙлығы ҡала ерендәге кешегә әллә ни беленмәй. Бында ауылда йәшәгәндәрҙең фекере өҫтөнөрәк булырға тейештер. Кеше тәбиғәтенә ҡаршы килгән нормаларҙан тиҙерәк арыныу яҡшыраҡ булыр ине. Үҙ хатаңды таный белеү сәйәсмән өсөн бик мөһим. Бына Владимир Путин 2008 йылда дәүләт тарафынан банктарға бирелгән финанс гарантияларын хата булған тип танырға тартынманы. Бынан уның абруйы кәмене тип әйтеп булмай. Шуныһы мөһим: күп етәкселәр ни өсөндөр үҙҙәренең президентлыҡҡа кандидат булараҡ киләһе һайлауҙа ҡатнашыуы мәсьәләһен күтәрергә яратһа ла, был Путинға хас түгел. “Әгәр сәйәсмән буласаҡ һайлау тураһында уйлаһа, ысын дәүләт эшмәкәре киләсәк быуын хаҡында уйлай” тигәндәре дөрөҫ шикелле. Һәр сәйәсмән дәүләт эшмәкәре була алмай шул.
Беҙҙең башҡа етәкселәргә килгәндә, мәҫәлән, Юрий Андропов та был йәһәттән тапҡыр һүҙле булған. Уның “Балыҡ башынан серей” тигәнгә “Дөрөҫ, әммә уны ҡойроғонан таҙарта башлайҙар” тип кенә яуап биреп, берәүҙең ауыҙын ябып ҡуйғаны билдәле. БМО трибунаһын туфлийы менән туҡылдатҡан Никита Хрущев та был яҡтан әллә ни төшөп ҡалғандарҙан булмаһа ла, 1964 йылдың авгусында Башҡортостанға килгән сағында Силәбе өлкәһе сигендә колхозсылар менән алдан планлаштырылмаған бер осрашыуҙа тегеләрҙең ике һорауына йүнләп яуап бирә алмағаны тарихта һаҡланған.
Владимир Путиндың бөгөн үтәсәк тура бәйләнешенә килгәндә, беҙҙе, һис шикһеҙ, ҡыҙыҡ һөйләшеү көтә. Халыҡ үҙен борсоған һорауҙарға аныҡ яуаптарға иҫәп тота. Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков Владимир Соловьевтың “Йәкшәмбе кисе” тигән тапшырыуында “Путин – профессионал” тип юҡҡа ғына әйтмәне.


Автор: Илдар ҒӘБИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә