Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Раил ӘСӘҘУЛЛИН: “Ябай Шишмә малайы булып ҡалам”
Раил ӘСӘҘУЛЛИН: “Ябай Шишмә малайы булып ҡалам”Донъя бал ҡорто күсен хәтерләтә. Унда кемдер иң ауыр хеҙмәтте башҡарып, тотош ҡәүемдең именлеген хәстәрләһә, берәү үҙ яйына, һәүетемсә көн итеүҙе һайлай, эйәреп кенә йөрөүҙе хуп күргәндәр ҙә бар. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, педагогия фәндәре докторы Раил Әсәҙуллин хаҡында һүҙ сыҡҡанда, уға күп кеше “һәр саҡ алдан барған, яңылыҡҡа ынтылған, егәрле, бөтмөр, өлгөлө хужа, эш кешеһе” тигән баһа бирә. Бөгөн ҙур байрамын — 60 йәшен — билдәләгән Раил Мирвай улы бындай хөрмәткә тулыһынса лайыҡ. Уның БДПУ, университет коллективы, студенттар, ғөмүмән, республиканың белем биреү системаһы, педагогик йәмғиәт өсөн башҡарған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Шулай ҙа бөгөн, тыуған көнөндә, барлыҡ эш-мәшәҡәттәрен ситтә ҡалдырып, иғтибарҙы юбиляр-профессорҙың үҙенә, тормошона, күңел кисерештәренә, маҡсаттарына йүнәлтеү отошло булыр тип таптыҡ.

— Раил Мирвай улы, һөйләшеүҙе ғәҙәти һорауҙан башлайыҡ: ғүмерегеҙҙең алтмышынсы баҫҡысында үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ? Күңелегеҙҙә ниндәй уйҙар ҡайнай?
— Үткәндәрҙе байҡап, алға ҡараш ташлап, фекер туплаған мәлем. Алтынсы тиҫтәгә аяҡ баҫыуҙы күңел ҡабул итә алмайыраҡ тора. Тормошҡа ашмаған күпме хыял, үтәлмәгән маҡсат бар әле! Бергә йәшәгән, эшләгән кешеләр алдында бурыстарым да өйөлөп киткән кеүек: ярҙам иткәндәргә ихлас күңелдән рәхмәт әйтеү, ҡайһы берәүҙәрҙән ғәфү үтенеү теләге тулышҡан мәл. Ялан аяҡ йүгереп йөрөгән ваҡыттар йыш хәтергә төшә... Ни тиһәң дә, бөйөк Мостай Кәрим әйтмешләй, барыбыҙ ҙа Бала саҡ иленән бит.
— Ә нисегерәк үтте бәләкәй сағығыҙ?
— Ғаиләлә алтынсы, төпсөк бала булдым. Атай-әсәйем колхозлашыу, сәйәси золом, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының ауырлыҡтарын кисергән, үҙ иңендә күтәргән кешеләр булараҡ, бер яҡтан, һәр аҙымын үлсәп баҫһа, икенсенән, бөйөк эшсәндәр ине. Уларҙы бөтөн ауыл, район халҡы хөрмәт итте, дәүләт тә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Мәҫәлән, әсәйемдең фотоһүрәте партияның райком бинаһы алдындағы Почет таҡтаһынан төшмәне. Атайым да колхозда алдынғы хеҙмәткәр ине. Уларҙың тәрбиәһендә бәләкәйҙән эшһөйәр булып үҫтек. Мәҫәлән, мәктәпкә барғансы уҡ минең өҫкә айырым бурыстар йөкмәтелгәйне, улар өсөн атай алдында ҡаты яуап бирергә тура килде. Бөгөн I, IV кластарҙа уҡыған ейәндәремә ҡарайым да уларҙың минең һымаҡ колхоздың ырҙын табағында тәүлек буйына эшләүен күҙ алдына ла килтерә алмайым. Өлкән ейәнсәремә — 14 йәш. Уның кеүек саҡта комбайнсы ярҙамсыһы булараҡ ике йыллыҡ эш стажым бар ине...
I класҡа барыр алдынан колхозда көнөнә 92 тингә эшләп йөрөгәнем хәтеремдә. Ул ваҡытта ябай мәктәп костюмы — ете, ә йөн туҡыманан тегелгәне 15 һум тирәһе ине. Тимәк, хеҙмәт хаҡым уҡырға әҙерләнергә, кейем алырға еткән.
Бәләкәй генә саҡтан әсәйем менән төнөн фермаға дежурға йөрөгәнем бөгөнгөләй күҙ алдымда. Һыуытҡыс булмағанлыҡтан, ҡыштан махсус һаҡланған боҙҙо ярып, киҫәк-киҫәк итеп һыуға һалабыҙ ҙа өҫтөнә һөтлө бидондарҙы ултыртабыҙ. Ағайым менән колхоз малына бесән, силос ташыйбыҙ, мейескә яғыр өсөн тиҙәктән кирбес һуғабыҙ... Барыһы ла иң күңелле мәлдәр булып хәтерҙә уйылып ҡалған.
Бала саҡты иҫләһәм, ҡуҙғалаҡ, еләк, муйыл еҫе аңҡып киткәндәй була. Уларҙы күп итеп йыйып алып ҡайтабыҙ ҙа әсәйҙең телде йоторлоҡ тәмле бәлештәренең бешкәнен көтөп ултырабыҙ. Һағынып иҫкә алам шул саҡтарҙы.
— Ауыл тәрбиәһе бөгөнгө һөнәрегеҙҙе һайлауға этәргес бирҙе, тип әйтә алаһығыҙмы?
— Атай-әсәйемдең балаларын уҡытырға теләге ҙур булды. Шуға ла беҙгә тырышмау, өлгәшмәү тураһында һүҙ бөтөнләй ят ине. Атайым мәктәп йыйылыштарына һәр саҡ үҙе йөрөнө. Уның ҡайтыуын тулҡынланып та, бер аҙ шөрләп тә көтөп ала торғайныҡ. Юҡ, атайыбыҙ беҙгә бер ваҡытта ла ҡул күтәрмәне, әммә ҡырын ҡарашын күрһәк тә, уңайһыҙланыуҙан ер тишегенә инеп китерҙәй була инек. Ул беҙҙе “етәкләп” йөрөтмәне, юл ғына күрһәтте.
Ғаиләләге малайҙар араһынан бер ағайым — инженер, икенсеһе агроном һөнәрен алды. Ә мин, хыялға бирелеүсән кеше булараҡ, авиацияға тартылдым. Тик, маҡсатым төрлө сәбәптәр менән тормошҡа ашмағанлыҡтан, күпмелер ваҡыт районыбыҙҙың Келәш ауылында тарих, физкультура, һыҙма, рәсем дәрестәрен уҡыттым, унан армияла хеҙмәт иттем. Артабан яҙмыш еле әле икенсе тыуған йортома әйләнгән Башҡорт дәүләт педагогия университетына алып килде.
Тормошомдоң һынылыш мәлдәрендә атай-әсәйемдең генә түгел, ауылдағы уҡытыусыларымдың да ҙур ярҙамын, миңә ышанысын тойҙом. Бөгөн юғары уҡыу йорто ректоры күҙлегенән уларға шундай баһа бирәм: остаздарым үҙ һөнәренә шул тиклем тоғро булған, һәр уҡыусыһын балаһылай күреп яратҡан. Ләлә Таһир ҡыҙы Сафуанова, Тәнзилә Мөхтәр ҡыҙы Уразмәтова (Аллаға шөкөр, улар әле иҫән), 40 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күскән Әсҡәт Ғәлимйән улы Ғәликәев... Тормоштағы ҡаҙаныштарымда барыһының да өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Педагогика өлкәһен һайлауыма атайым ифрат ҡыуанды. Ауылдағы мәктәпкә ҡайтыуымды теләгәйне лә, уҡыу йортонан ебәрмәнеләр...
— Ғөмүмән, һеҙҙең өсөн педагогия университеты нимә ул?
— Студент йылдары, йәшлек, тоғро дуҫлыҡ, йәшәү мәғәнәһе... Буласаҡ уҡытыусыларға белем, йүнәлеш бирә алыуым менән бәхетлемен.
— Бөгөнгө студент ниндәй, Раил Мирвай улы?
— Һәр ваҡыттағыса: белемгә ынтылыусан, ҡыҙыҡһыныусан, дәртле! Мәктәпте тамамлаһа ла, әлегә шәхес булараҡ өлгөрөп етмәгән йәш кешегә тап беҙ дөрөҫ йүнәлеш бирергә, үҫеш өсөн шарттар булдырырға тейеш. Ғөмүмән, мин “хәҙерге балалар тыңлауһыҙ, һәлкәү, булдыҡһыҙ” кеүек һүҙҙәрҙе һис ҡабул итмәйем. Йәмғиәт ниндәй — йәштәр ҙә шундай. Барыһы ла тәрбиәгә бәйле. Беҙ коллектив менән ошо бурысыбыҙҙы хәлдән килгәнсә башҡарырға тырышабыҙ. Минең ҡул аҫтында ғына күпме студент белем алып, ҙур тормошҡа аяҡ баҫты! Улар тураһында бәләкәй генә яҡшы һүҙ ишетһәм дә, сикһеҙ шатланам, ғорурланам.
— Эш тураһында һөйләшмәҫбеҙ, тиһәк тә, шул хаҡта әйтмәйенсә булдыра алмайым: Өфөләге башҡа юғары уҡыу йорттарынан айырмалы, БДПУ-ның бөтөн факультеттарында башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла. Ошо ғына ла һеҙҙең турала күпте һөйләй.
— Бында ғәжәпләнерлек бер ни күрмәйем, шулай булырға тейеш тип ҡабул итәм. Башҡортостан мәктәбендә төбәктең киләсәген үҙ ҡулына аласаҡ быуынға белем бирергә әҙерләнгән уҡытыусының башҡорт телен белмәүе мөмкин түгел! Икенсе яҡтан ҡарағанда, республика халҡының туған телдәрен үҙебеҙҙән башҡа кем үҫтерһен? Уларҙы, әйтәйек, Японияла йә Һиндостанда өйрәтеп булмай бит.
Университеттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты уҡытыусыларының эше менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынам. “Ошолайыраҡ итеп өйрәтһәк, нисек булыр?.. Икенсерәк алымды эҙләп ҡарағыҙ... Уҡыусы башҡорт теленең барлыҡ матурлығын күрергә тейеш”, — тип фекерҙәремде еткереп торам. Шулай уҡ татарҙарға ла эләгә...
Ғөмүмән, милләт айырмайым. Кешеләге иң мөһим сифаттар — күңел сафлығы, изгелек, үҙ-ара татыулыҡҡа, именлеккә ынтылыш. Йәштәргә тап шундай тәрбиә бирергә тейешбеҙ.
— Һеҙҙе байрамдарҙа, спорт сараларында студенттар менән бергә ҡайнап йөрөгән ректор тип тә беләбеҙ.
— Элек, йәшерәк саҡта, күпкә әүҙемерәк тә инем. Хәҙер барыбер көс аҙыраҡ. Ә бына улдарым менән волейбол, футбол уйнағанда уларҙан ҡалышмайым. Ер эшендә иһә уҙып та китәм!
Ғаилә тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны әйтәйем: ҡатыным Алһыу Тәлғәт ҡыҙы менән бер ауылданбыҙ, бергә үҫтек, бер класта уҡыныҡ. Яҙмышымды шундай изге, бөйөк зат менән бәйләгән Хоҙайға сикһеҙ рәхмәтлемен. Бөгөнгө бөтөн уңыштарымды Алһыуҙың сабыр, түҙемле, оло йөрәкле булыуының емеше тип күрәм. Айрат, Азат, Артур исемле өс ул үҫтерҙек. Ғөмүмән, “ҡалала күмәк бала тәрбиәләү ауыр” тип фекер йөрөткәндәрҙе аңламайым. Мөхәббәт емештәрен бағыуҙың ниндәй ҡыйынлығы булыуы мөмкин?
Улдарыбыҙ хәҙер үҙ аллы тормош көтә, һәйбәт урында эшләй: икәүһе иҡтисадсы, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы, берәүһе — табип. Килендәребеҙҙән дә уңдыҡ. Ике ейәнебеҙ, ике ейәнсәребеҙ бар. “Олатай, өләсәй” тип өҙөлөп торалар. Әллә ниндәй ҙур байлыҡ кәрәкмәй, Хоҙай әлеге бәхеттән айырмаһын, тип теләйем.
Улдарыма үҙем белгән барлыҡ эште өйрәттем. Улар, ҡалала үҫһә лә, бура бурай, бесән саба, мал аҫтын да таҙарта. Мин атайымдан өлгө алып, уларҙы бер ваҡытта ла “етәкләп” йөрөтмәнем. Әле лә эштәренә ҡыҫылмайым, кәрәк сағында кәңәш кенә бирәм. Хаталаналар икән, урындарына ултыртам.
— Тимәк, атайығыҙҙың тәрбиәһен дауам итәһегеҙ...
— Тап шулай. Бындай ҡөҙрәтте ҡала үҙгәртә алмай. Өфөлә күпме йәшәһәм дә, уның кешеһенә әйләнә алманым: ябай Шишмә малайы булып ҡалам.
Ғөмүмән, мин, кинйә ул булараҡ, ауылда йәшәргә тейеш инем. Атайымдың был үтенесен йыҡманым: ҡалала ҡалырға тура килһә лә, тыуған нигеҙҙә яңы йорт һалдым. Ышанаһығыҙмы, юҡмы: ауылға ҡайтмаған аҙнам юҡ. Һәр йома кис күңелем дә, аяҡтарым да Шишмәгә тарта башлай. Атай нигеҙендә ҡунып килмәһәм, ҡәҙерлеләремдең рухы алдында йөҙөм ҡыҙарыр, көсөм юғалыр төҫлө.
— Яратҡан шөғөлдәрегеҙ бармы?
— Ир-аттың күпселеге был һорауға: “Балыҡ тоторға, һунарға йөрөргә яратам”, — тип әйтер ине. Ә мин ундай шөғөлдәргә әүәҫ түгелмен. Йорт эштәрен башҡарыу күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә. Ауылда күп итеп картуф үҫтерәбеҙ, сәскә сәсәбеҙ. Былтыр балалар менән баҡсаға алтмыш төп тирәһе алмағас ултырттыҡ. Йәшеллек йәшәүгә йәм бирә бит. I класҡа барғанда ултыртҡан алмағасым да бар. Хәҙер инде тирәк һымаҡ булып күренгән был ағас яҙ һайын ап-аҡ сәскәгә төрөнә. Матурлығын күрһәгеҙ! Тап шул миҙгелдә уның янында йәшлекте һағынып иҫкә алырға, киләсәккә хыял ҡорорға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ғөмүмән, минеңсә, хыялланыуҙан туҡтарға ярамай — ул йәшәүгә ынтылыш бирә.
— Ә маҡсаттарығыҙ менән уртаҡлашмаҫһығыҙмы?
— Ниндәй генә йүнәлештә эшләһәм дә, ғалим булып ҡалам. Лекциялар һөйләүҙән, семинарҙар үткәреүҙән туҡтамаҫмын тим — студенттар менән аралашыуҙан ҙур көс-дәрт алам. Үҙемдең ғилми лабораториям бар, уны үҫтерергә ине. Педагогика буйынса китабымдың тәүге томы сығыуын көтәм. Университетты тотошлай төҙөкләндерергә лә маҡсатым бар. Элек ташландыҡ кеүек ятҡан ерҙә Мифтахетдин Аҡмулланың һоҡланғыс һәйкәлен төҙөй алғанбыҙ икән, башҡаһына ла көс етер, тип ышанам.
— Йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
— Эшһөйәр, маҡсатлы булһындар. Үҙебеҙҙең студенттарҙы: “Эшегеҙҙең генералы булырға ынтылығыҙ!” — тип өйрәтәм. Әммә барыһы ла изге маҡсат, тоғро юл, тырыш хеҙмәт аша яуланырға тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872