Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғәбдөккә тәүге ылау китте
Ғәбдөккә тәүге ылау киттеТашҡындан ҙур зыян күргән Белорет районының Ғәбдөк ауылындағы хәл хаҡында “Башҡортостан” гәзите редакцияһының даими хәбәрҙар булып тороуы, урындағы халыҡҡа ярҙам йөҙөнән мәрхәмәтлек акцияһы ойоштороуы күптәргә мәғлүм инде. Кисә иһә журналистарыбыҙ бәләнең эҙемтәләре менән көрәшкән, үҙ донъяһын бөтәйтергә тырышҡан ғәбдөктәр өсөн гуманитар ярҙамды “ГАЗель” автомобиленә тейәп оҙатты.

Өфөләрҙең бәләгә тарыусыларға битараф ҡалмауын редакцияла тауҙай өйөлгән донъя кәрәк-ярағы, кейем-һалым тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Күптәр акцияға Ғәбдөккә тәүге ылау киттеихлас ҡушылды, хатта ҡабат-ҡабат килеүселәр ҙә булды.
“Башҡортостан” республика дәүләт нәшриәте лә акциянан ситтә ҡалманы: Белорет районына әйберҙәрҙе алып барыу өсөн “ГАЗель” автомобиле бирҙе. Бының өсөн предприятие етәксеһе Дмитрий Безрукавниковҡа айырым рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Изге ылауҙы оҙатып ебәргәс, редакцияға билдәле дин әһеле мөфтөй Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмов килде. Ул да ғәбдөктәрҙең аяныслы хәлен ишетеп, ярҙам итеү ниәте менән янып йөрөй икән.
– Был ауыл менән бала сағым бәйле, – тине хөрмәтле Хәмзә хажи. – Үҙем Асыла тыуып үҫһәм дә, әсәйем Фәрхениса Вәлиәхмәт ҡыҙы – ошо ауылдан. Ғәбдөккә тәүге ылау киттеӨләсәйемә йыш барып йөрөй торғайным. Бынан бер нисә йыл элек Ғәбдөктә Ололар көнөн ҙурлап үткәргәйнеләр. Ҡорбан салып, табын ҡороп, ифрат матур байрам ойошторғайнылар. Берҙәм, булдыҡлы халыҡ йәшәй унда.
Хәмзә хажи яҡташтарына, матди таяныс менән бер рәттән, рухи ярҙам да күрһәтергә вәғәҙә итте: ул киләһе ярты йыллыҡҡа ауыл халҡына “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырасаҡ. Афарин!
Хәбәр итеүебеҙсә, акция 26 апрелгә тиклем дауам итә. Ташҡындан зыян күргән халыҡҡа ярҙам итергә теләүселәр булһа, өлгөрөп ҡалығыҙ! Белешмә өсөн телефон: 272-05-43.


Автор: Г. САЛАУАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә