Ташҡындан ҙур зыян күргән Белорет районының Ғәбдөк ауылындағы хәл хаҡында “Башҡортостан” гәзите редакцияһының даими хәбәрҙар булып тороуы, урындағы халыҡҡа ярҙам йөҙөнән мәрхәмәтлек акцияһы ойоштороуы күптәргә мәғлүм инде. Кисә иһә журналистарыбыҙ бәләнең эҙемтәләре менән көрәшкән, үҙ донъяһын бөтәйтергә тырышҡан ғәбдөктәр өсөн гуманитар ярҙамды “ГАЗель” автомобиленә тейәп оҙатты.
Өфөләрҙең бәләгә тарыусыларға битараф ҡалмауын редакцияла тауҙай өйөлгән донъя кәрәк-ярағы, кейем-һалым тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Күптәр акцияға
ихлас ҡушылды, хатта ҡабат-ҡабат килеүселәр ҙә булды.
“Башҡортостан” республика дәүләт нәшриәте лә акциянан ситтә ҡалманы: Белорет районына әйберҙәрҙе алып барыу өсөн “ГАЗель” автомобиле бирҙе. Бының өсөн предприятие етәксеһе Дмитрий Безрукавниковҡа айырым рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Изге ылауҙы оҙатып ебәргәс, редакцияға билдәле дин әһеле мөфтөй Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмов килде. Ул да ғәбдөктәрҙең аяныслы хәлен ишетеп, ярҙам итеү ниәте менән янып йөрөй икән.
– Был ауыл менән бала сағым бәйле, – тине хөрмәтле Хәмзә хажи. – Үҙем Асыла тыуып үҫһәм дә, әсәйем Фәрхениса Вәлиәхмәт ҡыҙы – ошо ауылдан.
Өләсәйемә йыш барып йөрөй торғайным. Бынан бер нисә йыл элек Ғәбдөктә Ололар көнөн ҙурлап үткәргәйнеләр. Ҡорбан салып, табын ҡороп, ифрат матур байрам ойошторғайнылар. Берҙәм, булдыҡлы халыҡ йәшәй унда.
Хәмзә хажи яҡташтарына, матди таяныс менән бер рәттән, рухи ярҙам да күрһәтергә вәғәҙә итте: ул киләһе ярты йыллыҡҡа ауыл халҡына “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырасаҡ. Афарин!
Хәбәр итеүебеҙсә, акция 26 апрелгә тиклем дауам итә. Ташҡындан зыян күргән халыҡҡа ярҙам итергә теләүселәр булһа, өлгөрөп ҡалығыҙ! Белешмә өсөн телефон: 272-05-43.