Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Вариҫтар кәмей
Вариҫтар кәмейРәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәренән күренеүенсә, былтыр бала табыу сертификаттары программаһын тормошҡа ашырыуға 144,4 миллион һум тотонолған.

443 мең "өләсәй"гә — ни бары 243 мең "олатай"!

2013 йылдың тәүге ике айында республикала 8 744 бала донъяға килгән. Ғаиләлә икенсе бала тыуыу кимәле әүәлгесә һаҡлана — 38,4 % (2012 йылда— 38,8 %). Өсөнсө һәм артабанғы балалар тыуымы былтырғы менән сағыштырғанда 5,6 процентҡа артҡан. Тыуым күбәйә, әммә был һан ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип иҫәпләй демографтар.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала балалар һаны йыл һайын 11 меңгә арта. Мәҫәлән, 2009 йылда биш йәшкә тиклемге сабыйҙар 283,1 мең иҫәпләнһә, 2012 йылдың башына 316 меңдән ашты. Үҫә төшкәндәре араһында хәл башҡаса: 6 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар һаны һуңғы дүрт йыл эсендә даими түбәнәйә барҙы. Был күңелһеҙ хәл — 1990-2000 йылдарҙағы демографик "упҡын" эҙемтәһе. Бөгөн 25-34 йәшлектәр һаны тотороҡло, 35-39 йәшлектәрҙең иҫәбе лә үҙгәрешһеҙ. Беҙ әле торғонлоҡ осоро тип атарға күнеккән 1970—1985 йылдарҙа тыуған сабыйҙар хаҡында һүҙ алып барыуыбыҙҙы иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
40 йәшлектәр быуыны хаҡында ни әйтергә мөмкин? Һан буйынса улар күп кенә, еңелдән һаналмаған 60-сы йылдарҙа демографик көрсөктөң булмағанына ишара был. Әммә уларҙың йылдан-йыл кәмеүе күҙәтелә.
50-60 йәшлектәрҙең "армия"һы йылдан-йыл тулылана — халыҡ ҡартая. 60 йәш сиген уҙыусылар ҙа күбәйә. 2009 йыл менән сағыштырғанда, пенсионерҙар һаны 33 меңгә артҡан.
Халыҡ структураһына дөйөм байҡау яһаһаҡ, шуны күрербеҙ: иң ҙур төркөмдө 20-30, 40-50 йәшлектәр биләй, ә 6 йәштән 19 йәшкә тиклемге балалар һаны — иң аҙы.
Шуныһы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: йыл да малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда бер меңгә күберәк тыуыуға ҡарамаҫтан, бындай күренеш ни бары 30 йәштәргә тиклем генә һаҡлана. Аҙаҡ хәл ҡырҡа үҙгәрә: 30-40 йәшлектәр араһында ҡатын-ҡыҙ ир-атҡа ҡарағанда — 5-10 меңгә, 50 йәштәгеләр араһында 19-28 меңгә күберәк тәшкил итә. Ә пенсионерҙар араһында был айырма ифрат ҙур: 443 мең "өләсәй"гә ни бары 243 мең "олатай" тура килә.


Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә