Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәренән күренеүенсә, былтыр бала табыу сертификаттары программаһын тормошҡа ашырыуға 144,4 миллион һум тотонолған.
443 мең "өләсәй"гә — ни бары 243 мең "олатай"! 2013 йылдың тәүге ике айында республикала 8 744 бала донъяға килгән. Ғаиләлә икенсе бала тыуыу кимәле әүәлгесә һаҡлана — 38,4 % (2012 йылда— 38,8 %). Өсөнсө һәм артабанғы балалар тыуымы былтырғы менән сағыштырғанда 5,6 процентҡа артҡан. Тыуым күбәйә, әммә был һан ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип иҫәпләй демографтар.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала балалар һаны йыл һайын 11 меңгә арта. Мәҫәлән, 2009 йылда биш йәшкә тиклемге сабыйҙар 283,1 мең иҫәпләнһә, 2012 йылдың башына 316 меңдән ашты. Үҫә төшкәндәре араһында хәл башҡаса: 6 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар һаны һуңғы дүрт йыл эсендә даими түбәнәйә барҙы. Был күңелһеҙ хәл — 1990-2000 йылдарҙағы демографик "упҡын" эҙемтәһе. Бөгөн 25-34 йәшлектәр һаны тотороҡло, 35-39 йәшлектәрҙең иҫәбе лә үҙгәрешһеҙ. Беҙ әле торғонлоҡ осоро тип атарға күнеккән 1970—1985 йылдарҙа тыуған сабыйҙар хаҡында һүҙ алып барыуыбыҙҙы иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
40 йәшлектәр быуыны хаҡында ни әйтергә мөмкин? Һан буйынса улар күп кенә, еңелдән һаналмаған 60-сы йылдарҙа демографик көрсөктөң булмағанына ишара был. Әммә уларҙың йылдан-йыл кәмеүе күҙәтелә.
50-60 йәшлектәрҙең "армия"һы йылдан-йыл тулылана — халыҡ ҡартая. 60 йәш сиген уҙыусылар ҙа күбәйә. 2009 йыл менән сағыштырғанда, пенсионерҙар һаны 33 меңгә артҡан.
Халыҡ структураһына дөйөм байҡау яһаһаҡ, шуны күрербеҙ: иң ҙур төркөмдө 20-30, 40-50 йәшлектәр биләй, ә 6 йәштән 19 йәшкә тиклемге балалар һаны — иң аҙы.
Шуныһы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: йыл да малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда бер меңгә күберәк тыуыуға ҡарамаҫтан, бындай күренеш ни бары 30 йәштәргә тиклем генә һаҡлана. Аҙаҡ хәл ҡырҡа үҙгәрә: 30-40 йәшлектәр араһында ҡатын-ҡыҙ ир-атҡа ҡарағанда — 5-10 меңгә, 50 йәштәгеләр араһында 19-28 меңгә күберәк тәшкил итә. Ә пенсионерҙар араһында был айырма ифрат ҙур: 443 мең "өләсәй"гә ни бары 243 мең "олатай" тура килә.