Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кеше лә яҡлауға мохтаж
Кеше лә яҡлауға мохтажМихаил Горбачев СССР кеүек бөйөк дәүләтте тарҡатыусыларҙың береһе булып тарихта ҡалды. Күңел азатлығына, илдәге яңы үҙгәрештәргә оло өмөт бағлаған кешеләребеҙҙең телмәр оҫтаһы, һөйкөмлө Михаил Сергеевичҡа һоҡланып, телеэкрандарға текәлгән, уның һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаған мәлдәре бөгөнгөләй хәтерҙә. Һәр һүҙен ҡағыҙға ҡарап, тотлоға-тотлоға, этә-төртә әҙер доклад уҡыған дәүләт башлыҡтарынан һуң күҙгә ҡарап, бәйләнешле, матур һөйләй белгән етәксе, әлбиттә, бөтәбеҙҙең дә күңелен яулап алды. Мин ул заманда район гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләй инем. Арабыҙҙан тик бер кеше, үҙенең төҫ-ҡиәфәте менән Горбачевты хәтерләтеп торған Салауат ағай Йомағужин ғына шик белдерҙе: “Эш һүҙҙә түгел бит әле, йомшаҡ түшәп, ҡатыға ултыртҡан әҙәмгә оҡшаған…” Мөхәррир урынбаҫары хаҡлы булып сыҡты…

Ләкин бөгөн әйтергә теләгәнем Горбачевтың сәйәси эшмәкәрлеге, йә булмаһа әхлаҡи йөҙө тураһында түгел. Ул беҙҙең ил өсөн үтә лә мөһим бер аҙым яһағайны: эскелеккә ҡаршы тәүәккәл көрәш башлағайны.
Айыҡ тормош иғлан ителгәс, бөтә ойошма-предприятиеларҙа “айыҡлыҡ йәмғиәттәре” барлыҡҡа килде. Редакция менән типография коллективында әлеге йәмғиәткә бер мин кермәй ҡалдым. Мөхәрриребеҙ Мырҙахан ағай Шәмсетдинов мине сәйәси аңһыҙлыҡта ғәйепләне. Асылда, был минең формаллеккә, исем өсөн үткәрелгән бер көнлөк сараларға ҡаршы сығып маташыуым ине. Унан, өс йыл рәттән ай һайын бер көнлөк эш хаҡымды СССР-ҙың Тыныслыҡ фонды файҙаһына ебәреп тә, ул аҡсаның бер өлөшө генә фондҡа күскәнен белеп, бәғзе берәүҙәрҙең выжданһыҙлығынан көйөп йөрөгән мәлем… Әй, бер ҡатлы йәшлегем! Хәҙер үҙемдең илһөйәрлек эш-ҡылығымды иҫ-аҡылым китеп хәтерләйем.
Ә бына Горбачевтың эскелеккә ҡаршы яу асыуын бөгөн дөрөҫ аҙым булған, тип уйлайым. Михаил Сергеевичты бөгөн бүтән хаталары өсөн түгел, ә тап бына Рәсәйҙең наһарын ҡоротҡан эскелеккә ҡаршы көрәше өсөн тәнҡитләйҙәр. Имеш, төптө яңылыш булған был, әллә күпме виноград плантациялары ҡырҡылған, юҡ-бар нәмә һемереп, халыҡ ҡырылған… Кемдер, ҡасандыр махсус рәүештә “ырғытҡан” ошо фекерҙе, ғәҙәттәгесә, аҙаҡ бөтә ил күтәреп алды. Ә фекер бер генә маҡсатта еткерелгәйне: Рәсәйҙә эсеүҙе тыйыуға сик ҡуйырға, урыҫ әйтмешләй, “не сметь”! Сөнки араҡы – юғары даирәләрҙең кеҫәһен ҡалынайтыусы иң шәп валюта! Илде, халыҡты байытыусы түгел, сөнки беҙҙең бахыр халҡыбыҙ нисек ыҙалыҡ менән көн күргән, шулай ыҙалыҡ менән йәшәп маташа. Эйе, осор менән осор араһында айырма бар, әммә ябай кешеләр әүәлгесә илдең ауыр йөгөн үҙ иңендә күтәрә.
Горбачевтың ҡарарына әйләнеп ҡайтайыҡ. Әгәр виноград плантациялары ҡырҡылған, әрәм ителгән икән, быныһы инде – беҙҙең юғарынан килгән фарманды үтә ярамһаҡланып атҡарырға өйрәнеүебеҙҙән. Үлемгә килгәндә, киреһенсә, илдә айыҡ тормош иғлан ителгәс, үлем кимәле ҡырҡа кәмене. Белгестәр билдәләүенсә, 1985 – 1987 йылдарҙа ғына реформа 1 миллион 200 мең кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған. Был – бер. Икенсенән, алкоголизм ғаиләгә күсте, йәшерен эстеләр, тигәндәре лә ялған. Кешеләр айныҡ тормошҡа өйрәнә башлағайны. Урамда иҫереп, ҡағылып-һуғылып йөрөүселәр бөткәйне. Ғаиләләрҙә лә бөгөнгө кеүек иҫерешеп, эскелек нигеҙендә енәйәттәр ҡылыу кәмегәйне. Әҙәм эскән килеш кеше күҙенә салыныуҙан ояла башлағайны…
Бәлки, айыҡ тормош өсөн көрәш Горбачевтың үҙенә күрә бер сәйәси уйыны ғына булғандыр, кем белә. Әммә шуныһы хаҡ: әгәр шул саҡта берәй аныҡ ҡарар ҡабул ителеп, ул ҡарар һис юғы бер нисә тиҫтә йыл эшләһә, беҙҙә өр-яңы быуын үҫер ине. Айныҡ, намыҫлы быуын.
Бөгөн хәл нисек? Рәсәй иң күп эскән ил булып ҡала. Эскелек – бөтә енәйәттәрҙең башы. Боронғо бер риүәйәтте хәтергә төшөргө килә. Иблис бәндәне ҡоторта икән: һинең өсөн ике генә юл бар, йәнәһе. Тәүгеһе – иҫергәнсе эсәһең. Быныһы – еңел юл. Икенсеһе – күршеңде үлтерәһең, ҡатынын көсләйһең, унан үҙең башыңды элмәккә тығаһың. “Иҫерермен дә, айығырмын!” – тип уйлаған да бәндә, тәүге юлды һайлаған. Ә инде иҫереп алғас, күршеһен дә үлтергән, бисәһен дә көсләгән, үҙе лә аҫылынған…
Йәнә бер күрһәткес: бөгөн илдәге енәйәттең дүрттән өс өлөшө эскән килеш яһала.
Аҙлап ҡына эсергә ярай, хатта кәрәк, тип өйрәткән табиптарҙы мин енәйәтсегә тиңләйем. Үҙәк журналдарҙың береһендә журналист нарколог Тамара Титованан интервью ала. Тәүҙә эскелектең зарары хаҡында аҡыллы ғына әңгәмәләшкән табип бер заман түбәндәге һығымта яһай: үҫмер, хатта аҙнаһына 3-4 тапҡыр берәр шешә һыра һемерһә лә, мотлаҡ эскесе була, тиергә ярамай. Һәр бишенсе кеше генә алкоголикка әүерелә… Ниндәй яуапһыҙлыҡ, уйлап ҡараһаң! Ә бына абруйлыраҡ белгестең фекере: үҫмерҙәрҙең күпселеге өсөн һыра, шарап, араҡыны бер генә уртлап ҡарау ҙа етә, уларға иҫереү, һуңынан “диңгеҙ тубыҡтан” тигән торош оҡшап ҡала, һөҙөмтәлә бала саҡта йә үҫмерлек осоронда һыра тәмләй башлағандарҙың 76 проценты һуңынан алкоголизм сиренә дусар була. Быныһы инде медицина фәндәре докторы, профессор Андрей Сабишевтың фекере, күп йыллыҡ тикшереүҙәрҙән һуң яһаған һығымтаһы.
Рәсәйҙә көн һайын 2,5 меңдән ашыу кеше алкоголизмдан үлә. Был һанға алкоголик булып өлгөрмәгән, әммә эскелектән һәләк булғандар иҫәбен дә өҫтәһәк?..
Рәсәйҙә һәр кешегә йылына 42 шешә араҡы (бүтән спиртлы эсемлектәрҙән тыш) тура килә. Яңы донъяға тыуған сабыйҙарҙан теше ҡойолоп бөткән әбей-бабайҙарға тиклем – бөтәһен дә иҫәпкә алып. Бәхеткә күрә, бөтөнләй эсмәгән йә иһә бер-ике сөңкәнән уҙмағандар, йәғни сама белгәндәр ҙә бар бит әле. Шулай итеп, эсергә әүәҫ һәр әҙәмгә 127-шәр шешә араҡы тәтей. Бына был, исмаһам, рекорд! Ошонан һуң Рәсәй кешеләренең йән һәм тән сәләмәтлегенә, камил генофондҡа иҫәп тотоп буламы икән?
Илдә рәсми рәүештә теркәлгән алкоголиктар һаны ғына 20 миллиондан ашыу. Асылда эскеселәр тиҫтәләгән мәртәбәгә күберәк, һәм уларҙа берәүҙең дә эше юҡ. Элекке кеүек мәжбүри дауалау ҙа тыйылған, йәнәһе, был бит шәхес азатлығын быуыу, әйҙә, йәне шуны теләгәс, эсһен, яҡындарын интектерһен, балаларын ыҙалатһын! Беҙҙең дәүләткә, бәлки, эскән кеше ҡәҙерлерәктер, ни тиһәң дә “ил” ҡаҙнаһын тултыра, уға идара итеү ҙә еңел (эскесегә шешәнән башҡа нимә кәрәк?!), өҫтәүенә пенсия йәшенә лә етмәйенсә һәләк була, үҙе менән эргәһендәгеләрҙе лә теге донъяға ала. Рәсәйгә ул тиклем халыҡ нимәгә?..
Иң ҡурҡынысы: балалар эскелеккә өйрәнә. Дөрөҫөрәге, улар инде тыумыштан эскесе булып донъяға килә. Бала табыу йорттарында эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре, яҡты донъяға тәүге ауаздарын һалыу менән, алкоголь “талап иткән” сабыйҙарҙы йыш күҙәтә хәҙер. Ошоға бәйле бер ваҡиғаны иҫкә алып үткем килә.
Үткән быуаттың 80-се йылдары ине. Асҡар – Магнитогорск юлында йөрөүсе автобус аэропортҡа ике саҡрым етмәйерәк, урман һыҙаты эргәһендә шып туҡтай. Ҡатын-ҡыҙҙар ул арала ағаслыҡ араһына үҙ йомошо менән йүгерә. Һәм шундағы тирәктәрҙең береһенә аҫып ҡуйылған дүрт-биш йәшлек ҡыҙ балаға юлығалар. Сабыйҙы элмәктән төшөрөп алалар, иҫенә килтерәләр. Уны яңы ғына аҫып киткәндәр, бала быуылып өлгөрмәгән була. Хоҙайҙың ҡушыуы, автобустың тап шул урында туҡтап ҡалыуын әйт әле һин!
Баланы ла алып, автобус ары ҡуҙғала. Шуныһы ғәжәп: ул артабан бер ни булмағандай аңына килә. Күп тә бармайҙар, бер ир менән ҡатынды ҡыуып етәләр. Туҡтап тегеләрҙе лә, ултыртып алалар. Шул саҡ ҡыҙыҡай: “әсәй! әсәй!” – тип ҡысҡырып ебәрә. Баҡтиһәң, һөйәренә ярар өсөн әсә исемен йөрөткән бәдбәхет ир йораты менән икәүләп сабыйҙан ҡотолмаҡсы булған икән. Әлеге енәйәтселәр, әлбиттә, хөкөм алдына баҫты, әммә ниндәй яза баланың артабанғы ҡот осмалы яҙмышын, емерелгән тормошон, ҡаҡшаған психикаһын төҙәтә ала?! Был ваҡиғаның ҡурҡыныс дауамы бар – мин шул хаҡта.
Ҡыҙҙы, яҙмышы хәл ителгәнсе тип, район дауаханаһына урынлаштырҙылар. Шул осорҙа минең апай тейешле кешем дауаланып ята ине. Эргәһенә барып йөрөйөм. Бер көн, шулай, икәү һөйләшеп ултырһаҡ, палатаға ҡурсаҡ кеүек матур ҡыҙ бала килеп инде лә, эргәгә йүгереп килде, урыҫсалап: “Һинең араҡың юҡмы?” – тип һораны. Ни әйтергә лә белмәй, аптырап киттем, юҡ, тигән булдым. “Һыра булһа ла һатып алып кил әле миңә”, – ти ҡыҙыҡай. Бәләкәс кенә көйө ҡайһылай сәйер шаярта, тип уйлайым. “Эй, эскем килә, мужиктар килһә, әсәйем миңә гел эсерә торғайны, рәхәт була ине, йоҡлап китәм…” – тип дауам итә бала. Ул шулай көн һайын палаталар буйлап эсергә таптырып йөрөй икән. Саҡ үлмәй ҡалған бахыр балаҡай… Ҡыҙҙың артабанғы яҙмышы нисек булғандыр, билдәһеҙ. Аҙаҡ уны ҡайҙалыр алып киттеләр.
XXI быуат башында Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә балаларҙың эсеүен ишетеп, ҡот оса торғайны. Әкренләп был бәлә тотош илде баҫып бара.
2013 йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Әҙәм балаһы – тәбиғәттең үҙенсәлекле бер күренеше. Һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәү сиратта, кешене, уның аҡыл-зиһенен, сәләмәт рухын һаҡлау һәм яҡлауҙы үҙ эсенә ала. Генофондты һаҡлап ҡалыу өсөн беҙ сәләмәт йәшәү рәүешен тормоштоң төп ҡанунына әүерелдерергә бурыслыбыҙ. Балалар һәм ейәндәр, тимәк, киләсәк хаҡына.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530