Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡасан йоҡлайҙыр Сабир...”
“Ҡасан йоҡлайҙыр Сабир...”Ауылда йәшәүе еңел түгел. Бигерәк тә төпкөлдә. Шулай ҙа тырышҡанда барыһын да булдырып була икән. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына үҙ күҙҙәрем менән ышандым.

Ир күрке — мал

Бынан тиҫтә йыл самаһы элек оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләгән тәжрибәле уҡытыусынан ишеткәйнем ошо һүҙҙе. Уның әйтеүенсә, “уҡымаған”, йәғни юғары белем алмаған уҡыусылары тормошта юғалып ҡалмай, үҙ юлын табып, бик матур донъя көтә. Әбйәлил районының Хәмит ауылына юл төшөп, мәктәп директоры ниндәй маҡсат менән йөрөүемде белгәс: “Сабир уҡыуҙа алдырмаһа ла, ана, хәҙер булдыҡлы эшҡыуарға әйләнде. Ҡасан йоҡлайҙыр ул, аптырарһың”, — тине. Йәнә үрҙә телгә алған уҡытыусының һүҙҙәре хәтергә төштө. Уҡырға яратмаған, әммә егәрле, заман дилбегәһен тота белгән, эшҡыуарлыҡтың бер нисә йүнәлешен берҙәй уңышлы тартҡан Сабир Баһауетдинов менән танышырға ашыҡтым.
Ир күрке — мал, үҙән күрке — тал, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Сабир Иҙрис улының ҡураһы тулы мал, йылҡылары бер өйөр, ҡош-ҡортонан аяҡ баҫыр урын юҡ. Егәрле хужа малсылыҡтың борондан килгән төрөн һайлап яңылышмаған. Йылҡы үрсетеү ата-бабаларҙан ҡалған шөғөл генә түгел, табышлы ла. Бөгөн баҙарҙа юғары сифатлы йылҡы итенә ихтыяж ҙур. Ә ҡаҙы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Уны эҙләп, Магнитогорск ҡалаһынан уҡ киләләр икән.
Йылҡыларының балыҡтай йылҡылдап тороуына ҡарағанда, ай-һай, хужа яҡшы тәрбиәләй, тип уйлап ҡуяһың. Хәйер, был төбәктә аттар тибенгә сыҡмай: сөнки ҡар ҙа ҡалын, урман яҡын булыу сәбәпле, бүре лә күп. Шуға күрә, йәй күпме бесән әҙерләргә кәрәклеген иҫәпләгәндә, сәс үрә тора. Әлбиттә, иртә таңдан тороп, кис һуң ятмаһаң, барыһына ла өлгөрөп булмайҙыр.
Иртә торһаң, ит бешә тигәндәй, таң һарыһынан эшкә тотонғандар ғына үҙ маҡсатына өлгәшеүсән, алдына алғандарын тормошҡа ашырыусан. Булдыҡлы эшҡыуар быйыл ҡымыҙ етештерергә хыяллана. Бының өсөн көҙҙән үк хәстәрлек күргән. Ауыл ситенән ҡуртымға ер алып кәртәләгән, шунда бейәләр бәйләйәсәк.

Һәр ғаиләнең — үҙ ҡануны

Ялан кәртәләге хуш еҫле бесәндең бер ус өйкөмөн тотоп та өлгөрмәнем, янымда ғына уҫлаптай бер үгеҙҙең үкереүенән йөрәгем өҙөлөп төшкәндәй булды. Әйтерһең дә, алышҡа әҙерләнгән. Үҙе ҙур, һимеҙ, күҙҙәре менән йоторҙай, тояҡтары менән йолҡорҙай. Ҡурҡыуымды һиҙгән Сабир Иҙрис улы йәһәтләп яныма килеп: “Һуғымға ашатырға ҡуйҙым, шуға тыпырсына”, — тип тынысландырырға тырышты. Тиҙ генә үҙемде ҡулға алып, һорауҙарымды бирергә ашыҡтым. “Һыйыр малы ла тотаһығыҙмы?” Ауылда йәшәп тә, һыйыр аҫрамай тормайҙар инде, тигән уй мейене ярып үтһә лә, һүҙ юҡта һүҙ булһын, йәнәһе.
Әммә Сабир Баһауетдинов кинәйәле һорауымды аңламаны, тиҫтәләгән һауын һыйыры, әллә күпме башмағы, быҙауҙары хаҡында бәйән итә лә башланы. Йортҡа кергәс, ҡатыны Нәсимә Бәшәр ҡыҙы ла әңгәмәгә ихлас ҡушылды.
— Әлбиттә, һыйырҙарҙың ағын тейешенсә файҙаланам тип әйтә алмайым. Әлегә һатыуға сығарырға ваҡыт та етмәйерәк. Икенсенән, ауылыбыҙҙың район үҙәгенән алыҫта урынлашыуы ла ҙур йоғонто яһай. Үҙебеҙгә кәрәкле тиклем генә эшкәртәбеҙ ҙә һөттөң күпселеген быҙауҙарға имеҙәбеҙ. Шуға күрә улар ҡыш сыҡҡансы көрәйеп, башмаҡҡа әйләнә. Улай иткәндә, көҙ һатып ебәреүе лә, тотоноуы ла уңайлы.
Һәр кемдең — үҙ ҡануны, һәр ғаиләнең — үҙ планы. Шуныһы асыҡ: был йортта ҡул ҡаушырып ултырыусылар юҡ, барыһының да тәғәйен эше, үҙ шөғөлө бар.

Бал ашаған ауырымаҫ

Ауылда беренселәрҙән булып умартасылыҡ менән шөғөлләнергә тәүәккәллек иткән Сабир Иҙрис улының был кәсебе лә яйға һалынған. Бөгөн уның егерменән ашыу умартаһы бар. Ауылдан 15 километр ситтәрәк, йүкә урманына ултыртҡан умартаһынан йыл һайын ярайһы уҡ табыш ала. Һуңғы йылдарҙа бал ҡорто күстәрен ялан яҡтарына, дөрөҫөрәге, ҡарабойҙай сәселгән баҫыу янына урынлаштырыу ҙа файҙаға ғына. Сөнки бал һатҡанда тауарҙың төрө һәм сифаты үҙ ролен уйнамай ҡалмай. Хәҙер балды һатыу элекке кеүек ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, ти уңған эшҡыуар. Йыл әйләнәһенә ауылдыҡылар ҙа, ситтән дә үҙҙәре килеп алалар. Табышлы кәсептең файҙаһы иш янына ҡуш булыуын иҫәпләгәндә, Сабир Баһауетдиновтың тырышлығы юҡҡа түгеллеге аңлашыла. Бал тотҡан бармаҡ ялар, һөт тотҡан ҡаймаҡ ялар тигәндәй, бөгөн Баһауетдиновтар ғаиләһе табынында бал да, май ҙа, ит тә, һөт тә етерлек.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ

Шулай тиеүҙәре хаҡтыр, күрәһең. Геройымдың тағы ла ағас эшкәртеү буйынса оҫталығын белгәс, барыһына ла нисек өлгөрә икән, тип уйлап ҡуйҙым. Ауыл ситендә урынлашҡан пилорамала брус, таҡта әҙерләйбеҙ, ти. Хатта ике кешегә эш урыны булдырылған. Был шөғөлдө яңыраҡ өйләнгән оло улы Нурға ышанып тапшырһа ла, атай кеше барыбер бар эште үҙе контролдә тота.
Йәнә лә ауылда ике магазин тотоуҙарын да әйткәндә, Сабир Баһауетдиновтың шунса эште бер юлы атҡарып сыға алыуына һоҡланырға ғына ҡала. Ҡарап тороуға тыныс холоҡло, һәр һүҙен яйлап, үлсәп һөйләргә яратҡан был ағайҙы хәҙерге заман “бизнесмены” тип атап булмаҫ кеүек. Әммә ҡылған ғәмәлдәре бының шулай булыуын дәлилләй. Шулай ҙа күңелемде ҡытыҡлаған һорауымды бирмәйенсә булдыра алманым. “Нисек өлгөрәһегеҙ барыһына?” — тигән һорауыма (уның йылмайыуынан барлыҡ өй яҡтырып киткәндәй булды): “Мин бит яңғыҙ түгел: ярты һүҙҙән аңлаған ҡатыным һәм балаларым бар”, — тип ябай ғына яуап бирҙе. Ошо ихлас һүҙҙәрҙә ауыл кешеһенең хәҡиҡәте ята. Тимәк, уның эше юҡҡа түгел. Иң мөһиме — балалары, яҡындары өсөн, уларҙың киләсәге, бөгөнгөһө өсөн. Ниндәйҙер байлыҡ туплау хаҡына ла түгел, ә ябай кешенең көндәлек булмышы. Шулай булмаһа, шунса эште башҡарып та, мин эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәм тип, район етәкселегенә барып, үҙенә тейешлеһен дә, тейешһеҙен дә һорап йөрөр ине бит. Әммә ул барыһын да үҙ ҡулы, хәләл көсө, әсе тирен түгеп тапҡан. Бер тапҡыр ҙа субсидия алмаған, уның ҡарауы, әллә күпме кешегә, ауыл хакимиәтенә, мәктәп коллективына бағыусы булараҡ ярҙам күрһәтә. Ауылда бер генә сара ла уның матди ярҙамынан тыш үтмәй. Шул уҡ ваҡытта ауылдаштары араһында ихтирам ҡаҙанған өлгөлө ғаилә башлығы, абруйлы атай ҙа. Ҡатыны менән алты бала тәрбиәләйҙәр.
Бар яҡтан килгән булдыҡлы эшҡыуарҙың мәктәп йылдарында алдынғылар иҫәбендә булмауына ышанғы ла килмәне. Кем белә, бәлки, уҡытыусылары уны баһалап бөтмәгәндер... Әммә үҙ көсөнә ышаныу тойғоһо тәрбиәләй алғандар. Көслөләр иһә бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай.


Автор: Кәримә УСМАНОВА Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә