Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөфтөй Мансур хәҙрәт Халиҡов
Күренекле мәғрифәтсе, дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың тәүге мөфтөйө Мансур Хатип улы Халиҡовтың (1886 – 1932) тыуыуына ошо көндәрҙә 125 йыл тула. Ошо арала мәсеттәрҙә, мәҙрәсәләрҙә арҙаҡлы дин әһелен иҫкә алыуҙар, хәтер һәм ҡәҙер кисәләре дәррәү бара. Айырыуса тыуған яғы Ғафуриҙа уның рухын ҙурлайҙар. Үҙ ваҡытында “Рәсүлиә” (1908), “Ғәлиә” (1910) мәҙрәсәләрендә уҡып, бик яҡшы белем алған, алдынғы ҡарашлы, туған халҡын аң-белемгә әйҙәгән, Бәләкәй Башҡортостандың беренсе мөфтөйө булған был арҙаҡлы шәхестең исемен бөгөн Аллаһы Тәғәләнең барлығын, берлеген танып, хаҡ дин юлына баҫҡан мосолман халҡына еткереү беҙгә фарыздыр.
Мансур хәҙрәт Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Кәлсер-Табын улусы Оло Үтәштә, хәҙерге Ғафури районының Оло Үтәш ауылында мәшһүр дин әһеле Хатип Әбделхалиҡ улы Халиҡовтар ғаиләһендә 1886 йылдың 17 декабрендә беренсе бала булып донъяға килә.
Иң башта уның атаһы Хатип хәҙрәтте (1844 – 1910) иҫкә алып китәйек. Ул оҙаҡ йылдар Оло Үтәш ауылында мәҙрәсә тотҡан, тирә-яҡҡа аң-белем таратҡан үҙ заманының алдынғы мәғрифәтсеһе була. Мосолман донъяһында уның данлыҡлы атай-олатайҙарын да яҡшы беләләр. Башҡорт иле уның изге эштәрен дә юғары баһалай: барлыҡ етем-еһерҙе үҙ ҡарамағына алып, уларҙы уҡытып, тәрбиә ҡылып, аҙаҡ тормош юлына баҫтырыуы тураһында бөгөн дә хәтерләп һөйләйҙәр. Троицк мәҙрәсәһенең ишан хәҙрәттәре Зәйнулла Рәсүлев, Муллаҡай мәҙрәсәһенең имам-хатибы Ғабдулла Сәйеди, Әхмәтзәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтшаһ, олатаһы Хәбибназар хәҙрәттәр менән дә яҡындан аралашып йәшәгән ул. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ҙа башланғыс белемде Оло Үтәш мәҙрәсәһе мөдәррисе Хатип хәҙрәттән алған. Шағирҙың тәүге остазын бик йылы итеп иҫкә алыуы билдәле. Ауылына ҡайтҡан саҡтарҙа Мәжит Ғафури йыш ҡына Хатип хәҙрәттең ҡыҙы Шәкирә инәйгә инеп, һөйләшеп ултыра торған булған. Мәрхүмә Шәкирә инәй яҡындарына түбәндәгеләрҙе һөйләп ҡалдырған:
— Яңы заман килгәс, атайымдың шәкерте шағир Мәжит ағай телен тыйырға мәжбүр була. ГПУ тарафынан бер ғәйепһеҙгә яла яғылып, “халиковшина” тип мөһөр баҫылып, был тирәнән төбө-тамыры менән йолҡоп ырғытылырға тейешле ҡәүем тураһында яңы властар алдында, һәр әйтелгән артыҡ һүҙ өсөн төрмә йә һөргөн көткән заманда, дөрөҫөн һөйләргә, күрәһең, йөрьәт итә алмай ул. Әммә икәүләп кенә ултырып һөйләшкән саҡтарҙа үҙенең остазын бик яратып, ололоҡлап хәтерләй, рухына доғалар ҡыла ине. “Беҙҙең хәҙрәт һымаҡ кеше булмаҫ та инде, бигерәк тә саф күңелле, ғәҙел, тоғро булды. Үҙемдә булған барлыҡ яҡшы сифаттарым, уңыштарым өсөн мин уҡытыусыма бурыслымын. Ул мине мәшһүр ғилем эйәһе Зәйнулла ишанға ебәреп уҡытты. Ғилем серҙәренә төшөнөүемде теләне...”
Зирәклеге менән айырылып торған, яҡшы хәтерле Шәкирә инәй үткән быуаттың етмешенсе йылдарына тиклем йәшәй. Мансур хәҙрәт тураһындағы күпселек хәтирәләр ҙә үҙ ваҡытында унан яҙып алына.
— Мансур ағайым холҡо менән атайыма оҡшағайны, бик кешелекле, дингә бирелгән, көслө рухлы булды, — тип хәтерләй ул. — Яңы мәҙрәсә һалдырған саҡта атайым ауыр күтәреп, биленән өҙлөктө. Әллә яңы властың мәхшәрен күрмәһен өсөн Аллаһ уны тиҙерәк баҡый донъяға күсерҙе булдымы? Атайым ауырып киткәс, Мансур ағайым ауылға ҡайтып, мәҙрәсәлә уҡытыу эшен етәкләне. Ғөмүмән, беҙҙең ата-бабалар борон-борондан мәғрифәтселеккә бирелгән уҡымышлы нәҫел булған: ун етенсе быуатта йәшәгән Үтәш олатайымдан алып, уның улы Фәйзулла, Фәйзулланың улы Әбделсәләм, Әбделсәләмдең улы Әбделхалиҡ, Әбделхалиҡтың балалары Маннаф, Шафиҡ, минең атайым Хатип, Ғариф, Сабир ағайымдар — барыһы ла йә мәҙрәсә тотҡан, йә Үтәш мәҙрәсәһендә мөғәллим булып хеҙмәт иткән.
Хатип хәҙрәт алтмыш алты йәшендә гүр эйәһе булып ҡуйғас, Мансур хәҙрәт Оло Үтәш мәҙрәсәһендә атаһы урынына өлкән мөдәррис, мәсеттә имам-хатип булып ҡала һәм ундағы уҡытыу эштәрен, атаһы аманат иткәнсә, уңышлы дауам иттерә. Атаһының рухташ дуҫтары, дин ғалимдары Зәйнулла ишан, Ғабдулла Сәйеди мәҙрәсәләре үрнәгендә уҡытыу планына яңы фәндәр — арифметика, астрономия, тарих, ботаника, география фәндәрен индерә. Ауырыуҙы һауыҡтырыу, сихәтләндереү ысулдарын өйрәнеү буйынса ла дәрестәр биреүҙе кәрәк таба. Шәкерттәр боронғо табип Ибн-Синаның ун алты томлыҡ китабын ҡулдан күсереп яҙып йөрөй, шунан дауалау серҙәренә өйрәнә. Шулай уҡ, ғәрәп, фарсы телдәре менән бер рәттән, шәкерттәр урыҫ телен дә яҡшы белергә тейеш, тип иҫәпләй мөдәррис. Өфөгә барып, “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең етәксеһе Зыя Камали менән кәңәшләшеп, мәҙрәсәгә урыҫ телен яҡшы белгән уҡытыусылар алып ҡайта. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен алдынғы сафтарға сығарған Зыя Камали һәм уның мәҙрәсәһендә уҡыған буласаҡ халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтов, рәссам Ҡасим Дәүләткилдеев, башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәтенең буласаҡ етәксеһе Зәки Вәлидов, буласаҡ нарком Исмәғил Солтанов, шағир Мәжит Ғафури һымаҡ алдынғы ҡарашлы шәкерттәр менән аралашыу Мансур хәҙрәттең рухын байыта, тормошҡа ҡарашын, үҙаңын киңәйтә һәм алдағы йылдарҙа Башҡортостан милли азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусылар рәтенә баҫырға ярҙам итә. Оло Үтәштә өр-яңы мәсет ҡалҡып сыға, тирә-яҡ ауылдарҙан бында күсеп килеп ултырыусылар һаны арта, ауыл шул төбәктең рухи һәм мәҙәни үҙәгенә әүерелә. Шулай уҡ Оло Үтәш мәҙрәсәһендә белем һәм тәрбиә алып сыҡҡан шәкерттәр аҙаҡ башҡорт ғәскәренең төп рухи етәкселәре, таянысына әйләнә: улар полк муллалары, табиптар булып китә. Белемле, киң эрудициялы, милли рухлы, төплө аҡыллы, үткер телле, ораторлыҡ һөнәрен яҡшы үҙләштереүгә өлгәшкән, Зәки Вәлидовтың яҡын дуҫы булған Мансур Халиҡов илдә барған ҡатмарлы сәйәси ваҡиғаларҙың һәр саҡ үҙәгендә ҡайнай. Халҡыбыҙ яҙмышына бәйле иң мөһим мәсьәләләр хәл ителгән Беренсе, Икенсе, Өсөнсө Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнашып, унда сығыштар яһай. 1917 йылдың апрель айында үткәрелгән Өфө губернаһы мосолмандарының Милли шураһы ойошторған съезда Мансур Халиҡов ер мәсьәләһен күтәреп сыға. Ул ҡыйыу сығышында халҡыбыҙ өсөн иң мөһим булған мәсьәләне — ер мәсьәләһен ҡабырғаһы менән ҡуя: “Ерһеҙ халыҡ — илһеҙ халыҡ”, — ти ул.
— Әгәр революция, ысынлап та, беҙҙең һымаҡ иҙелгән, ҡыйырһытылған халыҡтарға азатлыҡ биреү өсөн эшләнә икән, Ваҡытлы хөкүмәт аңларға тейеш: батша власы заманында алдап, урлап алынған үҙебеҙҙең боронғо аҫаба башҡорт ерҙәре халыҡҡа кире ҡайтарылһын.
Төрлө милләт вәкилдәре ултырған залда, әлбиттә, барыһы ла уның фекерен хуплап ҡаршы алмай. Араларынан ҡаршы сығыусылар ҙа була:
— Башың йомро, әфәндем! Тороп тор әле!
— Тиҙҙән былар үҙҙәренә айырым милли дәүләтселек төҙөүҙе лә талап итә башлар! — кеүегерәк репликаларҙы урындан ҡысҡыралар.
Башҡорттар араһынан да уларға яуап биреүселәр табыла:
— Эйе, дөрөҫ әйттегеҙ! Беҙҙең маҡсат — алдағы көндә үҙебеҙҙең йөмһүриәтте төҙөү!
— Башҡортостан нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән ер хужалары, йәғни аҫаба башҡорттар республикаһы булырға тейеш!
Мансур хәҙрәттең төплө, ҡыйыу фекер йөрөтөүе Башҡортостан Республикаһын төҙөү өсөн көрәшеүселәргә бик оҡшай. Был йыйындан һуң ул үҙенә бихисап яңы фекерҙәш таба.
Мансур хәҙрәттең нисек кенә атаһының эшен дауам иткеһе килмәһен, уға Оло Үтәш мәҙрәсәһендә генә эшләп йөрөргә тура килмәй. 1920 йылда уны Башревком урынлашҡан Стәрлетамаҡ халыҡ юстицияһы комитетына эшкә тәғәйенләйҙәр. Бер яҡлап Хөкүмәт эше, икенсенән, йәмғиәт эштәре унан күп көс талап итә. Хатта ғаиләһенә, балаларына иғтибар бүлерлек ваҡыты ҡалмай. Ул муйындан эшкә сума.
1921 йылдың 17 мартында Башҡортостандың иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе булған Аллағыуатта Бөтә башҡорт руханиҙарының Беренсе ҡоролтайы үтә. Дингә булған кире ҡараштың киҫкенләшкәндән-киҫкенләшә барған саҡтарында үткән был ҡоролтайҙа Мансур Халиҡов Бәләкәй Башҡортостандың беренсе мөфтөйө, Дини идаралыҡтың рәйесе итеп һайлана. Һүҙе үтемле, абруйлы хәҙрәтте был яуаплы ауыр вазифаға Әхмәтзәки Вәлиди тәҡдим итә, уның башҡорт йөмһүриәте төҙөүҙә үҙенә терәк булырына ышана. Мансур хәҙрәт илдәге руханиҙарға ҡарата ҡараштың бик насар икәнлеген аңлап торған көйө башҡорт азатлығы хәрәкәте етәксеһенең ышанысын кире ҡаға алмай, тәҡдименә ризалаша.
1921 йыл бик ҡоро килә. Бығаса күрелмәгән ҡот осҡос аслыҡ, йот башлана. Ил өсөн ошондай ҡатмарлы осорҙа беренсе мөфтөйҙө асығыусыларға ярҙам итеү комиссияһының рәйесе итеп ҡуялар. Ғәҙел, тоғро рухани мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Әхмәтзәки Вәлиди менән берлектә улар “Башкирпомощь”тың ике йөҙлө етәксеһен фашлай. Тик шунан һуң ғына халыҡҡа ярҙам килә башлай; һаулыҡ һаҡлау наркомы Ғүмәр Ҡыуатов менән берлектә асығыусыларға ашханалар асыла, медицина ярҙамы күрһәтелә.
Ҡаты аслыҡ үтеп, кешеләр аяҡҡа баҫа башлағас, Мансур хәҙрәт яңынан дин эшенә ҡайта. Әммә уға тынысланып эшләргә ирек бирмәйҙәр: Рәсәй илендәге дин әһелдәренә ҡарата барған һөжүмдең ҡара шәүләһе уға ла ҡағыла. Аҙым һайын төрлө эҙәрлекләүҙәр, яла яғыуҙар башлана. Был уның үҙәгенә үтә. Мосолмандарҙың икенсе съезында ул мөфтөйлөк вазифаһынан баш тарта. Күпселектең эшендә ҡалыуын үтенеүенә ҡарамаҫтан, ул ябай мулла булып ҡалыуҙы өҫтөн күрә. Әммә яла яғыуҙар, өҫтөнән ялыу яҙыуҙар туҡталмай: уға “вәлидовсы”, “контрреволюционер”, “халыҡ дошманы” тигән ярлыҡ тағыла. Бындай һөжүмдәрҙән тамам биҙрәгән хәҙрәт, аптырағандың көнөнән, муллалығынан да баш тартыуын иғлан итә. Ихлас йөрәгемдән Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә инанам, миңә шул еткән, тип уйлай. Әммә урынһыҙ ғәйепләүҙәр, властарҙың ҡырын ҡарауы һаман дауам итә. Ниһайәт, яңы власть органдары тырыша торғас, 1929 йылда, нисек етте шулай ғәйепләү эше әүәләп, уны ҡулға ала. Хөкөмгә тарттырылыусы асыҡ суд ойоштороуҙы, унда шаһиттарҙы саҡырыуҙы һорай. Уның был теләге үтәлмәй. Ике аҙна барған тикшереү эштәренән һуң, ниндәйҙер туҙға яҙмаған ғәйептәр табып, өс йылға хөкөм итәләр һәм Соловецк лагерына оҙаталар.
Срогын тултырып ҡайтҡанда Мансур хәҙрәтте ауылында тағы ла ҡурҡынысыраҡ хәлдәр көтә. Яңы власть, йәғни ярлылар комитеты, ғаиләһен әллә ҡасан уҡ өйҙәренән ҡыуып сығарған була, хатта ҡатынына, балаларына мунсаларында йәшәп торорға ла рөхсәт итмәй. Ярай, мәрхәмәтле кешеләр табылып, уларҙы ваҡытлыса янына алып, үлемдән аралап ҡалған.
Оло Үтәштә ике-өс көн тороп та өлгөрмәй, Мансур хәҙрәтте йәнә ҡулға алалар. Был юлы ауылдаштары, урындағы ярлылар комитеты яҙған ялыу буйынса. Йәнәһе, “диндар, тәҡүә; намаҙ уҡый, үҫеп килгән йәш быуынды дин менән ағыулауы ихтимал. Беҙҙе унан аралауығыҙҙы үтенәбеҙ”.
Был юлы ошо “оло ғәйебе” өсөн Мансур хәҙрәтте Алыҫ Себер тарафтарына оҙаталар. Унда ҡот осҡос шарттарҙа тотҡондарҙан Канаша — Вольск тимер юлын төҙөтәләр.
Хатынан күренеүенсә, аҙаҡтан арҙаҡлы дин әһелен ни сәбәп менәндер Магнитка төҙөлөшөнә күсерәләр. 1932 йылда яҙылған һуңғы хаты шунан килә. Бында ла тотҡондо шул уҡ ауыр яҙмыш эҙәрлекләй. Хатында хәле бик ауыр булыуын, артабан йәшәрлек һаулығы ҡалмауын яҙа.
Архив материалдарын тикшергән кешеләр уның бер ниндәй ҙә ғәйебе булмауын, бары тик диндар, мөфтөй булғаны өсөн хөкөмгә тарттырылыуын асыҡлай.
— Ниндәй белемле, изге күңелле кешене харап иттеләр, — тип зар илай уны яҡындан белгән кешеләр, яҡташтары, туғандары. — Ни бары нахаҡ яла харап итте.
Ниңә беҙ, кешеләр, донъяға мәңгелеккә килмәүебеҙҙе онотабыҙ? Төрлө ҡотҡоға бирелеп, аңһыҙлыҡ арҡаһында ни саҡлы хаҡ мосолман туғандарыбыҙҙы ҡорбан иттек. Аллаһы Тәғәләбеҙҙең беҙгә һынау өсөн генә биргән ғүмерен, бер-беребеҙҙе язаламай, рәнйетмәй, әҙәмсә йәшәп үткәрһәк булмаймы ни? Ер тармы ни беҙгә?! Шундайыраҡ үкенесле уйҙар йөрәктәрҙе әрнетә.
Әлбиттә, Мансур Халиҡовтың тормошо — илебеҙҙең шул осоро өсөн типик күренеш. Донъя кимәлендә танылыу тапҡан асыштар яһаған бөйөк ғалимдарҙы, талантлы полководецтарҙы, арҙаҡлы дин әһелдәрен, күренекле яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы аяп тормай төрмәләрҙә сереткән ҡәһәрле зәһәр заман тарих туҙанына күмелеп артта ҡалды. Иншаллаһ, яңы дәүер килде. 1991 йылда ғәйепһеҙгә хөкөм ителгән Мансур хәҙрәттең исеме лә аҡлана.
Ҡылған доғалар, Аллаһтан ялбарып һораған үтенестәр, эшләгән изгелектәр онотолмай, ергә бәрәкәт булып ҡайта, ти. Иншаллаһ, Мансур хәҙрәт һымаҡ диндарҙарҙың теләктәре ҡабул булып, илебеҙгә дин кире ҡайтты. Шөкөр, ҡасандыр Мансур хәҙрәт яратып һоҡланған “Ғәлиә” мәҙрәсәһе йыл да үҙенә шәкерттәр йыйып, уҡытып сығара. Йәш мөғәллимдәрҙе яңы асылған мәсеттәргә, мәҙрәсәләргә тәғәйенләйҙәр.
Заманалар үҙгәрҙе, теге саҡтарҙа динде томаналыҡ, наҙанлыҡ билдәһе тип оран һалыусы дәһриҙәр фани донъя менән хушлашыр алдынан иманына ҡайта, ти; яҡындарынан йәсин сығып, йыназа уҡытып, кәфенләп, мосолманса ерләүҙе үтенәләр икән.
Ошо әйтелгәндәрҙең барыһын заманында дин өсөн көрәшеп һәләк булыусы руханиҙар, Мансур хәҙрәт күрһен ине. Хәйер, рух тере, ул барын белеп, күреп тора, тиҙәр. Үҙен туған халҡының онотмауын, туғандары, дин әһелдәре ниндәй оло хөрмәт менән иҫкә алыуын күреп, тәүге мөфтөйөбөҙҙөң рухы ҡыуанып ҡайтһын, күргән ғазаптары хаҡына Аллаһы Тәғәләм урындарын йәннәттең иң түренән бирһен ине.
Лира ӘХМӘТ-ЯҠШЫБАЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874