Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ергә бәйле кешеләр яҙмышы
Ергә бәйле кешеләр яҙмышыРайон активының эш көнө хакимиәт башлығы Малик Вахитов үткәргән оператив кәңәшмәнән башлана, тигәйнеләр. Алдан аныҡ ваҡытын асыҡлағайныҡ, шуға иртәләнек, хакимиәт бинаһына аяҡ баҫҡанда, сәғәт һигеҙ тулмағайны әле. "Бигерәк иртәләп ташланыҡ", — тип уңайһыҙланып та ҡуйҙыҡ. Тәҙрәләрҙә ут күренгәс, бүлмәләргә "йән" инде, тип тынысландыҡ. Күп тә үтмәй, еңел генә баҫып, Малик Шакир улы эш урынына күтәрелде. Ул арала урынбаҫарҙар, идаралыҡ начальниктары, ҡәләм-ҡағыҙҙарын тотоп, күнегелгән ғәҙәт буйынса, башлыҡ бүлмәһенә ашыҡты. Инеүселәр ултырышып бөткәс, Малик Вахитов, хәйерле көн теләп, кәңәшмәне башланы.

"Яҙҙың һуңлабыраҡ килеүе — беҙҙең файҙаға"


Һәр белгес үҙе яуаплы өлкә йәки тармаҡтың хәл-торошо менән ҡыҫҡаса таныштырып сыҡты. Бөгөн кем ниндәй эш менән мәшғүл буласаҡ, ҡайҙа һәм ниндәй маҡсатта барасаҡ, күпме сара үтәсәк — район етәксеһе барыһы хаҡында ла хәбәрҙар булды. Тәү ҡарауға ғына хакимиәттәгеләр яҡты һәм йылы бүлмәләрҙә ултыра, эштәре яйға һалынған кеүек икән. Ҡыҫҡа ғына отчеттарын тыңлағандан һуң уҡ эш көндәре ҡыҙыу булмаҡсы тип һығымта яһаныҡ. Мәҫәлән, райондың мәҙәни һәм спорт тормошо гөрләп торһон өсөн әллә күпме ойоштороу сараһы көтә. Финанс буйынса белгестәр ҙә һәр мәсьәләне һуңламай хәл итергә тейеш. Авария хәлендәге торлаҡ проблемаһы ла көнүҙәк. Әйткәндәй, граждандарҙы иҫке, туҙған йорттарҙан күсереү программаһына ярашлы, былтыр 24 ғаиләне яңы фатирға урынлаштырырға тейеш булғандар, ләкин төҙөүселәр ғәйебе менән ул кисектерелгән. Кешеләрҙең мөрәжәғәтен ҡарауҙы, уларға яуап биреүҙе лә оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Хәҙер халыҡты күберәк ер майҙаны алыуға һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә бәйле мәсьәләләр борсой. Планлы ремонт эштәре башланыу сәбәпле, ҡалала бер нисә йортта электр уты ваҡытлыса һүндереләсәк, быны ла күҙәтеүгә алыу мотлаҡ. Ҡыҙылъяр ауылынан Л. Напольская шәхси ярҙамсы хужалығына ҡағылған мәсьәлә буйынса ҡабул итеүгә яҙылған. Төштән һуң балалар баҡсаһы асыу планлаштырылған... Көнэлгәре үткән район Советы депутаттарының сессияһында ҡаралған мәсьәләләрҙе хәл итеү барышын да күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш етәксе.
Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Александр Барановтың сығышы оҙонғараҡ һуҙылһа ла, башлыҡ бүлдермәй, диҡҡәт менән тыңланы. Яҙғы сәсеүгә әҙерлек тураһында һәм малсылыҡҡа бәйле күп кенә мәғлүмәт еткерҙе ул.
Александр Михайлович элгәре көн Ауыл хужалығы министрлығында малсылыҡ буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашҡан, һөйләшеү быйылғы ике айҙағы эш һөҙөмтәһе хаҡында барған. Район һөт, ит етештереүҙе арттырыу һәм мал һаны күрһәткесе буйынса алдынғылар рәтендә. Мәләүездәр һатҡан һөттөң 80 проценты юғары сортлы, ә күп кенә төбәктәрҙә һиҙелерлек түбән икән.
— Кварталды ҙур ғына үҫеш менән тамамларбыҙ, тип уйлайым, — тип коллегаларының күңелен күтәреп ебәрҙе ул.
Ауыл хужалығы идаралығы начальнигы тағы бер һөйөнөслө хәбәр ишеттерҙе — алдағы аҙнанан һөткә дотация бирә башлаясаҡтар. Яҙғы сәсеүгә лә ярҙам вәғәҙә иткәндәр.
Баранов “Ергән” МТС-ында үтәсәк агрономия конференцияһына әҙерлек тамамланыуын, сараның көндөң тәүге яртыһында башланасағын да хәбәр итте. Башҡорт дәүләт аграр университеты, "Башплодородие" предприятиеһы белгестәре лә килмәксе икән. Малик Шакир улы ла унда ҡатнашырға теләк белдерҙе.
— Ғалимдар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, кәңәштәрен тотоу, яңы технологиялар ҡулланып эшләү кәрәк. Уларҙы сараға саҡырыуығыҙ һәйбәт, — тип хуплап та ҡуйҙы.
Хужалыҡтарҙа сәсеү агрегаттарына техник күҙәтеү үткәрелгән, әҙерлек юғары баһа алған.
Һәр өлкә һәм тармаҡ алдындағы бурыс-маҡсаттарҙы ҡыҫҡаса барлап байҡағандан һуң, хакимиәт башлығының күҙ алдына бөгөн атҡарыласаҡ эш күләме бөтә тулылығында баҫты.
— Әлегә көндәрҙең һалҡынса тороуы, ҡапыл йылытып ебәрмәүе — беҙҙең файҙаға. Синоптиктар тиҙҙән һауа температураһының күтәрелеүен вәғәҙә итә, шуға Ергә бәйле кешеләр яҙмышыкүрә ташҡынға ҡаршы әҙерлекте көсәйтеү мотлаҡ, — тип иҫкәртергә лә онотманы.
Ошо көндәрҙә хакимиәт башлығы урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Галина Гончаренко оло ҡыуаныс кисергән — "Рәсәйҙең финанс эштәре отличнигы" билдәһе менән наградланған. Хеҙмәттәштәрен ваҡытында ҡотлап китеүҙе кәрәк тип һанап, Малик Вахитов уны уртаға саҡырҙы.
— Галина Николаевнаның хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Был — беҙҙең өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға. “Районыбыҙҙың финанс министры” тип йөрөтөүебеҙ юҡҡа түгел, үҙ өлкәһендә яҡшы белгес. Уға артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ һәм ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! — тип гөлләмә бүләк итте.
Кәңәшмә тамамланғас, башлыҡҡа атҡарылаһы эштәрҙе анализлап оҙаҡ ултырырға форсат теймәне. Шылтыратыуҙарға яуап биреү өсөн телефон трубкаһына ла йыш үрелде. Кисектергеһеҙ тип индерелгән йәки әле үк Өфөгә ебәрелергә тейеш тигәндәрен ентекле ҡарап сығып, байтаҡ ҡағыҙға ҡултамғаһын да ҡуйҙы.
Шул арала конференцияла ҡатнашыу өсөн юлға сығыр ваҡыт та етте. Көнүҙәк мәсьәләгә арналған мөһим сараға һуңлап килеү, йыйылыусыларҙы көттөрөү килешмәҫ тип, хакимиәт башлығы урынынан ҡуҙғалды.

Күргән менән ишеткән бер түгел


Кабинетта ултырып ҡына ҙур районға идара итеп булмай. Үҙ күҙҙәрең менән күреп, кәрәк икән, шунда уҡ төҙәтмә индереп, күрһәтмә биреп йәки хуплап китеү күпкә һөҙөмтәле. Малик Шакир улы конференцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы менән дә тиерлек яҡшы таныш. Хәл-әхүәл белешкән арала ла байтаҡ ҡына хужалыҡ етәкселәренең, фермерҙарҙың нисек һулыш алыуҙарын һиҙемләргә өлгөрҙө.
“Ергән” МТС-ы техникаһына берәүҙәр ҡыҙыҡты, икенселәр үҙҙәрендә булмауына уфтанды ла, ахырыһы. Үҙе һөргән, сәскән-урған ғына түгел, ашлама индереп барған, үлсәгән һәм башҡа әллә күпме төр эште бер юлы атҡарырға һәләтле яңы быуын трактор-сәскестәрҙе беҙҙең кеүек тәүләп күреүселәр хайран ҡалды. Сит ил техникаһы менән таныштырған егеттәр, әйтерһең дә, имтихан тотто, әллә күпме һорауға шартлатып яуап биреп торҙо. Ә район башлығын, быға тиклемгеләренән айырмалы, яғыулыҡты тотоноу, сығымдарҙы күпмегә ҡыҫҡартып булыуы ҡыҙыҡһындырҙы.
Салауат исемендәге хужалыҡтың машина-трактор паркының ҡеүәте лә ергәндәрҙекенән әллә ни ҡалышмай тиерлек. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сибәғәт Ғәйнуллин етәкселегендәге кооператив районда көслөләрҙән һанала. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, салауаттарҙың эше ырамлы барыуына машина-трактор паркындағы өр-яңы техникаға ҡарап та ышанырға мөмкин. Байтаҡ улар бында. Шуға ла Сибәғәт Абдулхай улының һәр береһенең үҙенсәлеге менән таныштырғанда йөҙөндә ғорурланыуын да күрергә мөмкин ине.
Әйткәндәй, былтыр районда "500 ферма" программаһы буйынса заманса мал ҡураһын сафҡа индергән ике хужалыҡтың береһе "Сухайла" булһа, икенсеһе — улар. Эштәре әле лә ырамлы бара, барлыҡ көс яҙғы сәсеүгә әҙерлеккә йүнәлтелгән, сәсеү өсөн I һәм II класлы орлоҡ әҙерләнгән, ашлама туплау ҙа дауам итә.
Бында күргәндәрҙән район хакимиәте башлығы ҡәнәғәт ҡалды кеүек. Былтырғы ҡоролоҡта зыян күреүҙәренә ҡарамаҫтан (15 мең гектарҙан ашыу майҙандағы сәсеүлек юҡҡа сыҡҡан), район иген, көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрөн тулайым етештереү буйынса республикалағы иң яҡшы бишәү иҫәбенә ингән. Әлбиттә, үҫтерелгәндең бөртөгөн дә юғалтмай йыйып алырға агротехник сараларҙы тейешенсә атҡарыуға булышлыҡ иткән яңы быуын техникаһының да өлөшө ҙур. Былтыр заманса трактор-сәскестәр һатып алыуға 130 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Алдағы ике йылда уларҙың һанын тағы ла күбәйтмәкселәр. Ошо урында мәләүездәрҙең республика Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа, Хөкүмәткә һәм Ауыл хужалығы министрлығына рәхмәтле булыуҙарын да әйтеп китеү урынлы булыр. Былтыр, мәҫәлән, уларҙың ярҙамы менән сәнәғәткә, ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь һәм социаль өлкәгә ҙур күләмдә инвестиция йәлеп ителгән.
Хужалыҡтың иген һаҡлағысы менән танышҡанда ла йәнлелекте һүрелтмәне башлыҡ. Арттараҡ ҡалғандарҙы йәһәтләне, ҡыйыуһыҙыраҡ ҡыланғандарҙы гәрәбәләй орлоҡтарға күҙ һалырға әйҙәне.
— Салауаттарҙан өйрәнер эштәр күп. Бигерәк тә һеҙгә, фермерҙарға, төбәп әйтәм. Ана, ҡарағыҙ, ниндәй орлоҡ әҙерләгәндәр! Үҙегеҙ сәсәсәк орлоҡ менән сағыштырығыҙ әле! Ҡоротҡостарға, сүп үләндәренә ҡаршы ҡулланылған препараттар менән дә ҡыҙыҡһынығыҙ, һатып алырға тырышығыҙ. Юғиһә, ҙур көс түгеп үҫтерелгән иген баҫыуҙары ҡоротҡостан оло зыян күрә, күпме уңыш юғалтыла, — тип фермерҙарҙы еңелсә генә шелтәләп тә алды.

Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй...


Конференцияның Ергән мәҙәниәт һарайында үткән пленар өлөшөндә лә "дилбегәне" бушатманы башлыҡ.
— Яҙғы сәсеү эштәре башланыр алдынан һәр ваҡыт йыйылабыҙ, бер үк тиерлек мәсьәләләр хаҡында һүҙ алып барабыҙ, яңыса ҡараш ташлап хәл итергә Ергә бәйле кешеләр яҙмышыкилешәбеҙ. Әммә йыл да нимәгәлер булһа ла абынабыҙ. Агротехник сараларҙы тейешенсә атҡарғанда, ғалимдарҙың кәңәшен тотоп эш иткәндә, сығымдар күпкә кәмер ине. Арағыҙҙа биология менән "дуҫ" бер фермер бар. Әйтәйек, район буйынса уртаса күрһәткес 30 центнер икән, ти, уныҡы — 60. Һеҙ ҙә өйрәнегеҙ, тәжрибә уртаҡлашығыҙ, — тип яңыса эш итергә өндәне етәксе.
Һуңыраҡ сарала ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашыуының да сәбәбе аңлашылды.
— Фермерҙарға, шәхси хужалыҡтарға ярҙам ҡулы һуҙығыҙ. Ауыл халҡы эшһеҙ ятмаһын, үҙ-үҙҙәрен тәьмин итерлек шөғөл тапһын, — тип өндәште уларға Малик Шакир улы.
— Яҙғы сәсеү барышында бер генә кешенең дә бәләгә тарыуына юл ҡуйылмаһын. Ағыулы матдәләр менән эш итеүселәрҙе туҡландырыу яҡшы булырға тейеш. Хеҙмәт кешеһе тураһында һүҙ барғанда, хәүефһеҙлек сараларына ҙур сығым китә тигән һүҙ урынһыҙ, — тип мәсьәләгә етди ҡарарға саҡырҙы.
Кешеләр өсөн эшләү башлыҡтың да төп принцибы булыуын мәләүездәр күптән белә. Етәкселектә ун йыл ғүмер һис тә аҙ түгел. Ғөмүмән, ошо турала һүҙ алып барғанда, һөҙөмтәгә күҙ һалыу урынлы булыр, моғайын. Былтыр төбәктә халыҡтың йәшәү кимәленең төп күрһәткестәре үҫеүенә өлгәшелгән. Мәҫәлән, эш хаҡы 22 процентҡа артҡан. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең дә ҡулына аҡса күберәк инә башлаған. Торлаҡ төҙөү ҙә әүҙем бара. Йән башына тура килгән торлаҡ күләме буйынса район республикалағы алдынғы бишәү иҫәбендә. Һандар теле менән әйткәндә, барлығы 51 мең 400 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.
Әйткәндәй, ауыл хужалығындағы иң ҙур проекттарҙың береһе лә Мәләүездә тормошҡа ашырыла. Былтыр унда 1 миллиард һумлыҡ эш атҡарылған. Һөҙөмтәлә күркә үрсетеү һәм итен эшкәртеү буйынса комплекстың икенсе сиратын төҙөү тамамланған. Үткән йыл М. Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексында республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй ауыл хужалығы министры Николай Федоров булып, предприятиены ғына түгел, ә уның социаль өлкәләге әһәмиәтен дә юғары баһалаған.

Кескәйҙәрҙе йыйҙы "Йылмайыу"

"Йылмайыу" тип аталған 20-се балалар баҡсаһын асыу тантанаһына барғанда иртәнгә шаҡырайып туңған аяҡ аҫтын яҙ ҡояшы ярайһы уҡ иреткәйне инде. Бер төркөм ата-әсә, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм, әлбиттә, сағыу шарҙар тотҡан кескәйҙәр бик йылы ҡаршы алды. Шатлыҡтары менән уртаҡлашып, һәммәһе лә республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа, район хакимиәте етәкселегенә, төҙөүселәргә һәм бағыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Ә майҙан хужалары — кескәйҙәр — һөйөнөстәрен шиғри юлдар аша белдерҙе.
Ҡыйыу хәҙер бәләкәстәр, сатнатып шиғыр һөйләйҙәр, береһенән-береһе талантлыраҡ.
Балалар эргәһенә килгәс, башлыҡтың агрономия конференцияһындағы етдилегенең тамсыһы ла ҡалманы.
Һоҡланырлыҡ та шул малай һәм ҡыҙҙар! Йылмаймаҫ ереңдән йөҙөң балҡып китә, йомшармаҫ урында ирейһең. Сығыштарын ҡарап кинәнде, рәхәтләнеп ҡул сапты район етәксеһе.
Малик Вахитов өҫ кейемен һалып, ашыҡмай ғына бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты. Һорауҙарына шунда уҡ яуап алды, әле теге мәсьәлә ҡыҙыҡһындырҙы уны, әле быныһы. Балалар өсөн бит, һаулыҡтарына зыян килтерерлек, бәлә-ҡазаға тарытырлыҡ булмаһын. Белгестәр тикшереүен-тикшергәндер, әммә тағы бер ҡат энә күҙәүенән үткәреү артыҡ түгел. Нәҡ яҙ ҡояшы һымаҡ балҡыған бүлмәләр, сағыу келәмдәр, күҙҙең яуын алырлыҡ тәҙрә ҡорғандары, заманса йыһаздар, ғөмүмән, йәйғор төҫтәренән генә торған бинанан ҡәнәғәт ҡалмау мөмкин түгел.
Ишектән инеү менән күҙ стеналағы һүрәткә төшә. Баҡсаның исемен, йәғни йылмайыуҙы символлаштыра икән. Хакимиәт башлығы ошондай уҡ һүрәтте барлыҡ төркөмдә лә күрергә теләүен әйткәйне, мөдир: "Ысынлап та, шулай иткәндә һәйбәт буласаҡ", — тип тәҡдимде хупланы.
Ентекле танышыуының, ҡыҙыҡһыныуының сәбәбе аңлашыла, әлбиттә. Әлегә тиклем элекке балалар баҡсаһы бинаһында мәктәп-интернат урынлашҡан булған. Ергә бәйле кешеләр яҙмышыУны яңынан кескәйҙәргә ҡайтарыу өсөн ярайһы уҡ ҙур күләмдә аҡса тотонолған. Республика бюджетынан бүленгән 25 миллион һум төҙөлөш-монтаж эштәрен атҡарыуға, район ҡаҙнаһынан бүленгән 6,5 миллион һум йыһазландырыуға йүнәлтелгән. Иҫкегә тейһәң, иҫең китә тигәндәй, барыһын да яңыртырға тура килгән. Мәҫәлән, электр үткәргестәр, канализация, һыу торбалары тулыһынса алмаштырылған, пластик тәҙрәләр ҡуйылған. Әлегә тышҡы яғына ҡул теймәгән.
— Борсолмағыҙ, уныһына ғына ҡалғас, атҡарырбыҙ, — тип шунда уҡ вәғәҙә итте Малик Шакир улы. — Иң мөһиме — 14 төркөм асылып, 350 бала өсөн баҡса мәсьәләһе хәл ителде. Етмәһә, ике төркөм тулы булмаған һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгәндәр өсөн тәғәйенләнгән, ул тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Дүртәүһе — милли төркөм, — тип йәнә ҡыуандырып ҡуйҙы.
Биләмәгә сыҡҡас, етәксенең үткер күҙенә канализация ҡапҡасы салынды. Эргәһендә генә торһаҡ та, беҙ уны ниңәлер шәйләмәгәнбеҙ. Ныҡлы ябылғанмы, хәүеф тыуҙырырлыҡ түгелме — ошолар ҡыҙыҡһындырҙы уны. Тирә-яғын төҙөкләндереүгә ҡағылышлы күрһәтмәләр бирергә лә өлгөрҙө.
20-се балалар баҡсаһы асылыуға һөйөндө мәләүездәр. Хәҙер ҡалала өстән ете йәшкә тиклемге кескәйҙәрҙе урынлаштырыу өсөн сират етеүен оҙаҡ көтөргә кәрәкмәйәсәк. Тағы шуныһы шатлыҡлы: балалар күберәк тыуа. Районда икенсе йыл инде халыҡтың тәбиғи артыуы һаҡлана — тыуым үлемгә ҡарағанда күберәк.
Балалар баҡсаһы мәсьәләһен хәл итеүгә етди ҡарауҙарының һөҙөмтәһе бар. Былтыр, мәҫәлән, өҫтәмә 165 урын булдырылған. Урындағы ҡаҙнанан ремонт һәм йыһаздар һатып алыуға 15 миллион һум бүленгән. Быйыл Шәкәр заводы биҫтәһендә яңы баҡса төҙөү һәм элекке өс бинаны яңынан кескәйҙәргә ҡайтарыу планлаштырыла. Төбәктә мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары проблемаһын 2016 йылға хәл итеп бөтмәкселәр. Изге ниәттәре тормошҡа ашыр мәләүездәрҙең. Район хакимиәте башлығы М. Вахитов был мәсьәләлә лә республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың оло ярҙамын тойоуҙарын белдерҙе.

* * *
Матурлыҡты, нәфислекте кеше тыуҙыра. Яманлыҡты, яуызлыҡты ла әҙәм балаһы үҙе ҡыла, киләсәген дә үҙе емерә. Берәүҙәре ғүмер баҡый ал-ялһыҙ ерҙә ныҡлы һәм матур эҙе ҡалһын өсөн тырыша, башҡаларға игелеге, яҡшылығы тейһен тип ҡиблаһынан тайпылмай йәшәй белә.
Икенселәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, булғандың ҡәҙерен белмәй, үҙ баһаһын төшөрөрҙәй ҡылыҡ ҡыла, фани донъяла ҡунаҡ ҡына икәнлеген дә, сама тигәнде лә онотоп көн итә.
Малик Шакир улы — тәүгеләре рәтендә. Йөктөң һәр саҡ ауырырағын күтәргән, вазифаның яуаплырағын йөкмәгән, ышанысты эше менән генә түгел, ә холоҡ-фиғеле менән дә аҡлаған, булдыҡлылығын һәр ғәмәле менән раҫлағандар сафында.
Дан өсөн дә тартмай ул хакимиәт башлығы йөгөн. Тәғәйенләгәндәр — ризалашҡан. Ышанғандар — ышанысты аҡлай. Закон-ҡарарҙар туҡтауһыҙ үҙгәреп торған, бойороҡ өҫтөнә бойороҡ төшөрөлгән заманда яраҡлашам тиһәң дә, өлгөрәм тиһәң дә, ай-һай, еңел түгелдер етәкселек итеү. Бындай осраҡта аҡылыңа һәм тәжрибәңә һәм, әлбиттә, үҙеңә ышанған кешеләргә таяныу — иң дөрөҫ юлдыр.
"Бөгөнгә эшем бөттө минең", — тип кисен йылмайып хушлашһа ла, төбәктең, ошо яҙғы көндәге ваҡиғаларҙы анализлайһы, хәл итеү юлдарын эҙләйһе, иртәгәгә, тимәк, киләсәккә ялғайһы бар әле уның.
Эйе, алда атҡараһы эштәре күп әле мәләүездәрҙең. Мәҫәлән, сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе көткән ауылдар бар. Тирә-яҡты төҙөкләндереү буйынса ла ең һыҙғанып тотонорға кәрәк. Ғалимдар, баҫыуҙарҙың уңдырышлы ҡатламы бөтөп барыуын раҫлап, йәнә уйға һалды. Быға һис тә юл ҡуйылырға тейеш түгел. Ашламағанда, ваҡытында ошо сараны күрмәгәндә, киләсәктә уңыштың ниндәй буласағын фаразлап тороу кәрәкмәй. "Башплодородие" предприятиеһының генераль директоры Альберт Лоҡмановтың иҫкәртеүенә лә һәр хужалыҡ етәксеһенең һәм фермерҙың ныҡлы ҡолаҡ һалыуы мотлаҡ. Киләһе йылдан ер майҙандары иҫәпкә ҡуйылған осраҡта ғына субсидияға өмөт итергә була.

Район тураһында

Мәләүез районы Федоровка, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Бөрйән, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондары менән сиктәш урынлашҡан.
Өфөнән 223 километр алыҫлыҡта.
Майҙаны — 320 мең гектар.
Мәләүез ҡалаһы һәм районында 88 меңдән ашыу кеше йәшәй.
Район 16 муниципаль берәмеккә бүленгән.
Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 173,80 мең гектар.

Һандар һәм дәлилдәр

2012 йылдың йомғаҡтары буйынса бюджет күләме 1 миллиард 305 миллион һум тәшкил иткән.
Былтыр иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрө буйынса һатылған продукция, үтәлгән эш һәм хеҙмәт күләме — 9,9 миллиард һум, йәғни унан алдағы йылға ҡарата 114,6 процент тәшкил иткән.
Эшһеҙлек кимәле — республикала иң түбәне.
Йән башына торлаҡ төҙөү күләме буйынса район республикалағы алдынғы бишәү иҫәбендә.
2012 йылдың IV кварталы йомғаҡтары буйынса, район социаль-иҡтисади үҫеше яғынан үҙ төркөмөндә (12 район араһында) I урын алған.
Йән башына тура килгән инвестиция буйынса район үҙе һымаҡ муниципаль берәмектәр араһында I урынды биләй.

Ҡыҫҡаса:

Районда 23 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы бар. Шуның 16-һы — ҡалала, етәүһе — ауылда.
Ауылдарҙағы 11 филиалда 4 363 бала тәрбиәләнә, был дөйөм һандың 63 процентын тәшкил итә.
Бер йәштән алып ете йәшкә тиклемге кескәйҙәр һаны — 6 876.
Былтыр балалар баҡсаларында 105 урынлыҡ өҫтәмә өс төркөм булдырылған.
Сәйет һәм Үрге Юлдаш ауылдарында балалар баҡсаһы асылған.


Автор: Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Фото: Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872