Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Дон Кихот"тар төбәгенән хат
Салауат ҡалаһынан яҡташыбыҙ Данил Сираевтың "Йүрүҙән, Йүрүҙән, күпте күргән, күпте кисергән..." тигән мәҡәләһендә ("Башҡортостан", 2012 йыл, 13 ноябрь) Йүрүҙән йылғаһының Урмантау-Ҡараяр аралығында һал ағыҙыу һөҙөмтәһендә батҡан ағастар, яһалма утрауҙар барлыҡҡа килеүе, йылғаны сүп, үлән баҫыуы тураһында яҙғайны. Ошо хаҡта мин дә күптән борсоған уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашырға булдым.

Байтаҡ йылдар Өфөлә йәшәп, хаҡлы ялға сығып, тыуған яғым Мәсетлегә ҡайтып төпләндем. Ауылым Йүрүҙәндең уң яҡ ярында, Бейектау, Ләпәктау, Һаҡтау, Төлкөтау, Йәйләү, Айғыросҡан, Оҙонғыр тигән тауҙар итәгендә урынлашҡан. Улар араһынан, Дыуан районы сиктәренән алып, ҡар һыуҙары ғәййәрләнеп ауыл аша үтә. Баҡса кәртәләрен емереп, ярҙарын өңөп, йылғаны киңәйткәндән-киңәйтә. Йылға ярҙарынан йөҙәрләгән тонна ер, сүп-сар Йүрүҙәнгә аға. Ҡар һыуҙары, Өфө — Екатеринбург федераль юлы аҫтындағы торбаларҙан торған тоннель аша ағып, ауыл уртаһында 90 градусҡа һулға боролоп, 100-120 метр самаһы барғас, тағы 90 градусҡа уңға боролоп, мелиорация йәмғиәте ҡаҙыған канауҙан Этсәк йылғаһы аша һалынған күпергә ташлана.
Күперҙе шул уҡ мелиорация йәмғиәте бер генә торба һалып төҙөгән. Ошо урынға өс торба һалһалар ҙа уның һыуҙы үткәреүе икеле! Яҙ ҡотороп аҡҡан ҡар һыуҙары, федераль автотрасса тоннеленең аҫҡы яғындағы бетондан ҡойолған стенаны емереп, барлыҡҡа килгән шарлауыҡ соҡорона түңкәрҙе. Ә Этсәк йылғаһы аша һалынған күперҙең бетон нығытмаларын түңкәреп, торба өҫтөнә тракторҙар менән тапап тултырылған балсыҡ-ташты йыл һайын Йүрүҙәнгә ағыҙып алып китә.
Һыу ҡайтҡас, эшҡыуарҙар техникаһы менән күпергә ҡом-таш ташыла. Был "Дон Кихотлыҡ" түгелме? Ауыл аша аҡҡан йылғаның тәүге 90 градусҡа боролошоноң уң яҡ ярында ике һуғыш (фин һәм Бөйөк Ватан һуғышы) ветераны Ишмөхәмәт бабай Мөхәмәтшиндең йорто һәм баҡсаһы бар. Бала сағымда бабай, йылға ярына бағаналар ҡағып, талдан бейек ситән үреп, бар булған сүп-сарын, мал тиҙәген ситән аръяғына тултырыр ине. Ошолайтып үҙ баҡсаһын ташҡындан һаҡлап маташты. Ул бер-ике йыл торһа-торғандыр, бағаналары сереп, ситәне сүп-сары менән Йүрүҙәнгә аға торҙо. Ул ваҡытта Этсәк күпере юҡ ине әле. "Дон Кихот" бабай ҙа, уның улдары ла яҙғы ғәрәсәтте еңә алмай баҡыйлыҡҡа күсте. Йылға хәҙер, ярҙы соҡоп, йорт-ҡураларға етеп бара. Йөҙәр-меңәр тонна ер, сүп-сар Йүрүҙәнгә аға. Мелиорация хеҙмәткәрҙәре ҡаҙыған канауға ер-таш, сүп-сар тулып, Урманлы урамында йәшәгәндәрҙең баҙына һыу йыйыла башланы. Ауылдаштар, баҡсаларын емереүҙән ҡурсалап, йылға ярҙарына тал ултыртып ҡарай, улар ҡоролоҡ арҡаһында нығынып өлгөрмәй, ҡорой.
Быйыл тағы бер "Дон Кихот", йылға үҙәненә бағаналар ултыртып, пилораманан сыҡҡан гәрбил менән баҡсаһын кәртәләне. Быйыл ҡар ярайһы ғына ҡалын яуҙы, яҙғы ташҡында был кәртәләр түҙерме икән? Ҡаза күрмәҫ өсөн, йылғаның үрге яғындағы уңайлы урынына дамба ҡороп, һыуҙы махсус шлюз ҡоролмаһы аша яйлап ҡына ағыҙыу кәрәк ине лә бит. Бындай яһалма һыу һаҡлағыс төҙөлһә, ауылдың ярты халҡы рәхәтләнеп баҡсаһын һуғарыр ине. Бәлки, балыҡ үрсетеү мөмкинлеге лә тыуыр ине. Һыу юҡлыҡтан ауыл халҡының яртыһы мал-тыуарын кәметте. Ошолар тураһында күп йылдар инде төрлө йыйындарҙа ауыл, район түрәләренә һөйләй-һөйләй мин дә "Дон Кихот"ҡа әйләнә башланым, буғай. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы минең дә тәҡдимгә иғтибар итһен ине. Картография материалдарын өйрәнеп, иҫәп-хисап яһап, ер эрозияһына дусар йылғаларҙы тикшереп, йоғонтоло саралар күреү отошло булыр ине.


Автор: Ғәбит ҒИМАЛОВ, хеҙмәт ветераны. Салауат районы, Мәсетле ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә