Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт иле менән Йыһан юлы
Башҡорт иле менән Йыһан юлыБел: был йондоҙ —
минең йөрәк...
Рәшит Назаров.

Әҙәм балаһының, уны юғарыла беҙгә мәғлүм булмаған илаһи көс тартҡандай, төпһөҙлөккә ынтылыуы ғәжәпкә лә ҡалдыра, һоҡландыра ла, хафаға ла һала. СССР-ҙың халыҡ артисы Ольга Воронец: "Я — Земля, провожаю питомцев, сыновей, дочерей. Долетайте до самого Солнца и домой возвращайтесь скорей", — тип, күкрәк тауышы менән күтәреп ебәрһә, тәндәр сымырлап китә, үҙеңде, Ер-әсәңдән айырылып, алыҫ Йыһанға сәфәр сыҡҡан батыр һымаҡ хис итә инек.

Ҡара тупраҡты хисаплы сәғәттәргә генә ҡалдырып, самолетта асманға ашҡан мәлдәрҙә лә хатта кеше ғәйрәтен, мин-минлеген юғалтҡандай, сөнки ошо ергә тып баҫып йөрөү — күнегелгән һәм баһалап еткерелмәгән бәхеттер. "Ҡош аяғына — ел терәк" тип раҫланһа ла, һауаларҙы айҡар ул мәхлүк тә яҡты донъяға ерҙә килә һәм ғүмер юлының аҙағын да, насип итһә, Ерҙә күрә.
Шулай икән, әҙәм балаһы ниңә ошо бишегендә генә көн итмәй, нимәнелер хушһынмауҙанмы, уны һис кем көтмәгән, бер кем дә ҡаршыламаясаҡ билдәһеҙлеккәБашҡорт иле менән Йыһан юлы йәнтәслим ынтыла һуң әле? Был һорауға, шик юҡ, ғалимдарҙың, дәүләт хужалығын ойоштороусыларҙың нигеҙле яуаптары табылыр. Әммә, аҡылдан тыш, кешене утҡа ла һалған, һыуға ла сумырған йөрәк, хис тә бар бит әле.
Хәйер, тарих төпкөлдәренә юлланһаң, ғәйре хыялый әҙәмдәрҙең ғүмер баҡый осорға ынтылыу ғәмәлдәренә барып төртөләһең. Фридрих Цандер, Константин Циолковскийҙар бер үк заманда — ХIХ быуаттың аҙағында — ХХ быуаттың 30-сы йылдарында — ракета-космос техникаһын булдырыу өҫтөндә эшләгән. Беҙҙең быуынға Сергей Королев, Мстислав Келдыш мәғлүм булды. Бөтөн донъяға танылған геофизик, өлкән дуҫым Наил Юнысов ағай, Ерҙең беренсе яһалма юлдашы 1957 йылда бипелдәй башлағанда, Һиндостанда дуҫтарға нефть эҙләшеп йөрөгән икән. "Аяҙ көндәрҙә һәммә ғәм һауанан күҙен алмай, ем-ем итеүсе йондоҙҙар араһынан тиҙ генә үтеп китәсәк беҙҙең “йондоҙ”ҙо эҙләй. Совет кешеләрен былай ҙа аһ итеп торған һиндтар алдында дәрәжәбеҙ тағы ла артып китте, малай", — тип хәтерләгәйне ҡарт геофизик.
Башҡорт иле менән Йыһан юлыБеҙҙең ише ябай заттарҙың Йыһанды үҙләштереүгә һәм ғүмерен ошо эшкә арнаған кешеләргә мөнәсәбәте ил гражданы булараҡ ғорурланыу, батырлыҡҡа һоҡланыу менән генә сикләнә. Аҙағыраҡ, космонавтар ил буйлап йөрөй башлағас, Өфөгә лә ара-тирә һуғылғас, уларҙы милли батырҙар кимәленә күтәреп ҡабул иттек. Был дөрөҫ булғандыр, сөнки Ватаның менән ғорурланыу, патриотлыҡ ошондай ихлас ҡыуаныстарҙан ярала.
Тын, аяҙ кистәрҙә йондоҙҙар менән күҙ текләштереп, уларҙан да алыҫта нимәләр булыу ихтималын юрап ултырғанда, Йыһанға осоу романтик сәйәхәт итеп кенә ҡабул ителгәндер. Был — хистең өҫтөн сығыуынан. Зиһен менән Ерҙең тартыу көсөнә ҡарамаҫтан, билдәһеҙлек ихтыярына бирелеүҙең ни ҡәҙәре лә тәүәккәллек, фән менән сәнәғәттән ҙур көсөргәнеш талап итеүен аңлайһың.
Ошо юлдарҙы яҙыусыға ла, уларҙы уҡыусыға ла моронон күккә сөйгән ракеталарҙың, космонавтар ултыртып осоусы караптарҙың, иҫәбе юҡ ҡоролмалар һәм аппараттарҙың ҡайҙа, кем ҡулы менән эшләнгәнен белеү һөждәһе юҡ. Йыһанды үҙләштереү һәм шул юлдағы ҡаҙаныштарҙы дәүләт мәнфәғәттәренә егеү бурысы торғас, космонавтикаға ҡағылышлы эштәр ғәмәлдә сәнәғәттең һәр тармағында ла барҙыр. Моторҙар эшләү предприятиеһы, бүтән ябыҡ заводтар, Башҡорт иле менән Йыһан юлыконструкторлыҡ бюролары булған республика, әлбиттә, ҡар йөрөгөстәр етештереү менән генә хушһынырға тейеш түгел. Академик, Рәсәй химиктары милли комитетының рәйесе Олег Нефедов уҙған быуаттың 70-се йылдарында Салауат нефть химияһы комбинатында, ул саҡтағы генераль директор Михаил Сисиндың әүҙем ярҙамы менән, ракета-космос техникаһына тәғәйенләнешле уникаль күмер-водород яғыулығын етештереү технологияһын эшләү һәм яйға һалыуҙары тураһында яҙғайны. Ысындан да, Салауат нефть химиктары ракеталар өсөн яғыулыҡ булдырыу юлында күп эш башҡара. Мәскәү ғилми-тикшеренеү институттарының береһендә әҙерләнеп, комбинатта үҙләштерелгән технология космос караптары өсөн яғыулыҡ етештерергә мөмкинлек биргән. Ҡаҙаныш СССР Дәүләт премияһы менән билдәләнгән. Иң мөһиме — профессор Сергей Черныхтың раҫлауынса, салауаттарҙың яғыулығы орбитаға скафандрлы өс космонавты бер юлы сығарыу форсатын биргән. "Кәрәсин менән был мөмкин түгел ине", — тип тәҡрарлай ғалим.
Әйткәндәй, "Буран" атлы космос карабының тарихына ла Салауат химиктарының туранан-тура мөнәсәбәте бар. 1965 йылдың декабрендә химия заводында "Салют", "Союз", "Восток" йыһан караптары өсөн яғыулыҡ етештерелә башлаған. 80-се йылдар башында бик таҙа пластификаторҙарҙы күпләп сығарыу юлға һалына, 1988 йылда "Буран" тәүге һәм һуңғы тапҡыр ошо яғыулыҡ менән осҡан. "Буран" карабын булдырыу һәм эшләү идеяһы авторҙарының береһе, техник фәндәр докторы Валерий Бурдаковтың һүҙҙәренә ышанған хәлдә, "Энергия-Буран" космик системаһы американдарҙың "Дискавери" йәки "Эндевар" шаттлдарынан күпкә өҫтөн торған. "Буран"дың аэродромға, истребитель самолетҡа эйәреп, нисек ултырғанын телевидение аша күргәйнек. Әлеге самолет штурвалының хәрби осоусы, яҡташыбыҙ Урал Солтанов ҡулында булғанлығын торараҡ белдек. Тик "Буран" программаһы ла ғүмерһеҙ булды, карап бүтәнсә күтәрелеп оса алманы. Беҙгә иһә Урал Солтановтың Йыһан юлының башланғысында туҡтап ҡалыуына үкенестән башҡа сара ҡалманы.
Юрий Гагарин менән бер үк мәлдә космонавтар отрядына ҡабул ителгән татар егете Марс Рафиҡовтың тәржемәи хәле менән танышҡас та, үкенеү менән ғорурланыу тойғоһо үрелеп йөрөй. Марс Рафиҡов Гагарин, Герман Титов менән бергәләп ауыр һынауҙар үтә, әммә космонавлыҡҡа күп кенә бүтән кандидаттар менән бер рәттән, медицинаның йыш иләгендә туҡтап ҡала.
2002 йылдың авгусында Ҡазанда, "Формула прочности" тигән китабым өсөн материалдар туплап йөрөгән көндәрҙә, механика һәм машиналар эшләү институтының ғилми хеҙмәткәре, физика-математика фәндәре докторы Урал Нурый улы Закиров менән танышҡайным. Ғәжәп итәғәтле холоҡло, мажаралы яҙмышлы был ғалимдың ғүмер юлы — үҙе генә лә мауыҡтырғыс тарих. Нурый Закиров үткән быуаттың 30-сы йылдарында Бүздәк районының хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп йөрөгән. Тимәк, Урал ағайҙың тамырҙары — Башҡортостанда. Ватан космонавтикаһының тәүге тиҫтә ярым йыллыҡ үҫеш тарихында эҙ ҡалдырған, күренекле конструкторҙар, ғалимдар, хәрбиҙәр менән хеҙмәттәш булған Урал Закиров Сергей Королевтың конструкторлыҡ бюроһында, Фәндәр академияһы президенты эргәһендәге советта эшләгән. Уның Юрий Гагарин һәм тәүге бүтән космонавтар менән осрашыуҙарҙан ҡалған тәьҫораттары ғалимдар, инженерҙар, һынаусыларҙың илһамлы хеҙмәт һулышын яңыртҡандай. Мин Урал Нурый улы бүләк иткән "Есть в космосе и наши следы..." тигән китабын ҡәҙерләп кенә уҡыйым.
Һүҙҙең алдындараҡ Йыһанды үҙләштереүгә илдең ғәмәлдә бөтөн рухи һәм техник мөмкинлектәренең йәлеп ителеү ихтималына ишара яһағайным. 12 апрелдә "Ашҡаҙар" радиоһы студияһында мин физика-математика фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Марат Әҡсән улы Илһамов менән космонавтикаға ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында өҫтән-мөҫтән булһа ла һөйләшеп ултырҙым. Ағай, ҙур ғалим һәм яуаплы кеше булараҡ, ябай әҙәм аңламаҫ тәрәнлектәрҙе итәғәтле генә урап үтте. Илһамовтың газ һәм шыйыҡлыҡ динамикаһы, төрлө көптәрҙең ныҡлығы, флаттер (авиация конструкцияларының осоуҙа дерелдәгән саҡта емерелеүе) күренешенә ҡаршы көрәш, парашют системаларын эшләү буйынса ҙур белгес икәнлеген хеҙмәттәштәренән бүтән кем белә?
Мәшһүр осоусы Урал Солтановҡа ла "Башҡортостан энциклопедияһы"нда урын табылмаған. Ярай әле 28 йәшендә физика-математика фәндәре докторы, Ленин премияһы лауреаты, космик тикшеренеүҙәр институты директоры булып эшләгән, әле лә шунда почетлы директор итеп йөрөтөлгән Өфө егете академик Альберт Әбүбәкер улы Ғәлиев онотолоп ҡалмаған. 5 апрелдә "Телеүҙәк" тапшырыуында "Хеҙмәт батыры кем ул?" тигән һорауға яуап эҙләп яфаланғайнылар. Тик Альберт Ғәлиевте генә хәтерләүсе табылманы. Бөйөк ғалимдар эстрадала ла борғоланмай, йәшләй генә "халыҡ артисы" исемен таға ла алмай, әммә уларҙың хеҙмәте илдең мәртәбәһен күтәрә.
Йыһан гиҙеүселәр йондоҙҙарға уҡ барып етмәһә лә, уларҙың юлы барыбер — асманда. Космонавтарҙың тормошон күреү, уларҙы ғәҙәти шарттарҙа осратыу күптәребеҙгә мөмкин дә түгел. Шулай ҙа Башҡортостанда был йәһәттән далан бар икән. Мәғлүмдер, 2006 йылдың октябрендә республикабыҙ хөкүмәте Ю.А. Гагарин исемендәге космонавтар әҙерләү үҙәге менән килешеү төҙөгәйне. Космонавтар, бөтөн Рәсәй шифаханаларынан һайлап, осҡандан һуң көс-ҡеүәтте тергеҙеү өсөн "Красноусол" шифаханаһына килә башланы. Бында сәләмәтлеген нығытып ҡайтҡан космонавтарҙың исемлеге хәҙер инде оҙонға китте. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройҙары Виктор Горбатко, Владимир Ляхов, Геройҙар Василий Циблиев, Максим Сураев, Игорь Волк, һынаусы-космонавт Урал Солтанов, Рөстәм Каспранский һәм бүтәндәр. Батырҙарҙы бында ғәжәйеп дауалау факторҙары, ифрат уңайлы көнкүреш шарттары, һәйбәт ризыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ тарта икән. Ял итеүселәрҙең космонавтар менән осрашыу мөмкинлеге — үҙе үк тәрбиәүи һәм психологик фактор. Был донъяла күпте күргән, шөһрәт атының эйәрендә ултырған мәшһүр онколог-табибыбыҙ Рәшит Баҙиҡов ағай ҙа улар менән аралашыуҙан тәьҫирләнеп ҡайтҡан.
...Форсатың төшкәндә, асманға күҙ ташларға онотма, дуҫым. Йондоҙ тигәнебеҙ, бәлки, Йыһанға осоп та Ергә әйләнеп ҡайта алмаған батырҙарҙың йөрәгелер. Улар ҙа, шәт, беҙҙең нисек йәшәүебеҙҙе, ни ғәмәлдәр ҡылыуыбыҙҙы күҙәтеп йөрөйҙөр...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873