Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Боҙ китте, бәлә килде...
Боҙ китте, бәлә килде...Республика йылғаларында тығындар барлыҡҡа килеүе арҡаһында ҡайһы бер төбәктәрҙә йорттарҙы һыу баҫты. Стәрлетамаҡ ҡалаһында Стәрле йылғаһы ярҙарынан сығып, туғыҙ урам һыу аҫтында ҡалһа, Салауатта ҡар һыуы Губкин урамындағы йорттарҙы баҫҡан. Стәрле йылғаһы бер төн эсендә 90 сантиметрға күтәрелгән. Ҡотҡарыусылар кешеләрҙән хәүефһеҙ урынға күсеүҙе үтенһә лә, улар риза булмаған.

Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы эргәһендә Үҙән йылғаһында боҙ тығылыу арҡаһында һыу күтәрелгән һәм биш йорт һыу аҫтында ҡалған. Һанаулы ғына ваҡыт эсендә Ағиҙел 70 сантиметрға күтәрелгән.
Өфө районының Булгаков ауылында ла хәлдәр шәптән түгел — ҡайһы бер урамдарҙы һыу баҫҡан. Семеновка, Фомичев, Стуколкин, Соловьевка ауылдары менәнБоҙ китте, бәлә килде... бәйләнеш өҙөлгән: юл, күпер һыу аҫтында.
Архангел районында Оло Инйәр йылғаһында ла тығын барлыҡҡа килеп, Ҡыҙылъяр ауылында ун йорт зыян күргән. 16 кешене хәүефһеҙ урынға күсергәндәр, улар һыу киткәнсе туғандарында йәшәйәсәк.
Кисә Ҡырмыҫҡалы менән Шишмә райондары сигендә урынлашҡан Бекетов һәм Һабыр ауылдары араһында фажиғәле хәл булған. Ауылдарҙы Өршәк йылғаһы аша һалынған күпер тоташтыра. “Нива” автомобилендә барған өс ир күпер эргәһендә туҡтаған. Бында ҡотҡарыусылар ташҡынға ҡаршы саралар үткәргән мәлгә тура киләләр. Күпер аша әлегә сығырға ярамағанлыҡты аңлатҡас, машина борола башлай, ләкин тайғаҡ юлда водитель идара итеү һәләтен юғалтып, “ҡорос ат” һыуға шыуып төшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 65 йәшлек водитель фажиғә урынында һәләк була. Уның 87 йәшлек пассажиры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, дауаханала йән бирә. 70 йәшлек пассажирҙың ғүмере өсөн табиптар көрәшә.


Автор: Л. НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә