Республика йылғаларында тығындар барлыҡҡа килеүе арҡаһында ҡайһы бер төбәктәрҙә йорттарҙы һыу баҫты. Стәрлетамаҡ ҡалаһында Стәрле йылғаһы ярҙарынан сығып, туғыҙ урам һыу аҫтында ҡалһа, Салауатта ҡар һыуы Губкин урамындағы йорттарҙы баҫҡан. Стәрле йылғаһы бер төн эсендә 90 сантиметрға күтәрелгән. Ҡотҡарыусылар кешеләрҙән хәүефһеҙ урынға күсеүҙе үтенһә лә, улар риза булмаған.
Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы эргәһендә Үҙән йылғаһында боҙ тығылыу арҡаһында һыу күтәрелгән һәм биш йорт һыу аҫтында ҡалған. Һанаулы ғына ваҡыт эсендә Ағиҙел 70 сантиметрға күтәрелгән.
Өфө районының Булгаков ауылында ла хәлдәр шәптән түгел — ҡайһы бер урамдарҙы һыу баҫҡан. Семеновка, Фомичев, Стуколкин, Соловьевка ауылдары менән
бәйләнеш өҙөлгән: юл, күпер һыу аҫтында.
Архангел районында Оло Инйәр йылғаһында ла тығын барлыҡҡа килеп, Ҡыҙылъяр ауылында ун йорт зыян күргән. 16 кешене хәүефһеҙ урынға күсергәндәр, улар һыу киткәнсе туғандарында йәшәйәсәк.
Кисә Ҡырмыҫҡалы менән Шишмә райондары сигендә урынлашҡан Бекетов һәм Һабыр ауылдары араһында фажиғәле хәл булған. Ауылдарҙы Өршәк йылғаһы аша һалынған күпер тоташтыра. “Нива” автомобилендә барған өс ир күпер эргәһендә туҡтаған. Бында ҡотҡарыусылар ташҡынға ҡаршы саралар үткәргән мәлгә тура киләләр. Күпер аша әлегә сығырға ярамағанлыҡты аңлатҡас, машина борола башлай, ләкин тайғаҡ юлда водитель идара итеү һәләтен юғалтып, “ҡорос ат” һыуға шыуып төшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 65 йәшлек водитель фажиғә урынында һәләк була. Уның 87 йәшлек пассажиры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, дауаханала йән бирә. 70 йәшлек пассажирҙың ғүмере өсөн табиптар көрәшә.