Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр береһе күңелгә яҡын, ҡәҙерле
"Башҡортостан" гәзите редакцияһының мәғариф һәм тәрбиә бүлегенә хаттар ифрат күп килә. Төп өлөшөнөң уртаҡ темаға яҙылғанлығын күҙ уңында тотоп, дөйөм күҙәтеү яһауҙы отошло булыр тип таптыҡ.

Хаттар араһында ауыл мәктәптәрен ҡулайлаштырыу мәсьәләһенә ҡағылғандары өҫтөнлөк итә. Йәмәғәтселектең йөрәге әрней, күптәр ысын күңелдән борсола. Мәҫәлән, ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған абруйлы уҡытыусы, даими авторыбыҙ Гөлкәй Ҡужина мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәргә ҡәтғи ҡаршы. "Эш дәүерендә ата-әсә наҙын күрмәй, йә уны аҙ тойоп үҫкән балаларҙы күп күрҙем, — тип яҙа педагог. — Балалар йортонда тәрбиәләнгәндәр, ауылдан ҡалаға уҡырға ебәрелгәндәр менән оҙаҡ йылдар эшләнем. Өй, тыуған ер йылыһы етмәгәнлектән, күңеле китек булған баланың уйы белем алыуҙа түгеллеген яҡшы беләм. "Ауылды үҫтерегеҙ", тиеү менән тыуған төйәк аяҡҡа баҫып китмәй, бының өсөн шарттар, ярҙам кәрәк".
Көйөргәҙе районынан "Почет Билдәһе" ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәҙисә Кинйәбаева ла ҡулайлаштырыуҙың ауыл халҡы өсөн ҡулай түгеллеге хаҡында белдерә. "... Бөтөр ҙә тергеҙ, бөтөр ҙә тергеҙ! — тип көйәләнә ул. — Колхоз-совхоз менән дә шулай булды бит. Элек гөрләп торған баҫыуҙарҙа үле тынлыҡ хәҙер. Барҙы юҡ итеүе тиҙ, анһат ул. Ә барыһы ла аҡсаға ҡоролған осорҙа бөтөрөлгәнде тергеҙеп ҡара!"
"Ауылда мәктәптең тарҡалыуы эшһеҙҙәр сафын арттырҙы, — тип яҙа Белорет районынан Рәмилә Мусина. — Былай ҙа аҡсаһыҙ интеккән ата-әсәгә балаһын ситтә уҡытырға тура килә. Көн дә автобуста йөрөгән уҡыусы йонсой, физик һәм рухи йәһәттән ҡаҡшай, һаулығы насарая.
Уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡы артты, тиҙәр. Әммә был өҫтәмәләр тулы ставкаға эшләмәгән педагогтар өсөн һиҙелерлек түгел, аҙнаһына 18 сәғәт һәм унан да күберәк уҡытҡандар өсөн генә яҡшы".
Берҙәм дәүләт имтиханына ҡаршы йә иһә уның шарттарына риза түгел кеше лә байтаҡ. Мәҫәлән, Өфөнән Х. Сафиуллин БДИ-ны тапшыра алмаған уҡыусының киләһе һынауҙы йыл буйы көтөргә мәжбүр булыуын "мәғариф тармағының кешенән көлөүе" тип атай. "Был — йәш кешенең ҙур тормошҡа тәүге аҙымына аяҡ салыу, уны шәхес булараҡ һындырыу, — ти ул. — Минеңсә, был уҡыусыға шыр "өслө"нән торған булһа ла аттестат бирергә кәрәк. Белеүегеҙсә, кластан күсермәү совет осоронда ла булды: өлгәшмәгән бала, тиңдәштәренән тороп ҡалып, ҡусты-һеңлеһе менән уҡырға мәжбүр була ине. Бындай осраҡта кемдә кәмһенеү тойғоһо уянмаһын? Баланың, айырыуса үҫмерҙең, ауырыуға ла һабышыуы бар бит. БДИ-ны тапшыра алмағандарға был туранан-тура ҡағыла".
Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың араһында мәктәп саралары хаҡында яҙып ебәреүселәр байтаҡ. Мәҫәлән, Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан Сәйҙә Сәйәхова Ырғыҙлы мәктәбендә уҙғарылған педагогик кәңәшмәне ифрат йылы һүҙҙәр менән телгә ала, уны ойоштороусыларға, асыҡ дәрес, кластан тыш саралар күрһәткән уҡытыусыларға рәхмәт белдерә. Тағы ла бер хатында ул Байназар мәктәбендә үткән ата-әсә йыйылышына бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлаша. "Директор Азамат Баязитов ата-әсәгә баланы тәрбиәләү йәһәтенән төрлө кәңәш бирҙе, хеҙмәткә һөйөү уятыуҙың мөһимлеген аңлатты, — тип яҙа Сәйҙә Сәйәхова. — Йыйылыштың иң һөйөнөслө яңылығы шул булды: педагогтар менән ата-әсә уҡыусылар өсөн берҙәм мәктәп формаһының уңайлы төрөн һайланы".
Шулай уҡ Бөрйән районынан М. Мырҙағолова районда үткән "Һәләтле балалар — илебеҙҙең киләсәге" исемле форум хаҡында тулы мәғлүмәт биреп, сараның әһәмиәтен раҫлаһа, Әбделмәмбәт мәктәбенән З. Ғәликәева милли матбуғат баҫмаларына күмәкләп яҙылған коллективтары хаҡында бәйән итеп, милләтебеҙҙең патриоттары булырға саҡыра.
Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Абдуллиндар ғаиләһе лә матбуғаттың йәмғиәттәге ролен баһалай, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтә, эшендә уңыштар теләй. "Милли баҫмабыҙ — ғаиләбеҙҙең тоғро дуҫы: уны үҙебеҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа яратып уҡый. Мәҡәләләрҙе дәрес үткәргәндә рәхәтләнеп файҙаланабыҙ", — тип яҙа Зилә менән Ғәли Абдуллиндар.
Өлкән быуын вәкилдәрен айырыуса тәрбиә мәсьәләһе борсой. Мәҫәлән, гәзитебеҙҙең даими авторы Нурулла Миһранов йәш быуынды эшһөйәр итеп үҫтерергә саҡыра. "Баланың күңеле һүрелмәһен, үҙ көсөнә ышанысы кәмемәһен өсөн ярҙам итергә, маҡтап торорға ла онотмағыҙ", — ти ул. Әлшәй районынан Солтан Ғәлиев иһә, "йәшел йылан" менән дуҫлыҡтың ниндәй эҙемтәгә алып килеүен аныҡ миҫалда күрһәтеп, йәштәрҙе бындай юлдан аралау алымдары буйынса кәңәш бирә.
Уҡыусыларҙан да хаттар алабыҙ. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһының 3-сө гимназияһынан Карина Заһиҙуллина Ейәнсура районының "Аҡ елкән" лагерында алған йылы тәьҫораттары менән уртаҡлаша. "Йәштәр башҡортса белмәй, һөйләшмәй, тиһәләр, ышанмағыҙ! Һис тә дөрөҫ түгел. Арабыҙҙа тел өсөн янған, рухлы, илһөйәр үҫмерҙәр ифрат күп", — тип, күңелде күтәреп ебәргән Карина.
Һәр хатҡа күңел кисерештәре, ихласлыҡ хас. Артабан да даими аралашайыҡ, бергә булайыҡ, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә