Мәктәптә дуҫлашып йөрөгән класташым Сәриә аттестат алыу менән ҡалаға китте лә абитуриент ваҡытында уҡ етеш тормошта йәшәгән ҡала егетенә кейәүгә сыҡты. Йыл һайын сит ил машинаһында ауылға бер нисә сәғәткә генә инеп һуғылалар ине. Шунан алып Сәриә менән аралар өҙөлдө. Ә уның тормош иптәше билдәле эшҡыуар, аҙаҡ сәйәсмән булып китте. Телевизорҙан да маҡтап һөйләнеләр, гәзиттәрҙә уның хаҡында мәҡәләләр ҙә донъя күрҙе.
Яңыраҡ Сәриәне Өфөлә осраттым. Матур кейенгән, ҡиммәтле хушбуй еҫтәре аңҡытҡан сибәр ҡатынды тәүҙә таный алмай торҙом.
“Йәшлегемде заяға үткәрҙем”— Сәләм! Хәлдәрең нисек! Ҡалай һис үҙгәрмәгәнһең! Әйҙә, кафеға инеп сәй эсеп алайыҡ, күптән күрешкән юҡ, – тип, ул мине етәкләп, үҙе артынан әйҙәне.
Ҡапма-ҡаршы ултырғас ҡына, нескә муйынындағы күгәргән урынын шарф менән йәшереп маташҡанын, күҙ аҫтындағы ҡараларын крем һөртөп ағартҡанын күреп аптыраным. Күҙҙәре лә моңһоу ине. Ул хәлдәремде һорашты, ике балам барлығына һөйөндө.
— Һин бәхетле! Ә бына мин яңылыштым. Ашыҡҡан ашҡа бешкән, тиҙәр бит әле. Бына 15 йылдан ашыу инде ситлектә йәшәгән ҡош һымаҡмын. Бер ҡайҙа ла сыға алмайым. Малайым бар. Ирем өсөн боксер грушаһы урынынамын. Саҡ ҡына берәй нәмә оҡшамаһа, осора һуға. Йомортҡанан йөй эҙләп йонсотто.
— Ниңә улай булғас айырылмайһың?
— Ҡайҙа барам мин? Ауылға әсәйем эргәһенә ҡайтайыммы? Ғүмер буйы эшләмәгәс, бер тин аҡсам да юҡ, баланы ла ул миңә бирмәйәсәк.
— Һуң айырылышҡанда мөлкәт икегеҙгә теүәл бүленергә тейеш. Гел туҡмағас, белешмәләр йый ҙа тәүәккәллә.
— Булмай. Ул миңә һуҡыр тин дә бирмәйәсәк. Йәшлегемде заяға үткәрҙем. Уҡырға инеп, һөнәрле булғас ҡына, кейәү тураһында уйларға кәрәккән. Үкенәм… Бер ҡайҙа ла ярҙам һорап барып булмай! Яр һалһаң да ишетеүсе юҡ. Полиция саҡыртып ҡарағайным, ғаилә мөнәсәбәттәрен үҙ-ара асыҡлағыҙ, тип һөйләшеп тә торманылар. Тағы ҡайҙа барырға? Аптырайым. Ғүмер буйы былай йәшәп булмай бит!
Һүҙгә әүрәп сәй тәмләп тә өлгөрмәнек, Сәриәгә ире шылтыратты. "Ниндәй кафела ултыраһың? Кем менән?"– тип ҡысҡырғаны ишетелде.
— Ул телефоным аша минең ҡайҙа йөрөгәнемде күҙәтә, – тип бышылданы ла әхирәтем хатта һаубуллашмайынса сығып китте. Мин һыуыҡ сәйҙе уртлай-уртлай Сәриәнең яҙмышы тураһында уйландым. Хәйер, бер ул ғынамы?! Ғаиләһендә йәберһетелеп йәшәгән ҡатындар бихисап. Уларҙың һәр ҡайһыһы ут йотоп, тиран иргә түҙергә мәжбүр.
Ғаиләлә ҡыйырһытылғандар артаСабырлыҡтың төбө — һары алтын тиһәләр ҙә, был осраҡта уның үлем менән тамамланыуы ихтимал. Һуңғы бер йыл арауығында ирҙәр тарафынан башҡарылған енәйәттәр — быға асыҡ дәлил.
Социологтар билдәләүенсә, ҡатын-ҡыҙҙы борсоған был проблема уларҙың йәмғиәттә биләгән урынына бәйле: социаль йәһәттән яҡланмау, түбән эш хаҡы, хәл ителмәгән торлаҡ мәсьәләһе… Быларҙың барыһы ла ғаиләләге мөхиткә ҙур йоғонто яһай, ҡатын-ҡыҙҙы бығаулай. Бынан тыш, ғаилә тирандарынан һаҡлаған закондарҙың булмауы ла бәкәлгә һуға. Илдә ауыр йәрәхәттәрҙең күпселеге көндәлек тормоштағы ыҙғыш ваҡытында алына икән. Зыян күреүселәрҙең яҡынса 80 проценты — ҡатын-ҡыҙ һәм балалар. Был һүҙҙәрҙе Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан алынған мәғлүмәттәр ҙә дәлилләй: һәр дүртенсе үлтереш ғаиләлә сыҡҡан ыҙғыш мәлендә була. Социологтар билдәләүенсә, йәберһетелгән ҡатын-ҡыҙҙың 2 проценты ғына үҙенең бәләһе менән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Маркетинг тикшеренеүҙәр институты үткәргән һорау алыуҙарҙың һөҙөмтәһенә күҙ һалайыҡ: Рәсәйҙең 13 ҙур ҡалаһында йәшәгән меңләгән ҡатындың фекерен өйрәнгәндәр. Уларҙың 87 проценты ғүмерҙә бер тапҡыр булһа ла ғаиләлә ҡыйырһытылыуын белдергән. Йәберләүҙе иҫкәртеү милли үҙәге менән берлектә билдәле косметика етештереүсе компанияның былтыр үткәргән акцияһы һөҙөмтәһе менән дә таныштырғы килә: бушлай "ышаныс телефоны"на ете меңдән ашыу шылтыратыу булған. Иң күбеһе Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән мөрәжәғәт иткәндәр (36 %), Тверь һәм Түбәнге Новгород өлкәһенә – 4, Новосибирск өлкәһе һәм Санкт-Петербург ҡалаһына – 3, Башҡортостанға 2 процент тура килгән. Шылтыратыусы ҡатын-ҡыҙҙың 30 проценты физик йәберләүҙәргә дусар булһа, 20 проценты ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙең насарайыуына зарланған. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең проблемаларын өйрәнгәндән һуң, белгестәр шуны асыҡлаған: йәберләүгә йышыраҡ 30 — 40 йәштәге ҡатын-ҡыҙ дусар була. Уларҙың күбеһе эшләй, ләкин хеҙмәт хаҡы түбән.
Тиран алдында үҙ-үҙеңде яҡлай алмау бәләгә алып килә. Йыш ҡына ҡатын-ҡыҙ йәберләүҙәргә түҙеп, күнеп, баш баҫып йәшәй. Ундайҙарҙы бер ҡараштан танып була: күҙҙәре һүнгән, йонсоған, тормоштан ваз кискән… Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйҙәге ыҙғыш ҙурға китеп, ҡатындың йә ғәрипләнеүе, йә үлеүе ихтимал.
Тирандар — беҙҙең аралаБыл йәһәттән былтыр Башҡортостанда булған бер ҡот осҡос хәлде миҫалға килтереү ҙә етә. Баш ҡалала йәшәгән Александр Беляев ҡатынын һәм өс балаһын сәнсеп үлтергәйне. Бәхетле осраҡ арҡаһында ғына бер ҡыҙ балалары иҫән ҡалды. Ғаилә ағзаларына ҡул күтәргән был кешенең йыртҡыслығын аңлау мөмкин түгел. Хоҡуҡ һаҡлау органдары уны тиҙ арала ҡулға алды. Яңыраҡ енәйәтсе хөкөмгә тарттырылды, ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителде һәм ҡаты режимлы колонияға ебәрелде.
Йәмәғәтселек был фажиғә тураһында һаман фекер алыша. Шуныһы көн кеүек асыҡ: әгәр ҙә вәкәләтле органдар ғаиләне ҡурсалаһа, балалар ҙа, ҡатын да иҫән ҡалыр ине. Александр ҡатыны һәм балаларына йыш ҡул күтәргән. Татьяна менән Вика туҡмалып дауаханала ла ятып сыҡҡан. Әгәр шул ваҡытта уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары сара күрһә, ғаилә башлығы менән ҡыҙыҡһынһа, уның Рәсәйҙә рөхсәтһеҙ йәшәүе лә тиҙ асыҡланыр, яҡындарын йыш йәберләүе лә билдәле булыр ине. Ләкин бер ниндәй ҙә сара күрелмәгән. Һөҙөмтәлә тотош ғаилә һәләк булды.
…Әсәләренең үле кәүҙәһен күреү менән балалар ҡысҡырып илай башлай, шуға Владимир уларҙы ла аямай. Фатирҙа ыҙғыш-талаш, ҡысҡырышыуҙар сәғәт ярым дауам итә, ләкин күршеләренең береһе лә хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәй! Ҡурҡалар. Владимир һуңынан ыҙғышып йөрөр тип уйлайҙар, ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡыҫылырға теләмәйҙәр. Ошо вайымһыҙлыҡ та — дүрт кешенең һәләк булыуы сәбәбенең береһе.
Владимир 30 төрлө экспертиза үткән, уларҙың барыһы ла ирҙең енәйәтте айыҡ аҡыл менән башҡарыуын дәлилләгән.
Өс бала әсәһе, журналист Ирина Кабанованың ире тарафынан быуып үлтерелеүе тураһында барлыҡ телеканалдар ҙа һөйләне. Криминалистар Алексейҙың психик сирле булыуын һәм ҡатындың уның беренсе ҡорбаны икәнлеген билдәләй. Шуныһы ҡурҡыныс: енәйәткә әҙер кешеләр беҙҙең арала йөрөй һәм үҙенең эске тойғо-кисерештәрен белгертмәй. Бындай хәлдең стена аша булыуы ла ихтимал. Шуға ла күршелә йәшәгән ир ҡатынына ҡул күтәрә икән, битараф ҡалмағыҙ. Бәләнең башы тап шул вайымһыҙлыҡта бит…
Ҡотолоу өсөн тәүәккәллек кәрәкТелефоным шылтырай:
— Лилиә, хәлдәрең нисек?
— Сәриә, һинме ул?!
— Эйе, дауаханала ятам, эргәмә килеп кенә кит әле…
Сәриәне ире йәнә туҡмаған, тик быныһында саманан артыҡ "тырышҡан". Ҡатын ярҙам һорап урамға сығырға мәжбүр булған. Иртән иҫһеҙ ятҡан Сәриәне күреп, күршеләре "Ашығыс ярҙам" саҡырған. Дауаханаға шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре лә килеп еткән, ғариза яҙҙырғандар, иренә ҡарата енәйәт эше асҡандар.
Был ваҡиғаға бер йыл самаһы ваҡыт үтте. Әле класташым бәләкәй генә ҡалаға күсеп китте, эш тапты. Суд аша улын да үҙ тәрбиәһенә алды. Ире уны кире ҡайтарырға маташҡайны ла, булдыра алманы. Хәҙер Сәриәнән дә бәхетлерәк кеше юҡ…
Зәйнәп НАЗАРОВА, психолог:— Замана ир-егеттәренең 20 — 30 проценты мейе һелкенеүенән яфалана. Хәрби хеҙмәттә, спортта, һуғышҡан саҡта алған был йәрәхәттәрҙең һуңынан психикаға йоғонто яһауына әһәмиәт биреп еткермәйбеҙ шул. Ә бындай кешеләр тиҙ ҡыҙып китеүсән була, ҡайһы саҡта үҙен контролдә тота алмай. Был бер сәбәп булһа, икенсеһе — замандың тиҙлегендә, кешенең депрессияға бирелеүендә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы ауыр тормош әле лә беҙҙең күңел торошона йоғонто яһай. Йәшәү өсөн көрәш бара. Замандың йылдам тиҙлегенә өлгөрөү барыһына ла еңел бирелмәй, йыш ҡына күңел төшөнкөлөгөнә дусарбыҙ. Тағы бер мөһим мәсьәлә — йәштәр ғаилә тормошона әҙер түгел. Өйләнеп бергә йәшәй башлағас, ике йылдан көрсөк кисерәбеҙ. Уны һәр кем үҙе белгәнсә үткәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, психологка кәңәшкә килеүселәр һирәк.
Ҡатын менән ир бер-береһен ихтирам итеп йәшәһен өсөн әле үҫеп килгән быуында ныҡлы тәрбиә эше алып барырға кәрәк, ғаилә тормошона әҙерләү ҙә мөһим. Ләкин күпселек осраҡта был проблемаға тейешле әһәмиәт бирмәйбеҙ.