Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Гран-при — Стәрлетамаҡта
Гран-при — СтәрлетамаҡтаУҡытыусыға бихисап бурыс йөкмәтелгән: йәш быуынға белем биреүҙән тыш, йәмғиәттә алдан юл күрһәтеп барыусы маяҡ та булырға тейеш ул. Ә бының өсөн һәр саҡ үҫешкә ынтылыу, ғилем даирәһен даими киңәйтеү мөһим. Республика уҡытыусылары араһында ойошторолған төрлө конкурстар, ярыштар был йәһәттән ифрат отошло.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үткән аҙнала Стәрлетамаҡ ҡалаһында республиканың төрлө район-ҡалаһынан, күрше өлкәләрҙән йыйылған педагогтар “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” ХVIII төбәк-ара конкурсында көс һынашты. Һөнәри бәйге биш көн дауамында барҙы.
Уҡытыусыларҙың конкурсҡа етди әҙерлеге тәүге һынауҙа уҡ һиҙелде. Үҙе, мәктәбе, ғаиләһе менән таныштырған телмәренән генә лә улар хаҡында күпте әйтергә булыр ине. Жюри ағзалары бәйгеселәрҙә заман менән бергә атлаған, тел, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер һөнәр эйәләрен таныны.
Педагогтарҙы артабан “Бәхәс-әңгәмә”, “Оҫталыҡ дәресе”, “Яңыса тәжрибә менән уртаҡлашыу” конкурстары көтә ине. Бында ла һынатманы улар: методик алымдарын ҡулланып, барлыҡ оҫталығын туплап, һынауҙы лайыҡлы йырып сыҡтылар. Йәштәр заманса һиҙгерлеккә таянһа, өлкән педагогтарға ҙур тәжрибәһе ярҙам итте.
Остаздарыбыҙҙың бөтә яҡтан маһирлығына хайран ҡалырлыҡ. Был үҙенсәлектәр “Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн”, “Һөнәремә тоғро ҡалам”, “Йөрәгемде балаларға бирәм”, “Иң яҡшы яңыса тәжрибә”, “Юғары педагогик оҫталыҡ”, “Өлгөлө дәрес” һәм башҡа номинацияларҙа лайыҡлы баһаланды.
Финалға иһә биш уҡытыусы сығып, араларында Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Зөлфиә Баязғолова гран-приға лайыҡ булды.

Һандар телендә
Конкурста Башҡортостандан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән йәмғеһе 55 уҡытыусы көс һынашты.
Конкурсанттар өсөн “Остаз” сайтында 60 меңдән ашыу кеше тауыш биргән.

Һүҙ — еңеүсегә
Зөлфиә Баязғолова:
— Конкурстың үҙем йәшәгән, эшләгән ҡалала үтеүе икеләтә яуаплылыҡ өҫтәне һәм ҙур сәм бирҙе. Сер түгел: еңеү бер кешенең генә эш һөҙөмтәһе була алмай. Хеҙмәттәштәремә, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыларына, ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығына рәхмәтлемен. Бәйге һынауҙарын уңышлы үтеүемә, әлбиттә, 20 йылдан ашыу хеҙмәт стажым да йоғонто яһамай ҡалманы. Еңеүем эшемә тағы ла яуаплыраҡ ҡарарға, башҡорт теленең һағында ныҡлыраҡ тороуға ҙур дәрт бирҙе.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ, “Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе. Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә