Уҡытыусыға бихисап бурыс йөкмәтелгән: йәш быуынға белем биреүҙән тыш, йәмғиәттә алдан юл күрһәтеп барыусы маяҡ та булырға тейеш ул. Ә бының өсөн һәр саҡ үҫешкә ынтылыу, ғилем даирәһен даими киңәйтеү мөһим. Республика уҡытыусылары араһында ойошторолған төрлө конкурстар, ярыштар был йәһәттән ифрат отошло.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үткән аҙнала Стәрлетамаҡ ҡалаһында республиканың төрлө район-ҡалаһынан, күрше өлкәләрҙән йыйылған педагогтар “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” ХVIII төбәк-ара конкурсында көс һынашты. Һөнәри бәйге биш көн дауамында барҙы.
Уҡытыусыларҙың конкурсҡа етди әҙерлеге тәүге һынауҙа уҡ һиҙелде. Үҙе, мәктәбе, ғаиләһе менән таныштырған телмәренән генә лә улар хаҡында күпте әйтергә булыр ине. Жюри ағзалары бәйгеселәрҙә заман менән бергә атлаған, тел, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер һөнәр эйәләрен таныны.
Педагогтарҙы артабан “Бәхәс-әңгәмә”, “Оҫталыҡ дәресе”, “Яңыса тәжрибә менән уртаҡлашыу” конкурстары көтә ине. Бында ла һынатманы улар: методик алымдарын ҡулланып, барлыҡ оҫталығын туплап, һынауҙы лайыҡлы йырып сыҡтылар. Йәштәр заманса һиҙгерлеккә таянһа, өлкән педагогтарға ҙур тәжрибәһе ярҙам итте.
Остаздарыбыҙҙың бөтә яҡтан маһирлығына хайран ҡалырлыҡ. Был үҙенсәлектәр “Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн”, “Һөнәремә тоғро ҡалам”, “Йөрәгемде балаларға бирәм”, “Иң яҡшы яңыса тәжрибә”, “Юғары педагогик оҫталыҡ”, “Өлгөлө дәрес” һәм башҡа номинацияларҙа лайыҡлы баһаланды.
Финалға иһә биш уҡытыусы сығып, араларында Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Зөлфиә Баязғолова гран-приға лайыҡ булды.
Һандар телендәКонкурста Башҡортостандан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән йәмғеһе 55 уҡытыусы көс һынашты.
Конкурсанттар өсөн “Остаз” сайтында 60 меңдән ашыу кеше тауыш биргән.
Һүҙ — еңеүсегәЗөлфиә Баязғолова:— Конкурстың үҙем йәшәгән, эшләгән ҡалала үтеүе икеләтә яуаплылыҡ өҫтәне һәм ҙур сәм бирҙе. Сер түгел: еңеү бер кешенең генә эш һөҙөмтәһе була алмай. Хеҙмәттәштәремә, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыларына, ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығына рәхмәтлемен. Бәйге һынауҙарын уңышлы үтеүемә, әлбиттә, 20 йылдан ашыу хеҙмәт стажым да йоғонто яһамай ҡалманы. Еңеүем эшемә тағы ла яуаплыраҡ ҡарарға, башҡорт теленең һағында ныҡлыраҡ тороуға ҙур дәрт бирҙе.