Район 324,3 мең гектар майҙанды биләй, шуның 126,391-е – ауыл хужалығы ере. Свердловск өлкәһе, Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат, Нуриман, Ҡариҙел, Асҡын райондары менән сиктәш. Районда әле 31600-ҙән ашыу кеше көн итә. Һуңғы йылдарҙа халыҡ һаны йылдам арта.
Дыуан районында газ, нефть, балсыҡ, ваҡ таш кеүек файҙалы ҡаҙылмалар сығарыла. Ауыл хужалығы, урман эшкәртеү сәнәғәте ныҡлы үҫешкән.
"Уралтау"ҙың уңыш сере"Уралтау" ауыл хужалығы предприятиеһы бөгөн республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында иң ҙурҙарҙан һанала. Ҡасандыр бер нисә эшҡыуарҙың тырышлығы менән барлыҡҡа килгән хужалыҡ төрлө тармаҡта уңышлы эшләй.
Предприятие райондағы бер нисә хужалыҡты берләштергән. Үҙ мәлендә эшҡыуар Таһир Зарипов фекерҙәштәре Артур Әхтәров, Илшат Йәғләмүнов һәм Зөлфиә Усачева менән бергәләп Дыуан районында иң артта һөйрәлгән, бөлөү сигенә еткән "Урал" колхозын тергеҙеп ҡарарға була. Тап шулай нигеҙ һалына ла инде "Уралтау"ға. Хәҙер район халҡы хужалыҡтың уңышына ҡыуанып бөтә алмай. Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул: предприятие йылдам үҫә, республиканың төньяҡ-көнсығышында иң ҙурҙар иҫәбендә.
Шулай ҙа ауыл хужалығы эшҡыуарҙарҙы "еңел" уңышы менән ҡыуандырырға теләмәй. Байтаҡ көс түгергә һәм йүгерергә тура килә. Бына шулай башлана уңыш сере. Һөҙөмтәлә бер аҙҙан тырышлыҡтың тәүге емештәре лә күренә башлай.
"Уралтау"ға тиҙҙән элекке "Рәсәй" колхозы ла ҡушыла. Уның ере, 700 баш сусҡаһы булған комплексы, ҡышҡы келәттәре була. Эшҡыуар, уға өҫтәп, 2007 йылда бөлгөнлөккә төшкән иген ҡабул итеү пунктын һатып ала. Техника паркын Канаданың сәсеү комплексы, тракторҙар һәм "КамАЗ" машиналары менән тулыландыра.
Әле "Уралтау" ауыл хужалығы предприятиеһында 300-ҙән ашыу кеше эшләй. 10–12 мең һум тирәһе хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. "КамАЗ" шоферҙары 25–30-ар, механизаторҙар 25 мең һум ала. Комбайнсыларҙыҡы миҙгеленә 170 мең һум тирәһе килеп сыға.
Предприятиеның сәсеүлек майҙаны – яҡынса 12 мең гектар. Хужалыҡта ике мең баш һыйыр малы, шул иҫәптән 400 һауын һыйыры, 4200 сусҡа бар, 300-ҙән ашыу һарыҡ, 500 тирәһе йылҡы көтөлә. Эшкәртеү күләмен тағы ла арттырырға йыйыналар: немец технологияһы нигеҙендә ит комбинаты сафҡа индерелгән. Һөҙөмтәлә етештереү күләме дүрт-биш тапҡырға артасаҡ. Уңыштар ҙа юҡ түгел: "Алтын көҙ-2012" Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы күргәҙмәһендә предприятие етештергән продукция көмөш миҙалға лайыҡ булған.
– Ниһайәт, һеҙ эшмәкәрлекте яйға һалыуға өлгәштегеҙ, һәм хужалыҡ табыш килтерә башланы тиергә буламы? – тип һораныҡ Таһир Ғафар улынан.
– Ярлы йәшәүгә зарлана алмайым, – тине беҙгә йүнсел. – Әле пландар күп. Бөлөү сигенә еткән сираттағы хужалыҡты – "Михайловка" совхозының бер бүлексәһен ҡабул итеп алдыҡ. Унда бөгөн 250 баш һыйыр, 250 баш йылҡы бар. Колхоз бөткәйне инде. Беҙ эш башлағанда уларҙың 3200 һыйыры бар ине, 70 баш тороп ҡалғас ҡына һаттылар. Әгәр ваҡытында беҙгә ышанып тапшырһалар, күптән алға киткән булыр инек.
Хужалыҡтың Мөлкәт ауылындағы фермаһында беҙҙе ҡаршы алған уңған малсылар Фәнил Абдуллин, Рәфис Йомағужин, баш зоотехник Ильяс Әбғәлимов, ферма мөдире Йәмил Сәғәҙиев был тармаҡты биш бармағы кеүек белә. Ә бына 20 йыл ғүмерен ошо эшкә арнаған һауынсы Гөлнур Низамова кеүектәр – хужалыҡтың терәге. Һауым күрһәткестәре буйынса уға етеүселәр һирәк. Шуға ла "Уралтау"ҙа үҙ хеҙмәткәрҙәренең ҡәҙерен беләләр.
Хужалыҡ йәштәргә торлаҡ мәсьәләһен яйға һалыуҙа булышлыҡ итә. Йорт төҙөгәндәргә бында материал, техника менән ярҙам күрһәтергә тырышалар, пилорама ла бушлай. Ғаилә ҡороусыларға предприятие тарафынан 4 мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтелә. Ауыл хужалығы буйынса белем алғандарҙың уртаса килеме уҡыу мәлендә лә һаҡлана, юл сығымдары ҡаплана, тәүлегенә ҡарап командировка сығымдары түләнә.
"Уралтау"ҙың үҙ иҫәбенә хеҙмәткәрҙәрен диңгеҙ буйына, санаторийҙарға ялға ебәреүен беҙгә район хакимиәтендә үк хәбәр иткәйнеләр. Бөгөн ниндәй хужалыҡ ошондай хәстәрлеге, уңыштары менән маҡтана ала?! Матур ял иткән хеҙмәткәр тырышып эшләйәсәк бит. Мәҫәлән, ун кеше Мысырға ялға барып ҡайтҡан. Араларында яңы эшкә килгән йәштәр ҙә, ололар ҙа бар. Шифаханала ял иткәндәр ҙә байтаҡ. Донъя күрһен өсөн иң элек хеҙмәт алдынғыларын һәм яңы эшкә килгәндәрҙе ебәрергә тырышалар. Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыуҙан да баш тартҡаны юҡ эшҡыуарҙың. Балалар йортонда булып, ундағы шарттарҙы күреп, йәне түҙмәгән: кер йыуыу машинаһы алып биргән, икенселәренә аҡсалата ярҙам иткән.
Эйе, бик күптәрҙе һоҡландырырлыҡ уңыш өлгөһөнә әйләнгән "Уралтау". Һигеҙ йыл эсендә генә районда бөлөү сигенә еткән хужалыҡ республиканың төньяҡ-көнсығышында иң йылдам үҫешкән предприятиелар иҫәбендә. Ысынлап та, ауыл хужалығындағы ҡатмарлыҡтарға һәм "кәртәләргә" һылтанған күптәргә өлгө булырлыҡ миҫал был. Эшҡыуар Таһир Зарипов үҙе лә уңышының төп сере тырышлыҡта һәм маҡсатҡа ынтылышта икәнен йәшермәй. Ысынлап та, "Ятҡан таш аҫтына тәңкә ҡыҫтырмайҙар" – маҡсатыңа өлгәшеү өсөн тәүге аҙымды яһарға, һуңынан көн-төн тимәй, ете ҡат тирең сыҡҡансы эшләргә лә эшләргә кәрәк.
З. РӘШИТОВ.
Иң яҡшыларҙың береһе буласаҡМәсәғүт ауылына килеп ингәс тә, тау башында ҡыҙыл кирбестән күп ҡатлы йорт һалыуҙары иғтибарҙы йәлеп итте. Баҡһаң, үҙәк район дауаханаһының яңы бинаһы ҡалҡа икән. Ауыл ерендә барған мөһабәт төҙөлөш беҙҙе хайран ҡалдырҙы. Мотлаҡ ҡыҙыҡһынырға, эштең нисек барыуын белешергә булдыҡ.
Баш табип беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды.
— Дыуан районы республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә географик яҡтан иң уңайлы ерҙә урынлашҡанға күрә, тап ошонда муниципаль-ара медицина үҙәген ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Әле Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды эштәрен теүәлләп килә. Һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһына ярашлы яңы үҙәктең төҙөлөүен төбәк халҡы бик ҡыуанып ҡабул итте, — тип аңлатты Валерий Трофимов.
Ысынлап та, Мәсәғүт ауылы оло юл сатында ята. Төбәк-ара автомобиль юлдарының көнө-төнө гөжләп тороуы травматология үҙәгенә ҙур ихтыяж тыуҙыра.
Юл-транспорт һәләкәтенә тарығандарҙы баш ҡала дауаханаларына алып барып еткереү өсөн ярайһы уҡ күп ваҡыт талап ителә, ә яңы үҙәктең асылыуы Дыуан, Балаҡатай, Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле райондары халҡына ла бихисап мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Өҫтәүенә, ул заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ. 30 урынлыҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, 18 урынлыҡ кардиология, 34 урынлыҡ травматология бүлексәләре, 20 урынлыҡ перинаталь үҙәк менән бала табыу йорто асыласаҡ. Ә инде муниципаль-ара онкология һәм балалар сәләмәтлеге үҙәктәре, гемодиализ бүлексәһе күптән эшләй. Әйткәндәй, Дыуан районы хакимиәте бөйөр таҙартыу бүлексәһен шәхси инвесторҙы йәлеп итеп, "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ярҙамында ойошторған.
Яңы үҙәктең асылыуы өҫтәмә белгестәр ҙә талап итә. Был мәсьәлә нисек хәл ителә һуң? "Ауыл табибы" программаһы нигеҙендә төпкөл төбәккә ҡайтырға теләүсе табиптар арта. Һуңғы осорҙа дауаханаға 33 белгес эшкә килгән. Шуныһы ҡыҙыҡ: уларҙың 22-һе — ҡалаларҙан, 11-е — төрлө райондан. Республикабыҙҙан ситтә йәшәүселәр ҙә яңы үҙәккә эшкә килергә теләк белдерә. Силәбе өлкәһенән — дүрт, Ырымбурҙан — ике, Пермь крайынан — ике, Свердловск өлкәһенән бер табип эшкә урынлашҡан да инде.
Йәш белгестәрҙе төпләндереү өсөн торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү буйынса ла уйланалар. Был йәһәттән Мәсәғүт үҙәк дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов Башҡортостан Президентына, Хөкүмәткә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм Дыуан район хакимиәте етәкселегенә рәхмәтле. 33 фатирлы торлаҡ йорт төҙөлөп бөткән. Киләсәктә тағы ла шундай уҡ ике йорт күтәреү күҙаллана.
Г. СӘЛИХОВА.
Өҫтәлдән аҡ өҙөлмәҫҺөт-консерва комбинатының ризыҡтарын сит илдәрҙә лә беләләр
Район үҙәгендәге һөт-консерва комбинаты — республиканың төньяҡ-көнсығышында киң билдәле предприятиеларҙың береһе. Хәйер, уның тураһында һүҙ сыҡҡанда, төбәк менән генә сикләнеү, киптерелгән һөт етештереүсе булараҡ Рәсәйҙә ҙур абруй яулаған, "Марс" һәм "Сникерс" шоколад батондары сығарыусы сит ил фирмалары менән хеҙмәттәшлек иткән предприятиеның данын бер нисә район эсенә генә һыйҙырыуы ауыр.
...Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында 1948 йылда Мәсәғүт май заводы асыла. Бәләкәй генә була ул. Егерме йылдан яңы цехтар өҫтәлә, Германияла эшләнгән өс киптергес ҡоролма алына, һәм шул мәлдән алып предприятие киптерелгән һөт етештереүҙә махсуслаша.
Үҙгәртеп ҡороу, баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү кеүек яҙмышты хәл итә торған мәшәҡәтле һәм хәүефле осорҙа ла предприятие бирешмәй, һаҡланып ҡала. Күптәр бөлгөнлөккә төшөп ябылып бөткәндә лә, Мәсәғүт киптерелгән һөт комбинаты эшләүен дауам итә. Был хәл үҙе үк мөғжизә тип аталырлыҡ. Улай ғына түгел, предприятие ҡыйыу рәүештә үҫешкә юл ала. Продукцияһының ассортименты киңәйә. Унда етештерелгән ризыҡтар Өфөлә үткән йәрминкәләрҙә һәм күргәҙмәләрҙә генә күренеп ҡала, шуға күрә баш ҡала ҡулланыусыһы Мәсәғүттең һөт-ҡаймағы, майы, йогурты менән әллә ни таныш түгел. Уның ҡарауы, Дыуан районына яҡын урынлашҡан төбәктәр, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре халҡы кинәнә.
"Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Евгений Мехоношиндан предприятиеның эшмәкәрлеге тураһында һорашабыҙ. Бында тәүлегенә 250 тонна һөт эшкәртелә икән. Элек төбәктәге фермалар һауып тапшырған һөттө Мәсәғүт менән Балаҡатай һөт эшкәртеү комбинаттары саҡ эшкәртеп өлгөрһә, хәҙер урындағы сеймал бер Мәсәғүт комбинатына етмәй. Һөттө тағы ла Татарстандан, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренән йыялар. Партнерҙары — 120-нән ашыу.
Продукцияның сифатына ҙур иғтибар бирелә. Комбинат Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге һәм сифат менеджменты системаһына ярашлы ГОСТ Р ИСО 22000 сертификатын алған. 2007 йылда "Марс" менән "Сникерс" етештереүсе "Мars" компанияһы нәҡ мәсәғүттәрҙе партнер итеп һайлаған икән, был тиктәҫкә түгел, әлбиттә. Улар сеймал сифатына ла, эште ойоштороуға ла, тағы әллә күпме нескәлектәргә, талаптарға ныҡлы иғтибар бирә. Сифат сертификаты алғас, "Mars" менән килешеү тағы оҙайтылған.
Инженер-технолог Таһир Мөстәҡимов продукция сифаты тураһында бер ҡулланыусыны ла битараф ҡалдыра алмаҫлыҡ мәғлүмәттәр өҫтәй. Уның әйтеүенсә, комбинатта ризыҡтың бөтә төрҙәре лә ГОСТ буйынса элекке стандарттарға ярашлы етештерелә. Бер ниндәй яһалма өҫтәмәләр ҡулланылмай. Май — ысын мәғәнәһендә май, кефир иһә үҙҙәрендәге кефир бәшмәгендә әсетеп етештерелә.
Һөҙөмтәлә Мәсәғүт комбинаты сығарған май, ҡаймаҡ, төрлө ҡуйылыҡтағы һөт, кефир, йогурттар, торттар, адыгей сыры, эремсек һәм башҡа ризыҡ бик үтемле тауар һанала.
Коллектив 180 кешенән тора. Цехтар өс-дүрт смена эшләй. Рязановтар, Кобяковтар, Волковтар, Титовтар һәм Садиҡовтар династиялары уңғанлығы, эшлеклелеге менән дан, хөрмәт яулаған. Шулай уҡ лаборант-контролер Валентина Ульянова, лаборант Татьяна Седова, мастерҙар Любовь Волохова, Валентина Пряхова, баш механик Геннадий Кобяков, һөт ҡабул итеүсе Татьяна Власова һәм башҡалар предприятиеның уңышына тос өлөш индерә. Ә комбинаттың наградаларын һанап бөтөрлөк түгел. Ул Рәсәй күләмендәге һәм халыҡ-ара форумдарҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, призлы урындар ала. Һуңғы ике-өс йылда яуланғандарына күҙ һалыу ҙа етә. Мәҫәлән, 2010 йылда "Һөтлө уңыш" Бөтә Рәсәй дегустация конкурсында өс алтын миҙалға ("Крәҫтиән" майы, 25 % майлылыҡтағы киптерелгән һөт, "Адыгей" сыры) лайыҡ булған, 2011 йылда ХIII Бөтә Рәсәй Агросәнәғәт күргәҙмәһендә туғыҙ миҙал (өс алтын, биш көмөш, бер бронза) алған, 2012 йылда ХIV Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә туғыҙ алтын миҙал менән бүләкләнгән.
Хеҙмәткәрҙәрҙең тормош-көнкүреше тураһында ла хәстәрлек күрелә. Комбинаттың ятағында ун ғаилә йәшәй. Предприятиела эшләүселәрҙең балаларына Яңы йыл тамашалары, балалар һабантуйы ойошторола, "Әй" шифаханаһында ял итеү мөмкинлеге бирелә. Коллектив үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында, спорт ярыштарында, ауылда үткәрелгән өмәләрҙә ихлас ҡатнаша.
Л. СӘЛМӘНОВА.
Һыуҙары иҡтисадты ла һуғараЙомшаҡ дивандың ҡәҙере ҡаҡ урындыҡҡа ятҡандан һуң арта, тиҙәр. Әҙәм балаһы бөгөн бөтә нәмәгә лә һаҡсыл ҡараштамы, тирә-яҡҡа иғтибарлымы? Эсендә йәне юҡтарҙы ғына ошо һорау борсомайҙыр. Төп тәбиғи байлығыбыҙ һаналған һыуға ҡарата кешелектең яҡшы мөнәсәбәттә булыуын теләргә генә ҡала.
– Һыу – йәшәү сығанағы, уны күҙ ҡараһылай һаҡлау – барыбыҙҙың да мөҡәддәс бурысы, – тип һөйләй "Дыуанводоканал" муниципаль унитар предприятиеһы директоры Хәлит Ғарипов. – Башҡортостандың тәбиғәте иҫ китерлек, ошо матурлыҡҡа икеләтә-өсләтә йәм өҫтәүсе Дыуан киңлектәренә кемдәр генә һоҡланмаған! Шул хозурлыҡтың тамсыһын да сайпылтмайынса киләсәк быуынға еткереү ниәтендә күп ғәмәл бойомға ашырыла. Мәҫәлән, шишмәләрҙе малдан тапатыуға юл ҡуймайбыҙ, йылғаларҙы таҙартабыҙ, күлдәр ҙә ярҙамға мохтаж. Әй һәм Йүрүҙән йылғалары – беҙҙең ғорурлыҡ.
"Дыуанводоканал" – районда табышлы эшләүсе ойошмаларҙың береһе. Халыҡты һәм предприятиеларҙы йылылыҡтан айырмау һәм, әлбиттә, һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү хәстәрен күрә ул. Дөйөм алғанда, туҡһанға яҡын кеше бында эш урыны тапҡан, 4,5 мең тирәһе ғаиләгә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтелә, һәммәһенең дә ойошмаға рәхмәте сикһеҙ. Бынан тыш, 270 ойошманың тотороҡло эшмәкәрлеге ошо предприятиеға туранан-тура бәйләнгән. Яҡынса 100 саҡрым оҙонлоҡтағы һыу үткәргес, 16 саҡрым йылылыҡ селтәрҙәре, 12 һыу скважинаһы, дүрт ҡаҙанлыҡ, шулай уҡ бик күп канализация торбаһы өсөн дә яуаплы улар. Быларҙың береһе лә сафтан сыҡмаһын өсөн эшселәр көн-төн тырыша.
Хәлит Әлтәф улы белдереүенсә, Озеро, Сальевка ауылдарында һыу башняһы алмаштырылған, Мәсәғүттең Заречный биҫтәһендә яңы скважина бырауланған, Төньяҡ биҫтәлә яңы һыу үткәргес төҙөү тамамланған.
Район үҙәгендә канализация коллекторы үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән, тиеүҙе ишетеү ныҡ аптыратты. Туҙған, иҫкергән. Нисек түҙәлер беҙҙәге ҡаты һыуыҡтарға?! Торбалар ныҡ йоҡарған, тимер ныҡ ашалған, шунлыҡтан көтмәгәндә ҡытыршылыҡтар ҙа теркәлә. Шул иғтибарға лайыҡ: йылытыу миҙгелендә авария күҙәтелмәгән, деталдәр эшлектән сыҡмаһын өсөн уларҙың торошо даими тикшерелә, иҫкеләре яңыһына алмаштырыла.
— Ҡайҙандыр көтмәйбеҙ, ә күп осраҡта үҙебеҙ хәстәрләйбеҙ. Заман менән атларға тырышабыҙ, төрлө проекттар тураһында уйланабыҙ, – тип тамамланы һүҙен директор.
И. АҠЪЮЛОВ.
Заман һулышын тойоп...Аграр техникумда уҡығандар тормошта үҙ урынын таба
Дыуан ауылында һөнәри белем биреү тарихы 1898 йылға барып тоташа. Заводтар өсөн слесарь, механик, столяр әҙерләүсе уҡыу йорто заманына күрә алдынғы үҙәктәрҙең береһе һанала. Дыуанға белем алырға бик алыҫтарҙан да килеүҙәре билдәле.
1930 йылда иһә ул ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләүсе белем усағына әүерелә һәм Башҡортостандың ошо йүнәлештәге тәүге һигеҙ уҡыу йорто иҫәбенә инә. Бөгөнгәсә был уҡыу йорто 10 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарҙы. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәген агрономдар, зоотехниктар, ветфельдшерҙар, зооветеринарҙар, техник-механиктар, фермерҙар менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерҙе ул. Дыуан техникумын бөткәндәрҙең күбеһе
республиканың юғары наградаларына эйә, абруйлы белгестәр, етәкселәр булып танылды.
Әле техникум сифатлы белгестәр әҙерләп сығарыу өсөн ныҡлы матди-техник базаға эйә, уңайлы көнкүреш шарттары булдырылған билдәле белем усағына әүерелгән. Уҡыу бинаһы, ашхана, китапхана, компьютер кластары, спорт залы, ял бүлмәләре, уҡыусылар өсөн ике ятаҡ — ғөмүмән, уңайлы социаль-көнкүреш шарттары булдырылған.
Бөгөн Дыуан аграр техникумында бөтәһе 508 уҡыусы белем ала, шуның 270-е ситтән тороп уҡый. Республиканың Дыуан, Балаҡатай, Ҡариҙел, Асҡын, Мишкә райондарынан, күрше Силәбе, Свердловск өлкәләренән килгәндәр бар. Улар ветеринар, агроном, механик, йәшелсәсе һөнәрҙәрен үҙләштерә.
Киләсәктә һөнәр алыу даирәһен киңәйтеп, ауыл хужалығын электрлаштырыу, агросәнәғәт продукцияһын эшкәртеү технологияһы буйынса факультеттар асыу хаҡында һүҙ бара.
Юғары квалификациялы белгестәр тупланған коллективта. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Адольф Ахунов, мәғариф отличниктары Вера Долгова, Андрей Пересадин, Лариса Филимазова һәм башҡалар уҡыу йортоноң абруйлы шәхестәре булып танылған. Улар һөнәр серҙәренә лә өйрәтә, йәштәргә рух ныҡлығы биреүгә, уларҙы донъя ауырлыҡтарына ҡаршы тора алырҙай ысын шәхес итеп тәрбиәләүгә лә күп көс һала. Уҡыуҙан тыш ваҡыт бушҡа сарыф ителмәй: саңғы, еңел атлетика, көрәш, волейбол, баскетбол, теннис, футбол секциялары менән бер рәттән, үҙешмәкәр сәнғәт, шахмат түңәрәктәре һәм башҡалар уҡыусыларҙың яратҡан шөғөлөнә әүерелгән, үҫеш даирәһен киңәйтеүгә үҙ өлөшөн индерә. Бигерәк тә гитара, йыр, драма түңәрәктәрен үҙ итәләр. Йыш ҡына район, республика күләмендәге һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрендә, спартакиадаларҙа әүҙемлек күрһәтеп, алдынғы урын яулайҙар, техникум данын яҡлап һәр төрлө конкурста ҡатнашалар.
Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем студенттар. Уларҙың мәғлүмәт үҙәге ойошторолғас, эштәр тағы ла йәнләнә төшкән. Ай һайын студент тормошо хаҡында "Минең быуыным" исемле гәзит сығаралар. "Йәш быуын" волонтерҙар хәрәкәте ололарға ярҙам ҡулы һуҙып, изге эш атҡарыуҙы ойоштора.
Техникумда белем һәм рухи көс алған студенттар оло тормош юлына ныҡлы әҙерлек менән килә, үҙ урынын табыуға өлгәшә. Әлбиттә, һәр ерҙә уңыш һәм ҡаҙаныштар нигеҙен етәксе һала, уның ойоштороу һәләте, кешеләргә мөнәсәбәте коллективтың эшмәкәрлегенә хәл иткес йоғонто яһай. Был юҫыҡта Дыуан аграр техникумы директоры, республиканың мәғариф отличнигы Талип Алек улы Фазлаевтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уның тырышлығы менән һуңғы йылдарҙа ландшафт дизайны, сәскәләр үҫтереүсе, бәшмәк үҫтереүсе, баҡсасы һөнәрҙәрен дә үҙләштереүгә мөмкинлек алды йәштәр. Иң мөһиме — бындай һөнәрҙе алған белгестәргә бөгөн ихтыяж арта. Ни тиһәң дә, уҡыу йортонан фермерлыҡ менән шөғөлләнеүгә, шәхси эшен асыуға ла тулы әҙерлек менән сыға улар. Ғөмүмән алғанда, Дыуан аграр техникумына уҡырға килгән балалар ышаныслы ҡулдарға эләгә. Уларҙың артабанғы яҙмышы, киләсәк тормошо, эшкә мөнәсәбәте йәһәтенән борсолмаҫҡа нигеҙ бар.
Г. ОМОРҘАҠОВА.