Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҫешкә әйҙәүсе майҙан
Үҫешкә әйҙәүсе майҙанТуған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының хеҙмәте һәр саҡ маҡтауға лайыҡ. Ләкин улар тейешле баһаһын аламы? “Эйе, һис шикһеҙ”, — тип уйлап ҡуйҙым, әле Стәрлетамаҡ ҡалаһында барған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” XVIII төбәк-ара конкурсының көндәлеген ҡарап. Педагогтарҙы бергә туплап, ошондай ҙур бәйге ойоштороу, уларға эш тәжрибәһен уртаҡлашыу мөмкинлеген биреү хеҙмәт кешеһенә ҙур баһа түгелме ни? Айырыуса бөгөн, тел һәм мәҙәниәт мәсьәләләре ҡатмарлашҡан мәлдә.
Конкурсты асыу тантанаһында Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева тап ошолар хаҡында әйтте.
— Заман ниндәй генә үҙгәреш кисермәһен, уҡытыусының иңенән белемле, тәрбиәле, әхлаҡлы шәхестәр тәрбиәләү өсөн яуаплылыҡ төшмәй. Был изге эш ҡаһарманлыҡҡа тиң, — тине ул. — Һөнәри конкурс бәйгеселәребеҙгә артабанғы эшендә яңынан-яңы мөмкинлектәр асһын!
Ярышта биш тиҫтәнән ашыу уҡытыусы, “Яңыса тәжрибә менән уртаҡлашыу”, “Бәхәс-әңгәмә”, “Оҫталыҡ дәрестәре” конкурстарында көс һынашыуҙан тыш, йәш хеҙмәттәштәрен белем биреү серҙәренә лә өйрәтә. Еңеү сәме түгел, ижади аралашыу теләге берләштерә уларҙы.

Рифат ӘЙҮПОВ, конкурстың былтырғы еңеүсеһе:
— Бындай бәйгеләр, ниндәй урын алыуына ҡарамаҫтан, уҡытыусыға тик ыңғай йоғонто яһай. Беренсенән, ул тәжрибә уртаҡлашып, һөнәри кимәлен үҫтерә. Икенсенән, ҡыйыулығы арта. Уҡытыусы өсөн ҙур аудитория алдында телмәр тота белеү ифрат мөһим сифат бит.
Хеҙмәттәштәремә уңыш теләйем. Ниндәй генә урын алмаһындар, барыһының да хеҙмәте сикһеҙ баһаға лайыҡ!


Автор: Рәмил МАНСУРОВ, «Башҡортостан»дың үҙ хәбәрсеһе. Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә