Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының хеҙмәте һәр саҡ маҡтауға лайыҡ. Ләкин улар тейешле баһаһын аламы? “Эйе, һис шикһеҙ”, — тип уйлап ҡуйҙым, әле Стәрлетамаҡ ҡалаһында барған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” XVIII төбәк-ара конкурсының көндәлеген ҡарап. Педагогтарҙы бергә туплап, ошондай ҙур бәйге ойоштороу, уларға эш тәжрибәһен уртаҡлашыу мөмкинлеген биреү хеҙмәт кешеһенә ҙур баһа түгелме ни? Айырыуса бөгөн, тел һәм мәҙәниәт мәсьәләләре ҡатмарлашҡан мәлдә.
Конкурсты асыу тантанаһында Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева тап ошолар хаҡында әйтте.
— Заман ниндәй генә үҙгәреш кисермәһен, уҡытыусының иңенән белемле, тәрбиәле, әхлаҡлы шәхестәр тәрбиәләү өсөн яуаплылыҡ төшмәй. Был изге эш ҡаһарманлыҡҡа тиң, — тине ул. — Һөнәри конкурс бәйгеселәребеҙгә артабанғы эшендә яңынан-яңы мөмкинлектәр асһын!
Ярышта биш тиҫтәнән ашыу уҡытыусы, “Яңыса тәжрибә менән уртаҡлашыу”, “Бәхәс-әңгәмә”, “Оҫталыҡ дәрестәре” конкурстарында көс һынашыуҙан тыш, йәш хеҙмәттәштәрен белем биреү серҙәренә лә өйрәтә. Еңеү сәме түгел, ижади аралашыу теләге берләштерә уларҙы.
Рифат ӘЙҮПОВ, конкурстың былтырғы еңеүсеһе:— Бындай бәйгеләр, ниндәй урын алыуына ҡарамаҫтан, уҡытыусыға тик ыңғай йоғонто яһай. Беренсенән, ул тәжрибә уртаҡлашып, һөнәри кимәлен үҫтерә. Икенсенән, ҡыйыулығы арта. Уҡытыусы өсөн ҙур аудитория алдында телмәр тота белеү ифрат мөһим сифат бит.
Хеҙмәттәштәремә уңыш теләйем. Ниндәй генә урын алмаһындар, барыһының да хеҙмәте сикһеҙ баһаға лайыҡ!