Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаяларҙа үҫкән ҡарағай
Ҡаяларҙа үҫкән ҡарағайБЕЛЕШМӘ:
Динир Әсҡәт улы Әхмәтйәнов 1957 йылда Әбйәлил районында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (хәҙер — аграр университет) тамамлап, ғалим-агроном һөнәренә эйә була, артабан Урал социаль идара итеү һәм политология институтында белем ала. Тыуған районында комсомол, совет һәм партия хужалыҡ мәктәбен үтә, төрлө вазифа башҡара. 1991 —1992 йылдарҙа — Әбйәлил районы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1992 — 1995 йылдарҙа “Красная Башкирия” совхозы директоры, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы етәксеһе урынбаҫары хеҙмәтен үтәй. Ә 1995 — 2008 йылдарҙа Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, аграр мәсьәләләр, экология, тәбиғи ресурстар һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесе урынбаҫары була. 2011 йылдан — Бөрйән районы хакимиәте башлығы.

Хәлдән килгәнен генә вәғәҙә итә

Элекке аэропорт яғында ҡалҡып сыҡҡан Баҙал биҫтәһенән район үҙәгенә ҡарай ҡар-буран уйнатып машина елә. Тауҙы төшкәс, "Шүлгәнташ" яғына боролған Ҡаяларҙа үҫкән ҡарағайурында портфель аҫҡан бер нисә малай пәйҙә булды.
— Минең пассажирҙар! Мәктәпкә китеп барыуҙары, бөгөн ниңәлер иртәләгәндәр, — тине Динир Әсҡәт улы һәм машинаһының ишеген асты.
— Йә, шәберәк ҡыймылдағыҙ, әллә портфелегеҙҙәге "икеле"ләргә көсөгөҙ етмәйме? — тип шаяртты ул.
— "Икеле"гә уҡып ни әллә! Китап күберәк бөгөн... — Малайҙарҙың ҡайһы бере шулай бер аҙ турһайып алды. Динир Әсҡәт улы миңә шым ғына күҙ ҡыҫып ҡуйҙы. Аңланым: зитҡа тейеүҙе малайҙар бик өнәп етмәй, хатта ауыр ҡабул итә, сөнки тап ошо осорҙа үҙ-ара ярышыу тигән хәтәр әйбер бар!
Динир Әсҡәт улы тиҙлекте бер аҙ арттыра төштө — хакимиәткә иртәнге 8-ҙән дә ҡалмай барып етергә кәрәк.
Район етәксеһе яңы вазифаһында эште ауылдарҙы гиҙеп, халыҡ менән осрашыуҙар үткәреүҙән башланы. "Беҙгә әллә нисә мәртәбә килеп китте инде, шул тиклем ябай! Хәлдән килгәнен генә вәғәҙә итә. Булдырып булмағаны хаҡында тураһын ярып әйтә, был мәсьәләне йырып сығыу юлдарын халыҡ менән бергә эҙләй, кәңәшләшә", — тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетеү — яңы башлыҡты халыҡтың шунда уҡ үҙ күреүенә аныҡ дәлил.
Район хакимиәтенә лә барып еттек. Иртәнге сәғәт 10-да район Советы депутаттарының сессияһы тәғәйенләнгән икән. Динир Әсҡәт улы үткән йылға отчет менән сығыш яһарға тейеш. Өҫтәлендә ятҡан докладын бер ситкә ҡуйҙы ла бер аҙ уйланып ҡалды. Унда нимә яҙылғанын былай ҙа яҡшы белә, тағы ла нимәлер өҫтәп әйтергә теләй, күрәһең. Шул арала көн үҙәгендә торған ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса Өфөгә, урындағы бер нисә етәксегә шылтыратып, хәлдәр торошо тураһында белешеп алырға ла өлгөрҙө.
Бер аҙҙан һәр нәмәгә ваҡытында йөрөү ҡанына һеңгән, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәренән һәм урындағы етәкселәрҙән дә шуны талап иткән башлыҡ мине ултырыштар залына әйҙәне.
Сессияға, ғәҙәттәгесә, депутаттарҙан тыш, район предприятиелары, ойошмалары етәкселәре лә йыйылғайны. Хакимиәт башлығы аныҡ, әллә ни оҙаҡҡа Ҡаяларҙа үҫкән ҡарағайһуҙылмаған докладында 2012 йылға йомғаҡ яһап, башҡарылған эштәр һәм алда торған мөһим бурыстар хаҡында бәйән итте. Ҡайһылыр урында, ҡағыҙҙан айырылып, ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән үҙ фекерен еткерҙе, бер нисә кешегә күрһәтмә бирҙе. Былтырғы ҡоролоҡ, башҡа урындарҙағы кеүек үк, дотацияла ултырған районға мәшәҡәт өҫтәгән, әммә 2015 йылға тиклем Бөрйәнде комплекслы үҫтереү тураһында программа киләсәккә өмөт менән йәшәргә этәргес бирә. Ағымдағы йылға бюджет та ваҡытында ҡабул ителгән. Әйткәндәй, барлыҡ документ менән райондың "Таң" гәзитендә, шулай уҡ Интернетта төбәктең рәсми сайтына инеп танышыу бөгөн бер ниндәй ҡатмарлыҡ тыуҙырмай.

Бөрйәндәр гер күтәреүҙә лә, бесән сабыуҙа ла чемпион!


Район хакимиәте башлығы кабинетына йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге етәксеһе Ғайса Хәлитов менән Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашҡан тиҫтәләгән кеше килеп инде. Араларында уҡыусылар ҙа, йәштәр ҙә, хатта ... пенсионерҙар ҙа бар. Әбделмәмбәт ауылынан ике уҡыусы ҡыҙ — Алина Боҫҡонова менән Наилә Ғәлина — гер күтәреү буйынса ил беренселегендә ҡатнашыу өсөн Сорғот ҡалаһына, Сәмәрә Хәлитова менән Йәмил Шәғәлин шул уҡ спорт төрө Ҡаяларҙа үҫкән ҡарағайбуйынса ветерандар араһында Архангельскиҙа үтәсәк донъя чемпионатына йыйына икән. Сәмәрә Әхәт ҡыҙына айырым туҡталып үтеү урынлы булыр. Ул, Ғәҙелгәрәй ауылы мәктәбендә физкультуранан уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан. Былтыр Минскиҙа, 16 килограмлыҡ герҙе 131 тапҡыр күтәреп, ветерандар араһында донъя чемпионы исемен яулап ҡайтҡайны. Бөрйәндәр артығы менән баҫалҡы шул: Сәмәрә апайға ла дан тигән нәмә ике ятып бер төшөнә инмәй, уҡытыусылыҡ һөнәренә генә тоғро булып ҡала.
Бәлки, күптәр Бөтә Рәсәй ауыл уйындары хаҡында бөтөнләй хәбәрҙар түгелдер. Унда ҡатнашыусылар бесән сабыу, һыйыр һауыу, саңғыла уҙышыу, шахмат уйнау кеүек ярыштарҙа көс һынаша. Бөрйәндәр бындай бәйгелә бер нисә йыл элек чемпион исемен дә алып ҡайтҡайны. Быйыл да Красноярскиҙа уҙасаҡ Бөтә Рәсәй ауыл уйындарына райондан биш кеше юлланасаҡ. Уларҙың араһында балалар ҙа, уҡытыусы ла, мәктәп директоры ла, студент та бар. Хәйер, быға ғәжәпләнәһе түгел: бөтөн эш ҡул көсө менән башҡарылған районда һәр кем бәләкәй саҡтан уҡ "универсал" булып үҫә шул.
— Һеҙ Башҡортостаныбыҙҙың, хатта илебеҙҙең данын күтәреүгә юл тотаһығыҙ, — тине Динир Әсҡәт улы уйынға юлланыусыларға. — Башҡорт халҡына элек-электән айыҡ тормош алып барыу хас булған. Эскелек, наркомания кеүек заман фажиғәләре алҡымдан алғанда, һеҙ — башҡаларға үрнәк.

Яҡташлыҡ аҡса менән үлсәнмәй


Ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған секретарь ҡыҙҙың тауышы ишетелде:
— Динир Әсҡәтович, Өфөнән Бөрйән йәштәре ассоциацияһы рәйесе, медицина университеты студенты Зөлфирә Баймөхәмәтова ҡабул итеүегеҙҙе һорай. Үткәрергәме?
— Инһен, әлбиттә! — тине башлыҡ.
Зөлфирә бер төркөм студент менән сығарылыш класс уҡыусыларын юғары уҡыу йорттарына инергә өгөтләп йөрөй икән. Өфөләге Бөрйән йәштәренең тормошона килгәндә, башҡа райондар менән сағыштырғанда, һәлкәү, тарҡау булыуыбыҙҙы телгә алды. Ысынлап та, төрлө саралар ойошторола, район хакимиәттәренең ярҙамы ла көслө. Бөрйәндәр әлегәсә ни бары ике тапҡыр КВН үткәрҙе. Ойошма рәйесенең йыш алмашыныуы ла ныҡ бәкәлгә һуҡты. Зөлфирә Динир Әсҡәт улынан Өфөлә студенттарҙың хакимиәт вәкилдәре менән осрашыуын, яҙғыһын Бөрйән йәштәренең һабантуйын үткәреүҙә ярҙам һораны. Беҙҙән дә ҡайһы бер эштә булышлыҡ итеүебеҙҙе үтенгәс:
— Студенттарҙы ғына түгел, Өфөләге барлыҡ Бөрйән йәштәрен йыйырға кәрәк, — тип мин дә фекеремде белдерҙем. — Бай йөкмәткеле программа төҙөйөк. Иҫтә ҡалырлыҡ танышыу кисәһе булһын ул. Бөрйәндәр араһында төрлө өлкәлә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкән йәштәр күп бит. Яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәт базаһы төҙөргә кәрәк.
Һуңғы КВН-да була алмаһам да, бик күңелһеҙ хәбәр ишеттем: сәхнәлә сығыш яһаған берәү, рәсми саҡырылмаһа ла, билет һатыуҙан йыйылған аҡсаны һыпырып алып ҡайтып киткән.
— Дөрөҫ тәнҡит, — тип һүҙгә ҡушылды район башлығы. — Яҡташлыҡ тойғоһо бер ҡасан да аҡса менән үлсәнмәй! Йәштәрҙең осрашыуын үткәрербеҙ, һабантуйҙы ойоштороуҙа ла ярҙам булыр, һеңлем.

"Беҙҙең Бөрйән — ҡара урман..."

Шулай башлана тыуған районыбыҙҙың данын барлыҡ тарафҡа таратҡан, гимнға әйләнгән "Бөрйән егеттәре" йыры. Түгел шул! Заманында беҙҙең ағасҡа, айырыуса ҡарағайға, кемдәр генә һоҡланманы ла кемдәр генә ҡырҡманы. Ә хәҙер ағас алыу — мең бәлә! Эргә-тирәлә эшкә яраҡлыһы бөтөнләй ҡалмаған, уның өсөн йәһәннәм төпкөлөнә барырға мәжбүрһең.
Район хакимиәте башлығы менән "Бөрйән урманы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә юлланабыҙ. Ул ағас эшкәртеү менән шөғөлләнһә, "Бөрйән урман эшкәртеү хужалығы" ҡырҡыу һәм әҙерләү бурысын алған.
Беҙҙе йәмғиәттең генераль директоры Камил Сермаков ҡаршыланы. Ағас эшкәртеү комплексына алты "КрАЗ" машинаһы ҡарағай ташый, артабан ике цехтың продукцияһы Белоретҡа оҙатыла. Унан инде тимер юл аша төрлө тарафҡа һатыуға оҙатыла.
— Былтыр ике предприятие 23 миллион һум килем алған. Шуның күпмеһе район ҡаҙнаһын тулыландырҙы? — тип һорайым хакимиәт башлығынан.
— Эшселәрҙең хеҙмәт хаҡынан 13 процент, комплекстың ер өсөн һалымы ғына район файҙаһына китә, йәғни бер кубометр ағастан 40 һум инә.
— Аҙ түгелме был?
— Әлбиттә, был тәңгәлдә хакимиәттә һәр саҡ һөйләшеүҙәр алып барыла. Әммә мәсьәләне хәл итеү еңелдән түгел, сөнки урман, мәғлүм булыуынса, федераль милеккә ҡарай.
Шуныһы ҡыуаныслы: бында йәмғеһе 107 кеше эш урыны тапҡан. Заманында Бөрйән леспромхозында ВЛКСМ комитеты секретары булып эшләгән кеше булараҡ әйтәм: эштә әле төп көстө элекке комсомолдар тәшкил итә! Электән ифрат тырыш, сәмсел булды улар. Егерме йылдан ашыу ваҡыттан һуң ҡосаҡлашып күрешеү, үткәндәрҙе хәтергә алыу, бөгөнгө көнитмеш, ғаилә хәлдәре менән танышыу Бөрйәнгә сәфәремдең иң сағыу өлөшө булғандыр.
— Беҙгә юлды һыуытма, — тип оҙатып ҡалды инде ир уртаһына еткән, олпатланған, сәстәре саллана төшкән егеттәрем...

"Айыуҙар төбәге" түгел хәҙер төйәгем

Бөрйәнде ғүмер баҡый "айыуҙар төбәге" тип йөрөттөләр. Шөкөр, хәҙер Өфөнән район үҙәгенә тиклем асфальт юл һалынды. Ауылдар араһындағылары ла ҡәнәғәтләнерлек, ҡар-буран тип тормай, һәр саҡ таҙартып торалар. Элек тыуған ауылым Аҫҡарҙан район үҙәгенә барыу мең бәлә булһа, хәҙер Өфө һынлы Өфөнән ҡайтып етеү бер ни тормай. Билдәле, юлдар инфраструктураһын үҫтереү иҡтисади бәйләнештәрҙе яйға һалыуҙа төп шарт булып ҡала.
Ҡараңғы төштө. Динир Әсҡәт улы менән ДРСУ-ға елдерәбеҙ. Уның етәксеһе Нәҙир Иманғолов кабинетында ине. Эшселәр ҙә байтаҡ күренә.
Нәҙир Сөләймән улын электән күрә-белә йөрөйөм. Бик баҫалҡы, аҙ һөйләй, әммә эшләгәндә — һалдат! Район биләмәһендә юлдар һалыу, йүнәтеү, тәртиптә тотоу — уларҙың төп бурысы. Бик оҙонға һуҙмайынса, башҡарған эштәренең ҡайһы берҙәрен генә бәйән итәйек: Иҫке Собханғол — Ҡағы юлын, Бөрйәнде Өфө менән тоташтырған иң мөһим урынды йүнәтеүҙе тамамлағандар. Шулай уҡ район үҙәгенән Мораҡҡа тиклемге юлға асфальт түшәү башланған — ҡырсынташтан йөрөү үҙе бер бәлә бит. Был эш Күгәрсен районы сигендә ятҡан "Шүлгәнташ" мәмерйәһенә туристарҙы күберәк йәлеп итеүҙе лә күҙ уңында тота.
Дәүләт контракты буйынса Темәс юлында әҙерлек эштәре тамамланған, Баймаҡ районының был ауылына етергә 44 саҡрым ғына ҡалған. Юлдың төҙөклөгө Сибай ҡалаһының уҡыу йорттарында күпләп белем алған Бөрйән йәштәре өсөн айырыуса ҡулай.
Ауылдар араһында ла барыр урынына мәшәҡәтһеҙ етеү мөмкинлегенә эйә хәҙер яҡташтарым. Мәҫәлән, элек Иҫке Собханғолдан эргәлә генә ятҡан Яңы Собханғолға йәйәүләп һигеҙ саҡрым юл үтергә мәжбүр инек. Хәҙер яңыһы буйынса бер нисә минут эсендә елдереп кенә барып етәһең.
Ғөмүмән, ДРСУ-ның 77 кешенән торған коллективы былтыр 68 миллион һумлыҡ эш башҡарған. Шулай уҡ Баҙал биҫтәһендә хоккей майҙансығы төҙөп ҡуйғандар. Был уйындың "ене" ҡағылған малайҙар әйҙә кинәнһен!
Бөрйән юлсыларының хеҙмәт тәртибен һаҡлау буйынса республикала беренсе урынға сығыуы — үҙе бер мәртәбә. Район ҡаҙнаһына иң күп һалымды ла ошо ойошма түләп тора. Хакимиәт башлығының Нәҙир Сөләймән улы менән әңгәмәһендә төбәктең проблемаларын аңлап, уларҙы хәл итеүҙә бер төптән эшләүгә ынтылыш сағылды.

* * *
Халҡыбыҙҙың бай хазинаһын туплаған боронғо, тарихи урындар, урман-тау, йылға-үҙән, ихлас, ябай кешеләр... Бөгөнгө заман шарттарында күпме көс, рух, илһөйәрлек кәрәк әле уларҙы һаҡларға һәм үҫтерергә! Динир Әсҡәт улының һәр эш көнө ошо бурыстарҙың ниндәйҙер бер өлөшөн үтәүгә ҡайтып ҡала. Ҡаяларҙа үҫкән ҡарағайҙай ныҡлы ихтыярлы, көс-ҡеүәте ташып торған ир-уҙаман ҡаҙанған уңыштарында туҡтап ҡала торғандарҙан түгел. Бына әле лә ул, бөгөнгө эшен теүәлләп, алдағы көнгә бурыстары хаҡында һөйләшеүгә, фекерҙәре менән уртаҡлашыуға күсеп китте...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872