Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ахырызаманды үҙебеҙ яҡынайтабыҙ
...Туҡталышта автобустан төштөм дә хужалыҡ идараһына ҡарай атланым. Ҡаршыма еңел машина килеп сыҡты. Ҡапыл әлеге автомобилдән ниҙер юлға осто. Багажнигы асылмаған, был ни ғәләмәт? Яҡыныраҡ барғас ҡына, ҙур пакет туп-тулы сүп-сар ырғытып киткәндәрен аңланым. Тирә-яҡҡа бысраҡ ҡый-һыпыр сәсрәгән. Нимә был? Нисек аңларға был йәмһеҙ күренеште? Шул тиклем дә хаяһыҙ, әҙәпһеҙ булыр өсөн... Кеше тигән бөйөк исемдән ни дәрәжәлә кәм, түбән булырға кәрәк?! Етмәһә, үҙе йәшәгән ауылдың уртаһында... Беҙ зарланырға, түрәләрҙе тиргәргә, власты юҡҡа сығарырға әүәҫбеҙ. Дөрөҫ, бәғзе бер мәсьәләләрҙә власть ярҙамы кәрәк, шунһыҙ бер ни ҡыйратып булмай. Әммә үҙебеҙ атлап йөрөгән, үҙебеҙ эскән, үҙебеҙ бесән сапҡан йә иһә көтөү көткән, еләк йыйған ер-һыуҙы таҙа тотоу, бысратмау бары тик беҙҙән, ябай кешеләрҙән, тора бит. Ауыл, уның тирә-яғы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡайһы ауылды ғына алма, тирә-йүнен сүп-сар менән "биҙәгәндәр". Таҡһыр һәм Юлдаш араһында, мәҫәлән, көнкүреш ҡалдыҡтары тултырылған полиэтилен ҡапсыҡтар юлдың ян-яғына һибеп ҡалдырыла. Автобус туҡталыштары ҡағыҙ, сепрәк, буш шешә, тәмәке сүплеге генә түгел, бәҙрәфкә әүерелгән хәҙер. Әллә ҡайһы бер әҙәмдәр әйләнә-тирәһен нәжескә буяп, үҙенә күрә ҡәнәғәтлек кисерәме икән? Йәй көндәре ауылдар өҫтөнә үҙ-үҙенән тоҡанған йәки кеше ҡулдары үртәгән ҡыйлыҡтарҙан ағыулы төтөн йәйелә. Пластик шешәләрҙе, полиэтилен тоҡсайҙарҙы яндырырға ярамағанлығын, бәлки, белмәйҙәрҙер? Улай ғына түгел, теләһә ҡайҙа ырғытыу ҙа ярамай уларҙы, сөнки, беренсенән, был әйберҙәр серемәй, икенсенән, тирә-яҡ мөхитте ағыулап, бысратып ята. Берәй заман еребеҙҙең зарарлы полигонға әйләнеүе лә бик ихтимал бит. Пластик шешәне үртәгәндә бик ҡурҡыныс ағыу — диоксин бүленә. Юҡҡа ғына уны ғалимдар химик СПИД тип атамай. Уҙған быуат аҙаҡтарында баш ҡалабыҙ Өфөлә булған хәлде хәтерләгеҙ. Һыуға эләккән диоксин арҡаһында күпме кеше ағыуланды, ә күпмеһе ғүмерлек ғәрип булып ҡалды! Бер литр һыуға бер нанограмм ғына диоксин эләгеүенән организмда ҡот осҡос үҙгәрештәр башлана. Ә бит нанограмм — грамдың миллиардтан бер генә өлөшө! Беҙ иһә тирә-яҡ мөхиткә әлеге ағыуҙы нанограмлап түгел, центнерлап, тонналап таратабыҙ. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бөгөн һәр ҡайһыбыҙҙың организмында ауырлығыбыҙҙың бер килограмына 13–15-әр нанограмм диоксин тура килә. Кеше өсөн иң хәүефле, төҙәлмәҫлек сирҙәр барлыҡҡа килтергән диоксин. Ошонан һуң онкологик ауырыуҙарҙың артыуына, һөйәк һәм тире сирҙәренең күбәйеүенә, балаларҙың ғәрип тыуыуына, ир-аттың утыҙ йәшкә лә етмәҫтән кәрһеҙ ҡалыуына, шәкәр диабеты, эндокрин системаһы ауырыуҙарының киң тарала барыуына ғәжәп итерлекме?! Һуңғы йылдарҙа йәш сабыйҙар араһында йүтәл, ҡурылдай быумаһы, аллергия кеүек алама сир күбәйҙе. Быға ла беҙ, тирә-йүнебеҙҙе таҙа тота белмәгән өлкәндәр, ғәйепле. Диоксин иң тәүҙә тупраҡты, һауаны ағыулай. Тупраҡ аша һыуға эләгә. Үлән һәм эсәр һыу аша әҙәм балаһы үҙе, ҡош-ҡорт, мал-тыуар, балыҡ ағыулана. Тимәк, ит, һөт, йомортҡа, балыҡ — һәр ҡапҡан ризығыбыҙ тотош ағыуға әүерелә. ...Көндәрҙән бер көн ауыл өҫтөнә тын алғыһыҙ ауыр еҫ таралды. Баҡтиһәң, кемдер ҡый үртәй икән. Пластик шешә-маҙары менән бергә. Вайымһыҙлыҡмы был, әллә наҙанлыҡ бәләһеме? Һуң, ниҙер эшләр алдынан уның һөҙөмтәһен, тирә-яҡтағыларға йоғонтоһон уйлап ҡарар өсөн институт бөтөрөргә кәрәкмәйҙер бит. Һеҙгә бер генә табип та, диоксиндан ағыуланғанһың, тип әйтмәйәсәк, сөнки беҙҙең шарттарҙа уны асыҡлауы мөмкин түгел тиерлек. Ләкин шуны онотмау хәйерле: берәй ауыр сир һине аяҡтан йыға икән — тимәк, был тәү сиратта тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы һөҙөмтәһе. Ә насар экологияны беҙ үҙебеҙ яһайбыҙ. Германияла, Польшала, ғөмүмән, Көнбайыш илдәрендә пластик шешәләрҙе йыйып, аҙнаның билдәле бер көнөндә магазинға тапшыралар һәм урынына минераль һыу алалар. Беҙҙә иһә бушаған һауыттар ҡайҙа ғына аунамай. Мин йәй көндәрендә баҡсаны аҙна һайын быяла һәм пластик сүптән таҙартам, уның һайын һыра һәм көмөшкә яратыусылар минең яҡҡа шешә ырғыта. Әллә улар был апайға берәй ихтыяжы өсөн кәрәк, тип уйлайҙармы икән? Тәбиғәтебеҙ былай ҙа һуңғы 50–100 йыл эсендә ҡорой, ярлылана бара. Ҡасандыр күкрәп үлән үҫкән, сәскә атҡан ҡырҙарыбыҙҙа хәҙер сабып алырлыҡ та бесән үҫмәй. Һыуҙар кибә, алҡынып ағып ятҡан йылғаларыбыҙ тауыҡ кисерлек кенә ҡалып бара, элекке кеүек еләк-емеште ауыл осонан ғына йыя алмайбыҙ, ағастар ҡорой. Хатта әҙәм балаһының дуҫы булған ҡоштар хәҙер беҙгә һырты менән боролдо. Эйе-эйе, инде ҡоштар беҙгә дуҫ түгел. Улар хәҙер ҡоротҡосто ҡырмай, интегеп үҫтергән барлы-юҡлы йәшелсә-емешеңде бөтөрә, тиҙәге менән ишек алдын, ҡыйыҡ башын тултыра. Күрәһең, бәндәнең тәбиғәткә ҡарата вәхшилегенә күрә был да берәй язалыр. Һуңғы 500 йылда Ер шарындағы урмандарҙың өстән ике өлөшө юҡҡа сыҡҡан. Йәнә 500 йылдан ни булыр? "Ә-ә, теләһә нишләһен, ул саҡта мин булмайым", — тиһегеҙме? Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, ҡыҫҡаһы, һеҙҙең тоҡомоғоҙ йәшәйәсәк бит ошо ерҙә. Һыуға бәйле хәл тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Ерҙә эсәр һыу етешмәй — бөтәһе лә быны яҡшы беләлер, моғайын. Бөгөн ҡоҙоҡ-йылғаларыбыҙҙы, күлдәребеҙҙе һаҡламаһаҡ, "һыуы әллә күпмегә етә" тип маҡтанған Байкал ғына беҙҙе ҡотҡара алмаясаҡ. Бер ваҡыт миңә Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ райондарына командировкаға барып сығырға тура килде. Әлеге төбәктә, бигерәк тә Ҡоншаҡ районында ваҡытһыҙ үлем хәлдәре бик юғары ине. Кешеләр күпләп онкологик сирҙән яфа сигә. — Беҙ бит тотош ағыуланғанбыҙ, — тинеләр миңә. — Кемгә күпме генә ғүмер бирелгән, үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ. Ҡайҙалыр күсенеп тә булмай... Силәбе өлкәһендәге экологик һәләкәт тураһында Совет осоронда яҙыу түгел, әйтергә рөхсәт булманы. 300 меңдән ашыу кеше йәшәгән биләмәлә "Маяҡ" хәрби комбинатында ядро бомбаһы шартлауынан 20 килотонна радионуклид тарала... Хәйер, был фажиғә бөгөн дә тәрән сер аҫтында. Үҙ-үҙенән булғанмы әлеге фажиғә, әллә берәй һынау үткәргәндәрме — быны хәҙер бер кем дә әйтә алмай, һәр төрлө фараз ғына йөрөй. Әммә шуныһы хаҡ: 55 йыл дауамында халыҡ (һәм Ҡоншаҡта ғына түгел) радиоактив бысраҡты йота. Ғалимдар билдәләүенсә, радиоактив матдәләрҙең тулыһынса тарҡалып бөтөүе өсөн кәмендә 500 йыл ваҡыт кәрәк икән. Һығымтаһын үҙегеҙ яһағыҙ. Был ҡурҡыныс ваҡиғаны ни өсөн хәтерләнем һуң? Беҙҙән тормаған, беҙҙең ихтыярға бәйле булмаған сәбәптәр арҡаһында ла (Чернобылде хәтерләгеҙ) экология һаман боҙола бара, исмаһам, үҙебеҙ тәбиғәткә һаҡсылыраҡ булайыҡ, эскән һыуыбыҙҙы, йәшәгән еребеҙҙе, туйындырған урман-ҡырҙарыбыҙҙы бысратмайыҡ. Тирә-яҡты таҙа тотоу беҙҙән ниндәйҙер сығымдар йә көс талап итмәй бит, бары тик әйләнә-тирәбеҙгә сүп-сар ташламаҫҡа, тиҙәгебеҙҙе быуа-күлдәр, йылғалар буйына илтеп түкмәҫкә, тәмәке төпсөгө йә шырпы ырғытмаҫҡа ғына кәрәк. Элегерәк Юлдаш ауылында Хәсән ағай Шәйхисламов йәшәне. Райондың ҡайһы урынында ҡый тулып ята, кем йорт тирәһен таҙартмай, ниндәй ферма йәйләүен һыу сығанаҡтарына яҡын урынлаштыра — йыл әйләнәһенә шуны тикшереп, тейешле сара күреүҙәрен талап итеп, кешегә яманатлы булыр ҙа йөрөр ине мәрхүм. Ҡайҙа икән бөгөн Хәсән ағай кеүек кешеләр? Ҡайһылай ҙа битарафбыҙ үҙебеҙҙе туйындырған, йылытҡан, йәшәткән Ер-әсәгә! Тимәк, киләсәккә лә. 2013 йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип нарыҡланды. Был сираттағы кампания ғына булып, ҡағыҙҙарҙа ғына урын алмаһа ярай ине лә бит. Тәбиғәт беҙҙән шәфҡәт-миһырбанлыҡ көтә. Артабан да беҙ ошо хәҡиҡәтте иҫтә тотмаһаҡ, бына шунда инде ысын ахырызамандың килеүен көт тә тор.


Автор: Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА, Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә