Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғаилә йылыһына мохтаждар
Ғаилә йылыһына мохтаждарТәүбәгә килеүселәр бар-барлыҡҡа, әммә приют буш тормай

Йыланлы ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр приютының ишегенән инеү менән бәхетле бала саҡты һынландырған сағыу һүрәттәр иғтибарҙы йәлеп итә. Хәйер, бында бар нәмә йәйғор төҫөндә. Бүлмәләр яҡты, йылы һәм уңайлы. Уйынсыҡтар ҙа һәр кескәйҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ. Заманса йыһаздар күркәмлек өҫтәй.

Приют 30 балаға иҫәпләнгән, әле унда 25 үҫмер һыйынған. Артабанғы яҙмышы хәл ителгәнгә тиклем ошонда йәшәйҙәр. Берәүҙәрен ғаилә тәрбиәһенә тапшыралар, икенселәрен туған-тыумасаһы үҙ ҡанаты аҫтына ала, өсөнсөләрен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар йорттарына оҙаталар. Иманына ҡайтып, ул-ҡыҙҙарын килеп алыусылар ҙа бар, тиҙәр. Тик ундайҙары бармаҡ менән генә һанарлыҡ икән.
Үҫмерҙәр ғаилә тәрбиәһенә алынһа йәки тыуған йорттарына ҡайтһа ла, приюттың буш торғаны, ә тәрбиәселәрҙең эшһеҙ ҡалғаны юҡ. 2001 йылдан, йәғни Ғаилә йылыһына мохтаждарасылған ваҡыттан алып, байтаҡ бала уның тупһаһы аша үткән. Былтыр ғына ла 19 сабый ҡабул ителгән. Ата-әсәһенең туҡтауһыҙ эсеүенән тамам ялҡып, үҙе ғариза яҙып килгәндәр ҙә бар.
— Һәйбәт шарттарҙа йәшәгәс, һәр саҡ ҡараулы булғас, уҡыуҙары яҡшыра. Хеҙмәткәрҙәребеҙ ата-әсә наҙы күрмәгән үҫмерҙәргә йылылыҡ бирергә тырыша. Һәр нәмәгә сабырлыҡ менән өйрәтәбеҙ, араларында ҡалаҡ тотоп ашай белмәгәндәре лә осрай. Шуныһы күңелде ҡыра: ҡайһы берҙәре элекке мөхиткә ҡайтһа, түккән хеҙмәтебеҙ юҡҡа сыға. Ата-әсәле булып та дәүләт учреждениеһында тәрбиәләнеүҙәре, әлбиттә, иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе, — ти директор Клара Заһретдинова.
Балалар, нигеҙҙә, приютҡа ата-әсәһенең эсеүе арҡаһында йүнле тәрбиә күрмәүе сәбәпле эләгә. Проблемалы ғаиләләр ауыл һайын берәр генә булһа, хәл ул тиклем үк ҡурҡыныс төҫ алмаҫ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларын яҡшы шарттарҙа йәшәтә, тейешенсә ҡарай алмағандар кәмемәй. Суд алдына баҫҡас, ҡайһылары айнып киткәндәй була, балаларын яңынан үҙҙәренә ҡайтара. Үкенескә ҡаршы, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәс тә тәүбәһенә ҡайта алмағандары бар. Эскенән арынып тороу өсөн түҙемлектәре бик аҙға ғына етә.
Балалар бындағы тормошҡа тиҙ өйрәнә, сөнки яғымлы ҡараш тоялар, оло хәстәрлек күрәләр. Һәр ҡайһыһы менән айырым шөғөлләнеү үҙ һөҙөмтәһен бирә — тыуған йорттарын юҡһынмайҙар. Яңы килгәндәрҙе балалар үҙҙәре лә йылы ҡаршы ала. 3-тән алып 15 – 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙең тыуған йортон алмаштыра приют. Элегерәк бында алты айға ҡәҙәр йәшәргә мөмкин булһа, хәҙер оҙағыраҡҡа ҡала алалар.
— Тәрбиәселәрҙең һәр береһе ауыр яҙмышлы балалар менән эш итеүен, яуаплылыҡтың ҙур булыуын яҡшы аңлағанға күрә ҡыҙ һәм малайҙарҙың һәр көнө файҙалы һәм шатлыҡҡа күмелеп үтә, — ти Клара Айрат ҡыҙы.


Автор: Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА Ҡыйғы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә