Тәүбәгә килеүселәр бар-барлыҡҡа, әммә приют буш тормай Йыланлы ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр приютының ишегенән инеү менән бәхетле бала саҡты һынландырған сағыу һүрәттәр иғтибарҙы йәлеп итә. Хәйер, бында бар нәмә йәйғор төҫөндә. Бүлмәләр яҡты, йылы һәм уңайлы. Уйынсыҡтар ҙа һәр кескәйҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ. Заманса йыһаздар күркәмлек өҫтәй.
Приют 30 балаға иҫәпләнгән, әле унда 25 үҫмер һыйынған. Артабанғы яҙмышы хәл ителгәнгә тиклем ошонда йәшәйҙәр. Берәүҙәрен ғаилә тәрбиәһенә тапшыралар, икенселәрен туған-тыумасаһы үҙ ҡанаты аҫтына ала, өсөнсөләрен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар йорттарына оҙаталар. Иманына ҡайтып, ул-ҡыҙҙарын килеп алыусылар ҙа бар, тиҙәр. Тик ундайҙары бармаҡ менән генә һанарлыҡ икән.
Үҫмерҙәр ғаилә тәрбиәһенә алынһа йәки тыуған йорттарына ҡайтһа ла, приюттың буш торғаны, ә тәрбиәселәрҙең эшһеҙ ҡалғаны юҡ. 2001 йылдан, йәғни
асылған ваҡыттан алып, байтаҡ бала уның тупһаһы аша үткән. Былтыр ғына ла 19 сабый ҡабул ителгән. Ата-әсәһенең туҡтауһыҙ эсеүенән тамам ялҡып, үҙе ғариза яҙып килгәндәр ҙә бар.
— Һәйбәт шарттарҙа йәшәгәс, һәр саҡ ҡараулы булғас, уҡыуҙары яҡшыра. Хеҙмәткәрҙәребеҙ ата-әсә наҙы күрмәгән үҫмерҙәргә йылылыҡ бирергә тырыша. Һәр нәмәгә сабырлыҡ менән өйрәтәбеҙ, араларында ҡалаҡ тотоп ашай белмәгәндәре лә осрай. Шуныһы күңелде ҡыра: ҡайһы берҙәре элекке мөхиткә ҡайтһа, түккән хеҙмәтебеҙ юҡҡа сыға. Ата-әсәле булып та дәүләт учреждениеһында тәрбиәләнеүҙәре, әлбиттә, иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе, — ти директор Клара Заһретдинова.
Балалар, нигеҙҙә, приютҡа ата-әсәһенең эсеүе арҡаһында йүнле тәрбиә күрмәүе сәбәпле эләгә. Проблемалы ғаиләләр ауыл һайын берәр генә булһа, хәл ул тиклем үк ҡурҡыныс төҫ алмаҫ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларын яҡшы шарттарҙа йәшәтә, тейешенсә ҡарай алмағандар кәмемәй. Суд алдына баҫҡас, ҡайһылары айнып киткәндәй була, балаларын яңынан үҙҙәренә ҡайтара. Үкенескә ҡаршы, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәс тә тәүбәһенә ҡайта алмағандары бар. Эскенән арынып тороу өсөн түҙемлектәре бик аҙға ғына етә.
Балалар бындағы тормошҡа тиҙ өйрәнә, сөнки яғымлы ҡараш тоялар, оло хәстәрлек күрәләр. Һәр ҡайһыһы менән айырым шөғөлләнеү үҙ һөҙөмтәһен бирә — тыуған йорттарын юҡһынмайҙар. Яңы килгәндәрҙе балалар үҙҙәре лә йылы ҡаршы ала. 3-тән алып 15 – 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙең тыуған йортон алмаштыра приют. Элегерәк бында алты айға ҡәҙәр йәшәргә мөмкин булһа, хәҙер оҙағыраҡҡа ҡала алалар.
— Тәрбиәселәрҙең һәр береһе ауыр яҙмышлы балалар менән эш итеүен, яуаплылыҡтың ҙур булыуын яҡшы аңлағанға күрә ҡыҙ һәм малайҙарҙың һәр көнө файҙалы һәм шатлыҡҡа күмелеп үтә, — ти Клара Айрат ҡыҙы.