Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Раевка һөтө” тәмле лә, арзан да
“Раевка һөтө” тәмле лә, арзан даАуыл хужалығы предприятиеларының, тәүлегенә меңдәрсә тонна һөт етештереп тә, тауарын һатыуға сығармауы — сәйер һәм күңелһеҙ хәл. Магазин кәштәләрендә әллә ҡайҙарҙан килтерелгән һөт, кефир, эремсек һәм башҡа ризыҡ теҙелгән. Ут күршеләребеҙҙә — Дәүләкән, Миәкә, Бишбүләк райондарында — етештерелгән тауарҙарҙы күреп (әйткәндәй, уларға халыҡта ихтыяж ҙур), ниңә үҙебеҙҙә лә шулай эшләп булмай, тип уйланабыҙ. Әммә тиҙҙән хәл тамырынан үҙгәрер тип ышанғы килә, сөнки Ыҫлаҡ ауылында һөт эшкәртеү цехы асылды.

Ул ҙур булмаған бинала урынлашһа ла, ысынында тотош бер заводты хәтерләтә. Цехта тәүлегенә 10 тонна һөт эшкәртергә мөмкин. Бөтә ҡорамалдар ҙа өр-яңы, заманса, үҙ илебеҙҙә эшләнгән. Автоматлаштырыу продукцияны санитария-гигиена нормаларына ярашлы етештерергә мөмкинлек бирә.
— Беҙҙең “Уралтехнострой” корпорацияһы заводты ун йыл элек төҙөгәйне. Ҡорамалдар ҙа ҡуйылды, әммә бик күп сәбәптәр арҡаһында объект сафҡа индерелмәне. Былтыр көҙ беҙ бында ремонт-тергеҙеү эштәрен башланыҡ. Өҫтәмә рәүештә 2,5 миллион һумлыҡ ҡорамал һатып алдыҡ. Тағы ла ҡайһы бер ҡорамалдарға 1,7 миллион һум аҡса сарыф ителде, — тип һөйләй завод директоры Венер Хәйруллин. — Коллектив эшкә һәләтле, татыу, белгестәр ҙә яҡшы. Мәҫәлән, баш технолог Марина Сметанникованы Ырымбурҙан махсус саҡырҙыҡ. Башҡа хеҙмәткәрҙәр Ыҫлаҡ ауылынан, әлегә бер сменала ғына эшләйбеҙ. Киләсәктә ике смена ойоштормаҡсыбыҙ. Беҙҙең производство ҡеүәттәре тотош райондың талаптарын ҡәнәғәтләндерә ала.
Бөгөн яңыртылған цехта биш төрлө продукция — “Раевка һөтө”, “Раевка ҡаймағы”, “Раевка кефиры”, эремсек һәм һөт өҫтө — етештерелә. Әсетелгән һөт продукцияһы заманса, матур һауыттарға һалына. Кемгә нисектер, белмәйем, ә минең кәйефем шул продукцияны күреү менән күтәрелеп китә. Тәменә килгәндә, тиҙҙән үҙегеҙ баһаларһығыҙ. Өҫтәүенә, етәксе әйтеүенсә, етештереүгә сығымдарҙың артыҡ ҙур булмауы продукцияға түбәнерәк хаҡ ҡуйыу мөмкинлеге бирәсәк, был ситтән килтерелгән продукцияға дәғүәләшеү шартын тыуҙырасаҡ.
Тирә-яҡҡа яҡшы билдәле “Раевка шәкәре”, “Раевка колбасаһы”, “Раевка икмәге” менән бер рәттән, “Раевка һөтө” лә тиҙҙән билдәлелек яулар тип ышанғы килә.


Автор: Фәнүзә СУФИЯНОВА. Әлшәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә