Ауыл хужалығы предприятиеларының, тәүлегенә меңдәрсә тонна һөт етештереп тә, тауарын һатыуға сығармауы — сәйер һәм күңелһеҙ хәл. Магазин кәштәләрендә әллә ҡайҙарҙан килтерелгән һөт, кефир, эремсек һәм башҡа ризыҡ теҙелгән. Ут күршеләребеҙҙә — Дәүләкән, Миәкә, Бишбүләк райондарында — етештерелгән тауарҙарҙы күреп (әйткәндәй, уларға халыҡта ихтыяж ҙур), ниңә үҙебеҙҙә лә шулай эшләп булмай, тип уйланабыҙ. Әммә тиҙҙән хәл тамырынан үҙгәрер тип ышанғы килә, сөнки Ыҫлаҡ ауылында һөт эшкәртеү цехы асылды.
Ул ҙур булмаған бинала урынлашһа ла, ысынында тотош бер заводты хәтерләтә. Цехта тәүлегенә 10 тонна һөт эшкәртергә мөмкин. Бөтә ҡорамалдар ҙа өр-яңы, заманса, үҙ илебеҙҙә эшләнгән. Автоматлаштырыу продукцияны санитария-гигиена нормаларына ярашлы етештерергә мөмкинлек бирә.
— Беҙҙең “Уралтехнострой” корпорацияһы заводты ун йыл элек төҙөгәйне. Ҡорамалдар ҙа ҡуйылды, әммә бик күп сәбәптәр арҡаһында объект сафҡа индерелмәне. Былтыр көҙ беҙ бында ремонт-тергеҙеү эштәрен башланыҡ. Өҫтәмә рәүештә 2,5 миллион һумлыҡ ҡорамал һатып алдыҡ. Тағы ла ҡайһы бер ҡорамалдарға 1,7 миллион һум аҡса сарыф ителде, — тип һөйләй завод директоры Венер Хәйруллин. — Коллектив эшкә һәләтле, татыу, белгестәр ҙә яҡшы. Мәҫәлән, баш технолог Марина Сметанникованы Ырымбурҙан махсус саҡырҙыҡ. Башҡа хеҙмәткәрҙәр Ыҫлаҡ ауылынан, әлегә бер сменала ғына эшләйбеҙ. Киләсәктә ике смена ойоштормаҡсыбыҙ. Беҙҙең производство ҡеүәттәре тотош райондың талаптарын ҡәнәғәтләндерә ала.
Бөгөн яңыртылған цехта биш төрлө продукция — “Раевка һөтө”, “Раевка ҡаймағы”, “Раевка кефиры”, эремсек һәм һөт өҫтө — етештерелә. Әсетелгән һөт продукцияһы заманса, матур һауыттарға һалына. Кемгә нисектер, белмәйем, ә минең кәйефем шул продукцияны күреү менән күтәрелеп китә. Тәменә килгәндә, тиҙҙән үҙегеҙ баһаларһығыҙ. Өҫтәүенә, етәксе әйтеүенсә, етештереүгә сығымдарҙың артыҡ ҙур булмауы продукцияға түбәнерәк хаҡ ҡуйыу мөмкинлеге бирәсәк, был ситтән килтерелгән продукцияға дәғүәләшеү шартын тыуҙырасаҡ.
Тирә-яҡҡа яҡшы билдәле “Раевка шәкәре”, “Раевка колбасаһы”, “Раевка икмәге” менән бер рәттән, “Раевка һөтө” лә тиҙҙән билдәлелек яулар тип ышанғы килә.