Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яулыҡ ябынғандың барыһы ла ҡатын түгел
(Венер Исхаҡов, “Миҙалдың икенсе яғы”, 2013 йыл, 25 ғинуар)
Миңә, дөрөҫөн әйткәндә, “ҡатын-ҡыҙ” тигән һүҙбәйләнеш оҡшап етмәй. Яңғырашында семтем дә йылылыҡ һиҙелмәгәс, әсәйҙәребеҙ, хәләлдәребеҙ әлеге рәсми ҡалып урынына икенсе атамалар менән ҙурланһа, ғәҙел булмаҫ инеме икән?

Бәғзе спектаклдәрҙә йә иһә Башҡортостан телевидениеһында, ғәжәпкә ҡаршы, тамырланып өлгөргән “Күңелле йәшәйбеҙ” тип аталған тәрән мәғәнәгә дәғүә итмәүсе скетчтарҙа ғаилә парҙары бер-береһенә “һөйөклөм!”, “ҡәҙерлем!” тип өндәшһә лә, башҡорттоң мөғәмәлә мәҙәниәтендә һәм, ғөмүмән, менталитетында ундай сөсөләнеү юҡ. Беҙҙең халыҡ хис-тойғоһон һәр минут һәм һәр аҙым сәсеп бармай. Һөйөүеме, нәфрәтеме ташҡын булып күтәрелгәндә лә, ул уны тыя, күкрәгенә һыйҙыра белә. Халыҡтың этик мәҙәниәте йөрәкте аса һалып барыуҙы хупламаған.
Ә мин Мостай Кәрим ағайҙың яҙғанына хайран ҡалам.
— Һөйөү нимә? — тинем ир кешегә.
— Ҡатын өсөн тамуҡтарҙы үтеү.
— Һөйөү нимә? — тинем мин ҡатынға.
— Ғаләмдәрҙә янып көлгә ҡалған ирҙе көтөү.
Хоҙай теләген дә, вәғәзен дә шағир теленә һала бит. Шулайҙыр. “Янып көлгә ҡалған ирҙе көтөү” тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлаған һайын һуғыш өйөрмәһендә ғәйеп булған атайҙарыбыҙҙы оҙаҡ-оҙаҡ көтөп һарғайған ғәзиздәремде — әсәйем Мөнирә Ғариф ҡыҙы менән ҡәйнәм Бибиғәйшә Шаһивәли ҡыҙын — хәтерләйем. Хәйер, уларҙың хәтеремдән дә, күңелемдән дә юғалғаны булманы. Атайым фронтҡа киткәндә егерме дүрте лә тулмаған әсәй ҡулында өс бала ҡалған. Ҡәйнәм иһә буй тартып ҡына килгән малайға, атаһы фронтҡа китеп өлгөргәс тыуған ҡыҙ балаға күҙ терәгән.
Һуғыш осоронда һәм унан аҙаҡҡы йылдарҙа нисек йәшәүебеҙ, ниҙәр күреп, ниндәй яфалар кисереүебеҙ тураһында ҡабат һүҙ ҡуйыртмайым. Мир өҫтөнә килгән афәттә үҙ хәсрәтеңде генә ҡайғы итеп йөрөү дөрөҫ түгелдер. Бары шуны ғына, әле булһа аптырап һәм һоҡланып, бөгөнгө ата-әсәләргә мәғлүм булһын тип әйтеүем: әсәйем ауылыбыҙҙан 30 – 40 саҡрымда ятҡан баҫыуҙарҙа ҡара көҙҙә еүеш башаҡ йыйған, алабута ыуған, әтлек соҡоған, яҙҙарын, серек картуф эҙләп, күрше баҡсаларын ҡабаттан ҡаҙып сыҡҡан. Ә һуң әсәй-ҡәйнәмдең колхоздың бөтмәҫ-төкәнмәҫ, ләкин һис түләнмәҫ эштәрендә һөйрәлеүҙәре!.. Ошо мәлдәрҙә, бәлки, беҙҙе, етемдәрҙе, дәүләт елкәһенә ултыртырға, йәғни балалар йорттарына тапшырырға мөмкин булғандыр? Беҙ иһә әсәйҙәребеҙгә һыйынып үҫтек. “Әсәһе тере бала етем булмай” тигән хәҡиҡәтте улар хәстәрлеге, тәрбиәләүе, хеҙмәте, бар булмышы менән раҫлап йәшәне.
Венер ҡустының мәҡәләһенә әйләнеп ҡайтыуымдың бер ни ҡәҙәр тотҡарланыуы — икеләнеү, уйланыу арҡаһында. Юғарыла килтергән миҫалдарҙы бөгөнгөләр аңлармы, улар йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу хасил булмаҫмы? Ни тимә, икенсе заман, бүтән мөхит, үҙгәргән шарттар. Беҙ изге күреп, шуға инанып йөрөгән байтаҡ нәмәләрҙең хәҙер ҡиммәте лә, ҡәҙере лә юҡ икән.
Был хәлгә, бәлки, зарланыуы ла мәғәнәһеҙҙер. Илдең социаль-сәйәси ҡоролошо үҙгәрҙе, мөлкәти мөнәсәбәттәр башҡаса. Өлкәнәйгән кеше булараҡ хәҙерге ғаилә хәлдәрен, туғанлыҡ һәм иптәшлек, күрше-күлән һымаҡ ябай нәмәләрҙе аңламайбыҙ, ахыры. Һәр хәлдә, йәшәй-күрә торғас, шундай күңелһеҙ һығымтаға киләһең. Элекке дуҫлыҡ, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен һағыныуыбыҙ тәбиғиҙер, ләкин йөрәккә ятмаған йыр, күңелең ҡабул итмәҫлек китаптар, кинофильмдар уртаһында йәшәү ауыр. Күршең ишектәре гел ябыҡ, һыйлы өҫтәлең ҡунаҡһыҙ саҡта көн итеүе лә рухи йәһәттән еңел түгел.
Йәмғиәтебеҙҙә, шул иҫәптән башҡорт мөхитендә лә, ғәжәпкә ҡалырлыҡ процестар бара. Һүҙ ифрат күп йәштәребеҙҙең кәйеф-сафа, шоу-саралар менән мауығыуы тураһында ғына түгел. “Халҡыбыҙ үҙ асылына ҡайта, күңелдәребеҙҙе иман нуры яҡтырта”, — тип фәлсәфәгә төшәбеҙ, шул уҡ ваҡытта тәмәке төтәткән, һыра һемергән ҡыҙҙарыбыҙҙы шул яман ғәҙәттәргә яҡынлатмаҫ ни эштәр ҡылғаныбыҙ бар? Йәштәр, эйе, гәзит тотмай, ололар һүҙен һанлап бармай. Тимәк, бар өмөт ғаилә менән мәктәпкә ҡала. Дөрөҫөрәге, ғаиләгә. Йәнә шәхсән юҫыҡҡа күсеүем өсөн ғәфү үтенеп, шуны ғына әйтер инем: беҙҙең ике ҡыҙыбыҙ ҙа — ғалимәләр, табип һәм иҡтисадсы. Вуз уҡытыусыһы һәм министрлыҡта идаралыҡ етәксеһе. Балалары юғары уҡыу йорттарында ла, мәктәптә лә фәҡәт “бишле”гә уҡый. Ә ҡыҙҙар, йәштәре өлкәнәйеп барһа ла, шарап тәмен дә белмәй. Әҙәпкә көс килгәнерәк ошо миҫал менән мин һәр ғаиләнең һәм һәр кемдең рухи мөмкинлектәре тураһында ғына әйтергә теләгәйнем.
“Халҡыбыҙға, шөкөр, иман ҡайта”, — тигән тезисҡа ҡабаттан әйләнеп, парадоксаль күренеште аңламауымды белдерге килә. “Гүзәллектең юҡтыр сиктәре” тип раҫлауға, дөйөм алғанда, кем оторо торһон? Шул уҡ ваҡытта мин “Һылыуҡай” конкурсының, мәҫәлән, эстетик принциптарын да, идеологик йөкмәткеһен дә ҡабул итә алмайым. Сәхнәгә ярым-шәрә килеш сыҡҡан ҡыҙҙарҙың матурлығы килеш-килбәте менән генә баһаланһа, был — ҡыҙғаныс хәл. Ә рух? Инсафлылыҡ? Башҡорт ҡыҙҙарына хас булырға тейешле оялсанлыҡ? Тәнде ғәмгә күрһәтеп исем һәм приз яуларға, улар бит сабыш аттары ла, тоҡомо хәтәр эт тә түгел. Аңлауымса, ҡатын-ҡыҙҙың ҡәҙере — уның тәненең дә, йәненең дә сер булып ҡалыуында.
Фекер ағышы “миҙалдың икенсе яғы” күтәргән мәсьәләнән ситкәрәк киткән һымаҡ тойолор. Венер Исхаҡов бүләкләү мәсьәләһендә аҙымды үлсәп яһарға саҡыра һәм был ғәҙел. Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, үҙҙәрен гонаһһыҙ фәрештәләр итеп тойоп, татлы һүҙҙәрҙән ойорға тейеш түгел. Һәр хәлдә, “әсә” “әсе” мәғәнәһен ала алмай.


Автор: Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә