Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡты хистәр бүләк итә “Яҡтыкүл”
Яҡты хистәр бүләк итә “Яҡтыкүл”Шифахана етәксеһе вазифаһына Сергей Георгиевич Никифоров хәрби медицинанан килгән. Һөнәре буйынса анестезиолог-реаниматолог, һуңғы 12 йылда хәрби частарҙың береһендәге медицина хеҙмәтенә етәкселек иткән. Запастағы подполковник. Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән.
— Шифахананың киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?
— Быйыл “Яҡтыкүл” үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Тәүге бурысыбыҙ — Контроль-иҫәп палатаһы тикшереүендә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү. Икенсеһе — йәш, белемле, һәләтле кадрҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы йәшәү шарттары булдырыу. Артабан сервис хеҙмәтләндереүен киңәйтеү, яр буйы зонаһын ипкә килтереү эшен башларға уйлайбыҙ. Проект әҙер.
Коллективта 217 кеше эшләй, шуларҙың бишәүһе — табип. Бөтәһе лә тәжрибәле, намыҫлы, фиҙакәр хеҙмәт итә. Әле профсоюз комитеты булдырыу, хеҙмәтсәндәрҙең социаль именлеген хәстәрләү, эш хаҡын күтәреү мәсьәләләрен хәл итәбеҙ. Кадрҙарҙы йәлеп итер өсөн башҡа дәртләндереү саралары ла күҙ уңында тотола.
Әлбиттә, киләсәктә шифахана үҫешенә ыңғай йоғонто яһарлыҡ етди саралар хаҡында ла уйлашабыҙ. Кәңәшләшеп, план буйынса алға ынтылыш яһарға иҫәп.
Бейек тауҙар, зәңгәр күлдәр, аҡ ҡайындар иле Әбйәлил төбәген, һис шикһеҙ, республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы тип нарыҡларға була. Бындағы саф һауа, шифалы ҡымыҙ, һоҡланғыс тәбиғәт күңелдәрҙе арбай, кәйефте күтәрә.
Тау башына менһәң, тирә-яҡтағы хозурлыҡҡа һоҡланып туймаҫһың: йәй көндәре унлаған зәңгәр күл тамылйып, тулҡынланып ята. Бына ошо сихри тәбиғәт ҡосағында республикабыҙҙың танылған шифаханаһы “Яҡтыкүл” урынлашҡан. Ул үҙенең ғәжәйеп дауалау көсөнә эйә сапропель ләме, юғары квалификациялы белгестәре, яҡшы көнкүреш шарттары менән киң билдәле. Йыл һайын бында, республикабыҙ халҡынан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәгенән меңәрләгән кеше килеп сәләмәтлеген нығыта, ял итә.

Нимә ул сапропель?

Яҡтыкүл — Башҡортостандағы ғәжәйеп күлдәрҙең береһе. Оҙонлоғо — 4,5, киңлеге — 2,5 саҡрым. Тәрәнлеге 40 метр тирәһе, 80 метрғаса еткән урындары ла бар, тиҙәр. Ул Башҡортостанда иң тәрән күл булараҡ та билдәле.
Эргәһендә мәғрур Урал тауҙары теҙмәһе башлана. Ҡараңғылыҡ тип аталғанының бейеклеге 1 020 метрға етә икән.
Гүзәл тәбиғәт мөйөшөндә ял итергә килеүселәрҙе бер яҡтан саф һауа, үтә күренмәле күл, ғорур тауҙар ылыҡтырһа, икенсе мөғжизә — сапропель ләме. Уның шифаһы тураһында халыҡ борон-борондан белгән. Легендаларға ҡарағанда, Емельян Пугачев һәм Салауат Юлаев яугирҙәренә ошонда ял ойошторған, ләмде тән яраларын тиҙ уңалтыу өсөн ҡулланғандар. ХVIII быуат тарихсыһы И.И. Фальк та үҙ яҙмаларында ошо яҡ тәбиғәтенең ғәжәйеп һауыҡтырыу көсөнә эйә булыуын теркәп ҡалдырған.
Үткән быуаттың 50-се йылдарында иһә, Мәскәү, Свердловск курортология белгестәре ләмдең үҙенсәлектәрен тикшергәндән һуң, бында ял йорто, артабан шифахана асыла. Ғалимдар билдәләүенсә, “Яҡтыкүл”дән дүрт саҡрым алыҫлыҡтағы Мулдаҡ күленең ләме сифаты буйынса иң яҡшыһы икән. Был ятҡылыҡ запасы күп быуындарға етерлек, тиҙәр. Шуға ла шифаханала дауалау осоронда һәр кем өсөн бығаса ҡулланылмаған, таҙа ләм тотонола. Сапропель умыртҡа бағанаһы, быуындар ауыртыуы, ревматоидлы артрит, артроздар, неврит, полиневрит, плексит, Рейно сире, невроз һ.б. менән яфаланғандарға айырыуса ныҡ ярҙам итә.
Республикала “Яҡтыкүл” ҡатын-ҡыҙҙа түлһеҙлек сирен дауалау буйынса иң яҡшы шифаханаларҙың береһе иҫәпләнә. Күптәр бында дауаланғандан һуң бала табыу бәхетенә эйә була. Гинекологик ауырыуҙар менән сирләгәндәргә лә тап “Яҡтыкүл” шифаһы килешәсәк, ти ғалимдар. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: сапропель ләме целлюлитҡа ҡаршы иң ҡулай дауалау сараһы булып тора. Шифаханала булғанда кешеләрҙең ләм ярҙамында мөғжизәле һауығыуы хаҡында әллә күпме миҫал килтерҙеләр. Таяҡ менән килгәндәр таяғын “онотһа”, бөтөнләй йөрөй алмағандарҙың үҙ аяғында һөйөнөп ҡайтып китеүе осраҡтары ла булған.
Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары менән хеҙмәттәшлек тос емештәр бирә. Медицина фәндәре докторы, профессорҙар В.А. Кулавский, Р.Ә. Дәүләтшин, Р.В. Магжанова, доцент, медицина фәндәре кандидаты В.В. Архипова ғилми эштәрендә “Яҡтыкүл” ләменең мөмкинлектәрен өйрәнә, яңы тәҡдимдәр менән сығыш яһай. Әсә сәләмәтлегенә арналған Рәсәй, республика күләмендәге сараларҙың тап ошонда ойошторолоуы ла юҡҡа түгел.

Дауалау ысулдарын һанап бөткөһөҙ

Әлбиттә, шифалы ләм менән бер рәттән, дауалауҙың башҡа ысулдары ла киң ҡулланыла. Мәҫәлән, диңгеҙ сифаттарына эйә ылыҫлы, радонлы, “ынйылы” ванналар тәҡдим ителә. Заманса ҡорамал менән йыһазландырылған физиотерапия бүлегендә магнит, ультратауыш һәм башҡаһы менән дауалау ысулдары бар. Дауаланыусылар һыу аҫты массажына ҙур теләк менән йөрөй. Стоматология кабинеты ла буш тормай. Клиник тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, теш ҡаҙнаһы сирҙәрен дауалағанда ла ләмдең файҙаһы күп.
Массажға ла иғтибар ҙур. Шифаханала уның төрлө ысулдары ҡулланыла. Ә заманса бассейн иһә — йәше-ҡартының яратҡан урыны. Ял итеүселәр өсөн күңел асыу үҙәге эшләй. Китапхана, спорт залы, тренажерҙар, бильярд, шахмат өҫтәлдәре буш тормай. Кафела, бейеү залында күңел асыусылар ҙа етерлек. Тамаша залында иһә көн һайын ниндәй ҙә булһа сара ойошторола: концерттар, кинолар күрһәтелә, осрашыуҙар үткәрелә.

Тәмле аш та дауалай

Шифаханала тәжрибәле ашнаҡсылар күп төрлө ризыҡ тәҡдим итә. Йыл әйләнәһенә еләк-емеш, татлы һыуҙар, һуттар өҫтәлдән өҙөлмәй. Ҡайһы бер көндәрҙә милли аш-һыуға йә балыҡ ризыҡтарына өҫтөнлөк бирелә. Йәй көндәре иһә дауаланыусылар милли эсемлегебеҙ ҡымыҙҙан ауыҙ итә. Алыҫтан килеп ял итеүселәр мөғжизәле эсемлек өсөн айырыуса ҙур рәхмәт тойғоһон еткерә, уның тәме хәтерҙәрендә оҙаҡ һаҡланалыр, моғайын. “Тәмле аш-һыу менән дә күңелдәргә нур инһен”, — тип тырыша ашхананың уңған эшсәндәре.
Беҙ килгәндә шифаханала Рәсәйҙең 21 төбәгенән ял итеүселәр йыйылғанлығы асыҡланды. Күптәре “Яҡтыкүл”дең дауалау ҡөҙрәте хаҡындағы мәғлүмәтте матбуғаттан, Интернет селтәренән тапҡан. Улар, эргә-тирәләге матурлыҡты күреп, ят урындарға сәйәхәт ҡылып, күңел байлығы туплау яғын да ҡайғырта. Шифахана был юҫыҡта ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр менән сығыш яһай: Магнитогорск ҡалаһына сәйәхәт, ундағы лимонарий, аквапарк менән танышыу кинәнес өҫтәһә, танылыу яулаған “Абҙаҡ” тау саңғыһы трассаһына, “Металлург-Магнитогорск” тау саңғыһы комплексына, йәйгеһен “Арҡайым” тарихи-этнографик үҙәгенә, Күсем ауылындағы Т. Кусимов музейына ла ҡунаҡтар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән юллана, сәфәрҙән бай тәьҫораттар менән ҡайта. Йәй көнө иҫ киткес матур зәңгәр күл эргәһендә ҡомда ҡыҙыныу, кәмәлә йөҙөү, балыҡ ҡармаҡлау ылыҡтыра.
Бөгөн шифахана заман һулышын тойоп йәшәй, киләсәктә иһә дауалауҙың яңы төрҙәрен үҙләштерергә, яңы үрҙәр яуларға ынтыла.
“Яҡтыкүл”дең абруйы көндән-көн арта. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ярославль, Һамар, Екатеринбург, Әстрхан ҡалаларынан, Татарстандан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Себерҙән килеүселәр коллективтың хеҙмәтен юғары баһалай. Әйткәндәй, бында үҙ эшенә бирелгән, тәжрибәле табиптар байтаҡ. Директорҙың дауалау эштәре буйынса урынбаҫары Василий Анисимович Маганев 1985 йылдан бирле ошонда хеҙмәт итә. Ул — медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Баш шәфҡәт туташы Рәзилә Сабирова, шәфҡәт туташтары Валентина Мердинова, Фәрүәз Үмәрова, маркетинг бүлегенән Рәсилә Исламова, лаборант Эльвира Зекрина, массаж яһаусылар Ләйсән Асҡарова, Айгиз Солтанов һәм башҡалар ең һыҙғанып эшләй, дауаланыусыларҙың ялы файҙалы, күңелле булһын өсөн бар тырышлығын һала.
“Яҡтыкүл” шифаханаһынан йыл әйләнәһенә халыҡ өҙөлмәй. Йәй айҙарында көнөнә 250 кеше булып китә. Бында 15 йыл рәттән килеүселәр ҙә бар. Шифахана йыл да Рәсәй кимәлендәге һаулыҡ һаҡлау форумдарында ҡатнашып, билдәлелек яулай. Мәҫәлән, былтыр Мәскәүҙә үткән “Шифахана-2012” Бөтә Рәсәй форумында “Шифалы ләмде ҡулланыуҙағы иң яҡшы ысул өсөн” номинацияһында — алтын, “Иң яҡшы шифахана” номинацияһында көмөш миҙал яуланы. Шулай итеп, Әбйәлил районының йөҙөк ҡашы булған “Яҡтыкүл” шифаханаһының даны бөтә ил кимәленә күтәрелде.

Шифахана путевкаға хаҡты төшөрә!

31 майға тиклем “Студент — ялда” акцияһы бара. Хаҡы — тәүлегенә 1 400 һум.
31 майға тиклем льготалы “Пенсионер” йәки “Сәләмәт ял” программалары тәҡдим ителә. Дауаланыуҙың тулы комплексын үҙ эсенә алған “Пенсионер” программаһы оло йәштәгеләргә иҫәпләнгән. “Сәләмәт ял” программаһына йәшәү, сауна менән бассейнды файҙаланыу, тренажер залында шөғөлләнеү инә. Хаҡы — тәүлегенә 1 410 һум. Кәрәкле документтарҙың булыуы шарт.
“Яҡтыкүл” шифаханаһы 25 февралдән 31 майға тиклем “Медицина хеҙмәткәре” һәм “Уңайлы ял” программалары буйынса акциялар иғлан итте.
“Медицина хеҙмәткәре” программаһы төрлө ойоштороу-хоҡуҡ формаһындағы медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла. Эш урынынан белешмә ҡағыҙы йәки ошоно раҫлаған башҡа документ тәҡдим ителгән осраҡта 25 процент ташлама бирелә. Путевка хаҡына дауаланыу, туҡланыу, йәшәү өсөн түләү инә. Номер хаҡы категорияға ярашлы тәүлегенә 1 725 һумдан 1 987 һумға тиклем тәшкил итә.
“Уңайлы ял” программаһы буйынса ике путевка һатып алған осраҡта “люкс” һәм зауыҡлы номерҙарҙа йәшәүгә 25 процент ташлама ҡаралған. Өсөнсө кеше бушлай йәшәй.

Белешмә өсөн телефондар:
8 (34772) 2-42-42, 2-41-80
e-mail: [email protected], [email protected] йәки сайтта:
www.санаторий-яктыкуль.рф.

НИСЕК БАРЫРҒА?
Өфө ҡалаһының Көньяҡ автовокзалынан Өфө — Белорет — Яҡтыкүл — Асҡар маршруты буйынса йә иһә Магнитогорск ҡалаһына тиклем поезда барырға була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 148

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 497

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 236

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 939

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 713

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 384

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 704

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 974

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 460

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 534

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 363

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 541