Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Министр ҡоймағын ауыҙ иттем!
Министр ҡоймағын ауыҙ иттем!Ял көнөндә Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромына халыҡ бер туҡтауһыҙ ағылды ла ағылды. Шулай булмайса: министр һынлы министр гелән генә ҡоймаҡ менән һыйлап тормай бит!

Ҡышты оҙатыу байрамы (“Масленица”) быйыл Өфөнөң Нефтехимик, Ҡашҡаҙан, Якутов парктарында, Аксаков баҡсаһында, Салауат Юлаев майҙанында гөрләп үтте. Ә шулай ҙа “Аҡбуҙат”тағыһы бигерәк тә үҙенсәлекле булды. Бындағы байрамды “Мәрхәмәт” хәйриә фонды ойошторғайны.
Табала шаж да шож килеп ҡоймаҡ бешә. Уның тәмле еҫе танауҙы ҡытыҡлап, әллә ҡайҙан үҙенә арбап тора. Халыҡ сиратҡа баҫҡан. Анау өҫтәл янындағыһы ҡалай оҙонға һуҙылған. Ниндәй аш оҫтаһы кешеләрҙе һыйлай икән? Ҡайҙа әле, мин дә шунда баҫайым. Күптән ҡоймаҡ ашаған юҡ ине. Бә-әй! Күргәнемә ышанмайса торам. Өфө ҡалаһының хакимиәт башлығы Ирек Ялалов үҙе ләһә! Ҡарале! Уның тилбер ҡулдарында уңып бешкән ҡоймаҡтар уйнап ҡына тора. Ҡояштай балҡыпМинистр ҡоймағын ауыҙ иттем! торған тәмлекәстәрҙең береһе 10 һум торһа ла, бының өсөн 100 һум бирергә лә йәл түгел.
Сиратта ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ-ара һөйләшкәндәре лә ҡолаҡҡа салынып ҡала.
— Бына әле генә Гөлшат Хәмитованың ҡулынан һыйландым әле. Уныҡы харап тәмле ләһә!
— Ҡуй инде! Түрә ҡатындары шулай итеп бешерә белә тип уйламағайным.
— Мин Әминә Шафиҡованың ҡоймағын тәмләнем. Мәҙәниәт министрының ҡулы татлы икән.
— Ә Лилиә Ғүмәрованыҡы һуң! Телеңде йоторлоҡ таһа!
Йыр-моңһоҙ, бәйгеһеҙ байрам буламы инде? Был көндә балалар ғына түгел, ололар ҙа уйнап-көлөп, ҡышты оҙатты.
Киләһе йылда ла юғары вазифалы кешеләр ҡатнашыр тигән теләктә ҡалды байрамға килеүселәр. Ни тиһәң дә, ошондай саралар етәкселәрҙе халыҡҡа яҡынайта.
Ә инде был күркәм сарала йыйылған аҡса ауыр сиргә дусар булған ике йәшлек Самира Зиннәтованы дауалауға тотоноласаҡ.


Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә