Ял көнөндә Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромына халыҡ бер туҡтауһыҙ ағылды ла ағылды. Шулай булмайса: министр һынлы министр гелән генә ҡоймаҡ менән һыйлап тормай бит!
Ҡышты оҙатыу байрамы (“Масленица”) быйыл Өфөнөң Нефтехимик, Ҡашҡаҙан, Якутов парктарында, Аксаков баҡсаһында, Салауат Юлаев майҙанында гөрләп үтте. Ә шулай ҙа “Аҡбуҙат”тағыһы бигерәк тә үҙенсәлекле булды. Бындағы байрамды “Мәрхәмәт” хәйриә фонды ойошторғайны.
Табала шаж да шож килеп ҡоймаҡ бешә. Уның тәмле еҫе танауҙы ҡытыҡлап, әллә ҡайҙан үҙенә арбап тора. Халыҡ сиратҡа баҫҡан. Анау өҫтәл янындағыһы ҡалай оҙонға һуҙылған. Ниндәй аш оҫтаһы кешеләрҙе һыйлай икән? Ҡайҙа әле, мин дә шунда баҫайым. Күптән ҡоймаҡ ашаған юҡ ине. Бә-әй! Күргәнемә ышанмайса торам. Өфө ҡалаһының хакимиәт башлығы Ирек Ялалов үҙе ләһә! Ҡарале! Уның тилбер ҡулдарында уңып бешкән ҡоймаҡтар уйнап ҡына тора. Ҡояштай балҡып
торған тәмлекәстәрҙең береһе 10 һум торһа ла, бының өсөн 100 һум бирергә лә йәл түгел.
Сиратта ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ-ара һөйләшкәндәре лә ҡолаҡҡа салынып ҡала.
— Бына әле генә Гөлшат Хәмитованың ҡулынан һыйландым әле. Уныҡы харап тәмле ләһә!
— Ҡуй инде! Түрә ҡатындары шулай итеп бешерә белә тип уйламағайным.
— Мин Әминә Шафиҡованың ҡоймағын тәмләнем. Мәҙәниәт министрының ҡулы татлы икән.
— Ә Лилиә Ғүмәрованыҡы һуң! Телеңде йоторлоҡ таһа!
Йыр-моңһоҙ, бәйгеһеҙ байрам буламы инде? Был көндә балалар ғына түгел, ололар ҙа уйнап-көлөп, ҡышты оҙатты.
Киләһе йылда ла юғары вазифалы кешеләр ҡатнашыр тигән теләктә ҡалды байрамға килеүселәр. Ни тиһәң дә, ошондай саралар етәкселәрҙе халыҡҡа яҡынайта.
Ә инде был күркәм сарала йыйылған аҡса ауыр сиргә дусар булған ике йәшлек Самира Зиннәтованы дауалауға тотоноласаҡ.