...Ваҡыт ялын тотоп, туҡтатыр әмәл юҡ. Инде өс ай ҙа үтеп киткән. Аңҡы-тиңке булып, көн дә әсе күҙ йәше түккән өс айым. Үкенесле хәтирәләр менән йәндәремде телгеләгән өс айым. Кемдәргә генә барып түгәйем хәсрәт-һағышымды, кем генә аңлар икән уттай көйҙөргән кисерештәремде?!
Бер мәл таңда ғына күргән төшөмдән һулҡылдап илап уяндым. Эргәмдә генә ултыраһың, ғәрәпсә яҙылған ҡағыҙ һуҙаһың, мин, ниңәлер, бер нәмә лә уҡый алмайым, һуң, бығаса иркен уҡый инем, ни булды миңә, тип өҙгөләнәм. Ҡағыҙҙы ситкә ҡуйҙым да күҙҙәреңә ҡараным. Ә үҙем һинең, инде яҡты донъяларҙа юҡ икәнлегеңде хәтерләйем. Һәр ваҡыт күпереп-бөҙрәләнеп торған матур сәсең әллә нисек төҫһөҙләнеп ҡалған, үҙең эс бошорғос һоро кейемдә, ҡарашың шул тиклем ғазаплы! Илай-илай сәстәреңде һыйпайым, арҡаңдан һөйәм, үкһей-үкһей ҡосаҡлап, нисек миңә ғәзиз, ҡәҙерле икәнлегеңде аңлатырға тырышам...
Ниңә иҫән саҡта бер ваҡытта ла иркә-наҙ һүҙҙәрен еткермәнем, бер генә мәртәбә булһа ла сәстәреңдән һыйпап яратманым, бәғеркәйем, һөйөклөләрҙән-һөйөклө һеңлекәйем минең?!
Күңелемә бер уй тынғылыҡ бирмәй: үҙ яҙмышың менән йәшәмәнең. Тормошоң башҡаса булырға тейеш ине бит! Мәктәптә бер ваҡытта уҡыған иптәштәрең бөгөн һинең ниндәй алсаҡ, намыҫлы, тура һүҙле, ҡыйыу булыуыңды хәтерләй. Гел "бишле"гә уҡыған, класс, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәгән өсөн һине йыл һайын тиерлек ҡайҙа булһа ла юллама менән бүләкләйҙәр ине. Шулай, Герой ҡалаларҙа ла, СССР буйлап та сәйәхәт иттең, "Артек"та ла ял иттең. Мәктәптән һуң тәүҙә Магнитогорск тау-металлургия институтына барып индең. Оҡшатманың, Мәскәү дәүләт университетының сит телдәр факультетына юлландың. Һағынам тип, ҡайтып килдең һәм Гусевка урта мәктәбендә немец теленән уҡыта башланың. Һине яратмаған бала юҡ ине. Ғүмер буйы үҙең дә балаларҙы яраттың. Тик педагогия институтына бармай, нишләптер, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына ситтән тороп уҡыу бүлегенә индең.
Һине Ишҡол урта мәктәбенә күсерҙеләр. Бына ошо урында яҙмыш һиңә тәүге оло һынауын ҡуйғандыр, тим. Күсмәҫкә ине һиңә Ишҡолға!.. Эйе, һин барыбер ҙә артабан яҙмыш һынауҙарын, тормош ауырлыҡтарын башыңды юғары тотоп еңә килдең. Ҡаҙағстандың Кустанай өлкәһендә балалар уҡытып, ҡаҙаҡ һәм чечен халыҡтарының мөхәббәтен яуланың. Йәш кенә чечен ҡатынын баланан иҫән-һау ҡотҡарып алып ҡалған өсөн Рай-Гора кешеләре һуңынан да бүләктәр биреп, оло рәхмәтен белдерҙе, ә бит үҙеңә ул саҡта 21-22 генә йәш ине. Сибай баҡыр-көкөрт комбинатына ҡараған Төйәләҫ ярҙамсы хужалығында мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын бөтөн күңелеңде биреп башҡарған, әлегәсә һүнеп торған мәҙәниәт усағын ҡабыҙып, художестволы үҙешмәкәрлек түңәрәген юғары күтәргән өсөн һиңә миҙал бирҙеләр. Ярҙамсы хужалыҡ директоры Сибәғәт ағай Ғиззәтуллин: "Һеңлеңә бик ауыр, ниңә әҙерәк ҡыҫылмайһың?" — тигәс, һинең менән һөйләшеп ҡарамаҡсы иттем. Юҡ, һин беҙҙән барыһын да йәшерҙең. Шәхси тормошоң минең өсөн генә түгел, әсәйебеҙ өсөн дә бикле ине. Ни өсөн Хоҙай һине шул дәрәжәлә тоғро, ныҡ итеп яратҡан һуң? Шундайын да оло йөрәкле, кеше йәнле, тоғро булған һиңә ни өсөн лайыҡлы бәхетен насип итмәгән?!
Ә бит яҙмышың бөтөнләй башҡа юҫыҡтан китә ине. Хәтеремдә, "Йәшлек" бейеү ансамбленең саҡ күтәрелеп килгән сағында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы бейеүсеһе Фәйзи Ғәскәров бер нисә тапҡыр беҙҙең районға килде. Һинең нисек бейегәнеңде күреп, Өфөгә китергә өгөтләй башланы. "Бейеү өсөн генә яратылған кеше бик һирәк тыуа донъяға, ә һеҙҙең ҡыҙығыҙҙан Хоҙай бер ниҙе лә йәлләмәгән, ебәрегеҙ уны башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә", — тип үтенеп әсәйгә килде. Һин риза инең, ә әсәй ҡаршы булды. Ниңә, ҡәҙерле туғанҡайым, бүтән мәлдә тәүәккәл, ҡыйыу ҡыҙыҡай, әсәйҙе тыңланың?! Хәҙер шуға үкенәм: ни өсөн мин бер ҙә тормошоңа ҡыҫылманым, йүнәлеш бирмәнем, өндәшмәнем икән?!
Дөрөҫ, һин һуңынан да бейеүҙән айырылманың, оҙаҡ йылдар Ишҡол ауыл мәҙәниәт һарайында директор, художество етәксеһе булып эшләнең, ваҡыт менән иҫәпләшмәнең, башҡарған вазифаңа бөтә көс-дәртеңде һалдың. Әммә ғүмереңдең ҡайһылыр бер миҙгелендә күңелең һынылыш кисерҙе, йәшәүгә дәртең һүрелде, һинең өсөн донъяның йәме һүнде. Берҙән-бер ҡыуаныс-йыуанысың булып өс балаң, алты ейән-ейәнсәрең тороп ҡалды. Уларға ҡарата ғына түгел, үҙеңдең һөйөүеңә ахырынаса йәнә тоғро ҡалдың. Һине күргән-белгән бала бөтәһе лә "өләсәй" тип өндәшкән өсөн хатта бер мәл йәнем көйҙө. "Ашыҡма ҡартайырға, ниңә һин уларға өләсәй була ти!" — тигәнемә ҡаршы: "Ә миңә шулай оҡшай", — тип кенә ҡуйҙың.
Берәйһенең йомошо төшһә, үҙеңдең сәләмәтлегең, ваҡытың менән иҫәпләшмәй, ярҙамға ашыҡтың. Иҫ китмәле киң күңелле, ярҙамсыл, ғәҙел, миһырбанлы һеңлекәйем, ни өсөн яҙмыш үҙеңә шулай ғәҙелһеҙ, миһырбанһыҙ булды һуң?!
Бынан бер йыл элек кенә мин ауыр хәлгә тарығас, айҙар буйы эргәмдә булдың, ҡуҙғала ла алмай ятҡан сағымда тәрбиәләнең. Ә мин үҙеңә ярҙам кәрәклеген дә белмәгәнмен. Һин бит бер ваҡытта ла зарланманың, йөрәгем ауырта, тип әйтмәнең. Күрәһең, әрнеү-рәнйеүең йөрәгеңдә уҡмашып, сиргә әүерелгәндер...
Килеп-киткән арала Таҡһыр ҡыҙҙарына бейеү өйрәтергә лә, ихтирам яуларға ла өлгөрҙөң. Һине бер ҡайҙа ла ебәрмәй, эргәмдә генә йәшәтер ҙә инем... Был хаҡта үҙеңә лә әйттем, ә һин тағы, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, тип улар эргәһенә ашыҡтың.
Һуңғы күрешеүебеҙ былтыр 13 ноябрҙә булды. "Апай, Ишҡолға кире ҡайтайыҡмы икән әллә? Һиңә яҡыныраҡ булыр инем", — тинең. Тағы бер ҡат: "Таҡһырға, эргәмә, күсенегеҙ", — тинем. "Ошо аҙна үтһен дә, теге аҙнала мотлаҡ барам, әҙерәк эргәңдә тороп ҡайтырмын", — тинең. Радионан Риф Арыҫландың йыры ишетелгәс, тауышын көсәйттең: апай, ана, теге йыр, тинең. Бирә ҡаты һынауҙар бары тик көслөһөнә, тигән һүҙҙәре хәтеремә уйылып ҡалды. Был беҙҙең һуңғы күрешеү, бергәләп эскән һуңғы сәйебеҙ, бергә тыңлаған һуңғы йырыбыҙ тип кем уйлаған?! Шул төндә улың Марат шылтыратты. Һыҙланыуҙарҙан арыған йөрәгең туҡтағайны инде...
Рәхмәт, ҡәйенбикәң Ғәлиә, ҡәйнештәрең Тәлғәт менән Рәфҡәт, Салауат, ҡәйенһеңлеләрең Маһиҙәр, Әлфиә, килендәштәрең һинең ваҡытһыҙ китеп барыуыңа ҡайғырып, йүгереп йөрөп ярҙам итте. Һин дә уларҙы бер туғаныңдай күреп ярата инең бит, сөнки улар ғаиләһенә төшкәндә үҙеңә ни бары 19 ғына йәш ине. Балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең етемһерәп ҡалды. Ҡоҙағыйҙарың Наилә менән Фәүзиәнең дә, моғайын, донъялары кителгәндәй булғандыр, ләкин минең хәсрәтемде донъялағы бер генә бизмән дә күтәрә алмаҫ, инде берәү ҙә мине һин тартҡан кеүек тартмаҫ... Берәүгә лә күңелемде һиңә бушатҡандай бушата, бер ниндәй шикләнеүһеҙ серемде сисә алмам.
...Һин бик һылыу булдың. Бит остарың соҡорайтып йылмайыуҙарың, сыңғырҙатып көлөп ебәреүҙәрең, барса кешегә, бөтә донъяға асыҡ сырай менән бағыуың, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуың, ғәҙеллек хаҡына гелән көрәшергә ынтылыуың — яҡындарың, дуҫтарың, таныштарың оҙаҡ хәтерләр әле быны. Ләкин... Ни өсөн фани донъя менән хушлашыр минуттарыңда эргәңдә һиңә дарыу алып бирерлек кенә берәү ҙә булмаған?! Һине алып ҡалып та булыр ине бит, туғанҡайым. Өйҙә яңғыҙ ҙа булмағанһың!..
...Ҡайтарып булһа икән үткәндәрҙе. Һиңә күпме әйтелмәгән һүҙҙәрем ҡалды, Рәхимә. Туғаным, һеңлекәйем, мин һине бик-бик ярата инем, әгәр берәй ваҡыт, ваҡлыҡҡа барып, һаҡһыҙ һүҙем менән рәнйеткән булһам, ғәфү ит мине, зинһар, тиер инем. Тик һуң шул, һуң инде!..