Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юл сатында ҡалған мәлдә
Юл сатында ҡалған мәлдәОшо көндәрҙә Илеш районындағы урта белем биреү мәктәптәренең сығарылыш уҡыусылары республикабыҙҙың ҡайһы бер юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашты.

– Һуңғы йылдарҙа бындай сара үткәреү беҙҙә матур йолаға әйләнде, – ти район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәмзә Ямалов. – Әле сығарылыш уҡыусыларының үҙҙәрен нәҡ юл сатында ҡалған кеүек хис иткән мәлдәре. УларғаЮл сатында ҡалған мәлдә республикабыҙҙағы юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары тураһында мөмкин тиклем ентеклерәк мәғлүмәт еткереү үтә лә мөһим.
Үрге Йәркәйҙәге 89-сы һөнәрселек лицейында үткәрелгән был сараға һигеҙ юғары һәм алты урта махсус уҡыу йорто вәкилдәре килде. Улар араһында Башҡорт дәүләт университеты һәм уның Бөрө, Нефтекама ҡалаларындағы филиалдары, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумы, Өфө урман Юл сатында ҡалған мәлдәхужалығы техникумы, Бөрө фармацевтика колледжы, башҡа уҡыу йорттары етәкселәре һәм уҡытыусылары бар ине. Беренсе, икенсе ҡаттарҙа был уҡыу йорттарының күргәҙмәләре ойошторолғайны. Өҫтәлдәрҙә – буклеттар, факультеттар, белем алыу һәм көнкүреш шарттары хаҡында ҡыҙыҡлы белешмәләр. Студенттар тормошон сағылдырған мауыҡтырғыс стена гәзиттәре лә эленгәйне. Быларҙан тыш, төрлө ҙурлыҡтағы экрандарҙан да һәр уҡыу йорто тураһында байтаҡ мәғлүмәт бирелде. Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама Юл сатында ҡалған мәлдәфилиалының был сараға айырыуса тырышып әҙерләнгәнлеге шунда уҡ тойолдо.
Осрашыуҙы район хакимиәте башлығы, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Мостафин асты.
– Әле Илештән төрлө уҡыу йорттарында 600 егет һәм ҡыҙ белем ала, ә быйыл районыбыҙ мәктәптәрен 237 уҡыусы тамамлай, – тине ул. – Бөгөнгө сара уларға артабанғы тормош юлын һайлау өсөн бик файҙалы буласаҡ тип ышанам.
Ауылда тыуып үҫкән, киләсәктәрен тыуған төйәге менән бәйләргә иҫәп тотҡан уҡыусыларҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты проректоры, биология фәндәре докторы, профессор Рузил Авзаловтың сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Хәйер, уҡыусылар башҡа ҡунаҡтарҙы ла бик иғтибарлы тыңланы. Кушнаренко ауыл хужалығы техникумынан вәкил Ольга Калачева уҡыусыларға күрше райондағы уҡыу йорттарына ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе еткерҙе:
– Быйылдан алып педагогия колледжы һәм һөнәрселек училищеһы беҙҙең уҡыу йорто менән берләштерелә, – тине ул. Ҡайһы бер студенттар ҙа уҡыусылар алдында сығыш яһаны. Мәҫәлән, Башҡорт медицина колледжының IV курс студенты Ләйсән Вәлиуллина үҙе белем алған уҡыу йортоноң өҫтөнлөктәре менән таныштырҙы. Илеш мәктәптәренең сығарылыш класс уҡыусылары, форсаттан файҙаланып, осрашыуға килгән төрлө уҡыу йорто вәкилдәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Төрлө олимпиадаларҙа еңгән уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.


Автор: Хөриә Абыҙгилдина. Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә