Ошо көндәрҙә Илеш районындағы урта белем биреү мәктәптәренең сығарылыш уҡыусылары республикабыҙҙың ҡайһы бер юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашты.
– Һуңғы йылдарҙа бындай сара үткәреү беҙҙә матур йолаға әйләнде, – ти район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәмзә Ямалов. – Әле сығарылыш уҡыусыларының үҙҙәрен нәҡ юл сатында ҡалған кеүек хис иткән мәлдәре. Уларға
республикабыҙҙағы юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары тураһында мөмкин тиклем ентеклерәк мәғлүмәт еткереү үтә лә мөһим.
Үрге Йәркәйҙәге 89-сы һөнәрселек лицейында үткәрелгән был сараға һигеҙ юғары һәм алты урта махсус уҡыу йорто вәкилдәре килде. Улар араһында Башҡорт дәүләт университеты һәм уның Бөрө, Нефтекама ҡалаларындағы филиалдары, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумы, Өфө урман
хужалығы техникумы, Бөрө фармацевтика колледжы, башҡа уҡыу йорттары етәкселәре һәм уҡытыусылары бар ине. Беренсе, икенсе ҡаттарҙа был уҡыу йорттарының күргәҙмәләре ойошторолғайны. Өҫтәлдәрҙә – буклеттар, факультеттар, белем алыу һәм көнкүреш шарттары хаҡында ҡыҙыҡлы белешмәләр. Студенттар тормошон сағылдырған мауыҡтырғыс стена гәзиттәре лә эленгәйне. Быларҙан тыш, төрлө ҙурлыҡтағы экрандарҙан да һәр уҡыу йорто тураһында байтаҡ мәғлүмәт бирелде. Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама
филиалының был сараға айырыуса тырышып әҙерләнгәнлеге шунда уҡ тойолдо.
Осрашыуҙы район хакимиәте башлығы, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Мостафин асты.
– Әле Илештән төрлө уҡыу йорттарында 600 егет һәм ҡыҙ белем ала, ә быйыл районыбыҙ мәктәптәрен 237 уҡыусы тамамлай, – тине ул. – Бөгөнгө сара уларға артабанғы тормош юлын һайлау өсөн бик файҙалы буласаҡ тип ышанам.
Ауылда тыуып үҫкән, киләсәктәрен тыуған төйәге менән бәйләргә иҫәп тотҡан уҡыусыларҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты проректоры, биология фәндәре докторы, профессор Рузил Авзаловтың сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Хәйер, уҡыусылар башҡа ҡунаҡтарҙы ла бик иғтибарлы тыңланы. Кушнаренко ауыл хужалығы техникумынан вәкил Ольга Калачева уҡыусыларға күрше райондағы уҡыу йорттарына ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе еткерҙе:
– Быйылдан алып педагогия колледжы һәм һөнәрселек училищеһы беҙҙең уҡыу йорто менән берләштерелә, – тине ул. Ҡайһы бер студенттар ҙа уҡыусылар алдында сығыш яһаны. Мәҫәлән, Башҡорт медицина колледжының IV курс студенты Ләйсән Вәлиуллина үҙе белем алған уҡыу йортоноң өҫтөнлөктәре менән таныштырҙы. Илеш мәктәптәренең сығарылыш класс уҡыусылары, форсаттан файҙаланып, осрашыуға килгән төрлө уҡыу йорто вәкилдәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Төрлө олимпиадаларҙа еңгән уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.