Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хыял ҡапҡалары
Хыял ҡапҡалары...Оҫталарҙың ниндәйе генә юҡ! Ниндәй генә мөғжизә тыуҙырмай улар! Берәүҙәр юнып, һырлап, семәрләп ҡәҙимге ағастан сынъяһау әйберҙәр яһап ҡуя. Бик күптәр, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ, махсус ательеларҙағынан һис ҡайтыш булмаған кейем-һалым тегә йә бәйләй, иҫ китмәле матур сигеү сигә. Ә Илеш районының Иҫәнбай ауылында йәшәгән Фларит Ғилфанов ҡапҡа эшләй белә...

Уның үҙенсәлекле тимер ҡапҡалары алыҫтан күренеп, үҙҙәренә йәлеп итеп тора. Салт аяҙ көндәрҙә, сағыу ҡояш нурҙарына күмелеп, улар айырыуса матур булып күренә. “Ҡапҡалары” тиүем юҡҡа түгел: Яхин урамында өс йортто урай улар. Уртала – оҫтаның үҙенеке. Ике яҡтан – ике күршеһенеке. Эргәләрендә һүрәтләп бөткөһөҙ матур ҡапҡа ҡалҡып сығыуын күргәс, күршеләре Фларит Фәрит улынан үҙҙәренә лә шундайыраҡты эшләүен үтенгән. “Күрше хаҡы — тәңре хаҡы” тип, уларҙың үтенесен кире ҡаҡмаған ул. Шулай, ауыл урамында ҙур булмаған күргәҙмәгә торошло өс хыял ҡапҡаһы барлыҡҡа килгән.
Үткән-һүткән күреп, таныш-тоношона ошо һоҡланғыс мөғжизә хаҡында һөйләй. Һөҙөмтәлә Фларит Ғилфановҡа Иҫәнбайҙан ғына түгел, әйләнә-тирәләге башҡа Хыял ҡапҡаларыауылдарҙан заказдар “яуа”. “Эшһеҙ торған көн юҡ, — ти ул. – Ваҡыт ҡына етеңкерәмәй”. Оҫтаханаһы – үҙе һалған 100 квадрат метр майҙанлы иркен өйө эргәһендә төҙөп ҡуйған гараж. Уртаһында – ҙур өҫтәл. Төп “ҡоралы” — үҙе уйлап сығарып, төрлө деталдәрҙән “ҡоршап” йыйған редуктор. Ошо тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән инструмент ярҙамында оҫта ҡаты тимерҙе, йомшаҡ ҡамырға әүерелдереп, ҡабатланмаҫ формалар “әүәләй”: уның ҡапҡаларын төрлө орнаменттар, ҡуласалар биҙәй.
Һөнәре буйынса ул – слесарь. Бер нисә йыл Себерҙә эшләгән. Сит-ят тарафтарҙы күңеле үҙһенмәгәс, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан. Оҫталығына тәүге аҙымдары – йортоноң ҡыйығы ситтәрен семәрләп йәмләндереүелер, моғайын. “Тимер тыңлаусан, уның менән эш итеүе һис ауыр түгел”, — тип билдәләй Фларит Фәрит улы. Төп сеймалын, йәғни тимерҙе, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан һатып ала. Ҡатыны Дамира, иренең шөғөлөн хуплап, уны дәртләндереп кенә тора. Улдары Динар менән Данис, мәктәптән ҡайтҡас, тимер менән булышҡан аталары эргәһендә өйөрөлөргә ярата. Шулай Иҫәнбай оҫтаһы Фларит Ғилфанов, “ауылда эш юҡ” тип зарланырға әүәҫтәрҙең фекерен инҡар итеп, үҙенең бөтә булмышы, эшмәкәрлеге, ныҡышмаллығы, “эш – теләктә” тип йәшәүе менән күптәргә өлгө булып тора.


Автор: Хөриә Абыҙгилдина. Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


  1. Зилә Абзалова
    Зилә Абзалова от 15.03.2013, 11:51
    Ауылдарҙа эшһеҙ ятҡан, йә иһә эш эҙләп Ҡаф тауҙары артына киткән ир-егеттәр ошондай мәҡәләләрҙе уҡымай, күрәһең. Сит яҡтарҙа күп йѳрѳһәң, үҙ туғаның ят була,тип йырлағандай, ситтә йѳрѳүсе күпме ир-егеттәр ғаиләһен, унан һуң үҙенә ышанысын юғалтып,балаларын тере етем итеп ҡуя. Фларит та шуны аңлап, тыуған ерендә эшен дә тапҡан, ғаиләһен дә бәхетле итеүгә ѳлгәшщкән ысын ир-егет."Урал" гәзитендә лә "Үрнәк" тигән рубрика асҡайныҡ бынан тиҫтәләп йыл элек. Райондарҙан да ошондай оҫта ҡуллылар, тырыштар, ныҡышмалдар тураһында мәҡәләләр яҙып ебәрәйек.

  2. Гәзит уҡыусы
    Гәзит уҡыусы от 15.03.2013, 17:54
    "Ауылдарҙа эшһеҙ ятҡан, йә иһә эш эҙләп Ҡаф тауҙары артына киткән ир-егеттәр ошондай мәҡәләләрҙе уҡымай, күрәһең",- тиһегеҙ Зилә. Әлбиттә, уҡымай, сөнки улар гәзит алдырмай.Күрәһегеҙ, тираж бәләкәй.Иң аптыратҡаны, ауыл интеллигенцияһы ла матбуғаттан ситләште хәҙер. Элек уҡытыусы баланан гәзиттә сыҡҡан яңылыҡтарҙы дәрестә һөйләтә ине. Хәҙер үҙҙәре лә уҡымай, уҡыусынан да талап итмәй.Талап итһәләр, ата-әсә гәзит-журналға яҙылыр ине ул. Күп нәмә уҡытыусынан тора! Аҡса юҡ яҙылырға, имеш.Байрам итергә, "сәй-мәй"гә табалар, рухи аҙыҡҡа -- юҡ.
    Башҡорт ҡоролтайы, мәҙәни үҙәктәр, алдынғы уҡытыусылар, гәзиттә сыҡҡан яңылыҡ, тәҡдим, матур саралар тураһында халыҡҡа еткереп, шуның буйынса төрлө кисә ойошторһон ине.Был халыҡтың аң-ҡарашын үҫтереүҙә ҙур аҙым булыр ине.Әгәр журналист районда командировкала йөрөгәндә почтаға кереп, уҡытыусыларҙың , уҡыусыларҙың матбуғатҡа яҙылыу-яҙылмауына иғтибар итһә, мәктәптең ниндәй балалар тәрбиәләүен тиҙ үк күҙ алдына баҫтырасаҡ.Мәҡәләһенә бай материал да буласаҡ. Шулаймы?

Комментарий өҫтәргә