Хыял ҡапҡалары15.03.2013
Хыял ҡапҡалары...Оҫталарҙың ниндәйе генә юҡ! Ниндәй генә мөғжизә тыуҙырмай улар! Берәүҙәр юнып, һырлап, семәрләп ҡәҙимге ағастан сынъяһау әйберҙәр яһап ҡуя. Бик күптәр, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ, махсус ательеларҙағынан һис ҡайтыш булмаған кейем-һалым тегә йә бәйләй, иҫ китмәле матур сигеү сигә. Ә Илеш районының Иҫәнбай ауылында йәшәгән Фларит Ғилфанов ҡапҡа эшләй белә...

Уның үҙенсәлекле тимер ҡапҡалары алыҫтан күренеп, үҙҙәренә йәлеп итеп тора. Салт аяҙ көндәрҙә, сағыу ҡояш нурҙарына күмелеп, улар айырыуса матур булып күренә. “Ҡапҡалары” тиүем юҡҡа түгел: Яхин урамында өс йортто урай улар. Уртала – оҫтаның үҙенеке. Ике яҡтан – ике күршеһенеке. Эргәләрендә һүрәтләп бөткөһөҙ матур ҡапҡа ҡалҡып сығыуын күргәс, күршеләре Фларит Фәрит улынан үҙҙәренә лә шундайыраҡты эшләүен үтенгән. “Күрше хаҡы — тәңре хаҡы” тип, уларҙың үтенесен кире ҡаҡмаған ул. Шулай, ауыл урамында ҙур булмаған күргәҙмәгә торошло өс хыял ҡапҡаһы барлыҡҡа килгән.
Үткән-һүткән күреп, таныш-тоношона ошо һоҡланғыс мөғжизә хаҡында һөйләй. Һөҙөмтәлә Фларит Ғилфановҡа Иҫәнбайҙан ғына түгел, әйләнә-тирәләге башҡа Хыял ҡапҡаларыауылдарҙан заказдар “яуа”. “Эшһеҙ торған көн юҡ, — ти ул. – Ваҡыт ҡына етеңкерәмәй”. Оҫтаханаһы – үҙе һалған 100 квадрат метр майҙанлы иркен өйө эргәһендә төҙөп ҡуйған гараж. Уртаһында – ҙур өҫтәл. Төп “ҡоралы” — үҙе уйлап сығарып, төрлө деталдәрҙән “ҡоршап” йыйған редуктор. Ошо тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән инструмент ярҙамында оҫта ҡаты тимерҙе, йомшаҡ ҡамырға әүерелдереп, ҡабатланмаҫ формалар “әүәләй”: уның ҡапҡаларын төрлө орнаменттар, ҡуласалар биҙәй.
Һөнәре буйынса ул – слесарь. Бер нисә йыл Себерҙә эшләгән. Сит-ят тарафтарҙы күңеле үҙһенмәгәс, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан. Оҫталығына тәүге аҙымдары – йортоноң ҡыйығы ситтәрен семәрләп йәмләндереүелер, моғайын. “Тимер тыңлаусан, уның менән эш итеүе һис ауыр түгел”, — тип билдәләй Фларит Фәрит улы. Төп сеймалын, йәғни тимерҙе, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан һатып ала. Ҡатыны Дамира, иренең шөғөлөн хуплап, уны дәртләндереп кенә тора. Улдары Динар менән Данис, мәктәптән ҡайтҡас, тимер менән булышҡан аталары эргәһендә өйөрөлөргә ярата. Шулай Иҫәнбай оҫтаһы Фларит Ғилфанов, “ауылда эш юҡ” тип зарланырға әүәҫтәрҙең фекерен инҡар итеп, үҙенең бөтә булмышы, эшмәкәрлеге, ныҡышмаллығы, “эш – теләктә” тип йәшәүе менән күптәргә өлгө булып тора.


Вернуться назад