Былтыр Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауға 35,1 миллиард һум бүленгән. Был аҡса халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуға һәм ғүмерен оҙайтыуға йүнәлтелгән байтаҡ ниәтте тормошҡа ашырырға ярҙам итте: ҡатмарлы операциялар яһау мөмкинлеге киңәйҙе, сабыйҙар араһында үлем осраҡтары кәмене, тыуым 5,1 процентҡа артты, тәбиғи артым 5,6 мең тәшкил итте. Шулай ҙа ҡыуанырға иртәрәк, сөнки һуңғы ваҡытта республикабыҙ ауылдарында медицина учреждениеларын күпләп ябыу һәм ҡыҫҡартыуҙың эҙемтәләре беленәсәк әле.
Аҙнабай ағайҙың йөрәге ниңә әрней?Уҙған аҙнала редакциябыҙ ишеген Өфө ҡалаһында йәшәүсе 77 йәшлек ветеран Аҙнабай Йәноҙаҡов шаҡыны. Ғафури районының Сәйетбаба һәм уның эргәһендәге күп ауылдарға төшкән оло хәсрәт алып килгәйне уны.
— Сәйетбабалағы дауахананы 16 мартҡа тиклем ябырға һәм көндөҙгө стационарға әүерелдерергә тигән бойороҡ килгән. 16 ауылды, йәғни 4 700-гә яҡын кешене, шул иҫәптән 1 200 баланы хеҙмәтләндергән һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын ҡыҫҡартыуҙың нимәгә алып килере көн кеүек асыҡ. Оло йәштәгеләр 70 километр алыҫлыҡтағы район үҙәгенә бара алмайынса, өйҙә ауырып ятасаҡ, йәштәр ауылдарҙан күсеп китәсәк, — тип һүҙ башланы ул.
Аҙнабай Сәғит улы ошо райондың Ҡаранйылға ауылында тыуып үҫкән. 1969 — 1986 йылдарҙа "Йондоҙ" колхозы рәйесе булып эшләгән һәм Сәйетбабала дауахана төҙөтөүгә күп көс һалған.
— Тракторсы булып эшләгәндә, һалҡын үткәреп, ҡаты ауырып киттем, инвалидҡа әүерелдем. Түшәктә ятҡан саҡта: "Аяҡҡа баҫҡас та, уҡып, хужа булам һәм ауылда дауахана төҙөтәм", тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем, — тип хәтерләй ветеран.
Ике ҡатлы бинаны һалдырыу өсөн колхоз һәм ауыл советы етәкселәренә түрәләрҙең тупһаһын күп тапарға тура килә.
— Буласаҡ дауахананың проектын бер нисә йыл республиканың төҙөлөш планына индермәнеләр. БАССР Министрҙар Советы рәйесе Зәкәриә Аҡназаровҡа хат яҙғас ҡына, боҙ урынынан ҡуҙғалды — "Ишембай торлаҡ төҙөлөшө" тресының йөк машиналары төҙөлөш материалдары тейәп килеп тә етте. 1986 йылдың йәйендә 50 урынға иҫәпләнгән ике ҡатлы дауахана асылды. Тирә-яҡ ауыл халҡы был көндө ҡыуаныстан байрам митингыһына сыҡты, — тип хәтерләй элекке колхоз рәйесе.
Әйткәндәй, дауахананы асҡан саҡта ҡыҙыл таҫманы Аҙнабай Сәғит улынан киҫтерәләр. Бөгөн, 27 йыл үткәс тә, тап уға учреждениены ҡыҫҡартыуҙан һаҡлау юлдарын эҙләргә тура килә. "Барҙы юҡҡа сығарыу бер ни түгел, әммә ҡабаттан тергеҙеү бик күп көс һәм сығым талап итәсәк", — тип, яҡташтарының иртәгәһен уйлап һыҙлана уҙаман.
Сир сәғәтте һорамайСәйетбабаларҙы борсоған мәсьәләне Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған "Телеүҙәк" тапшырыуында ла яҡтырттылар. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева ҡатнашты һәм ауыл халҡының дауахананы һаҡлап ҡалыу өсөн дәррәү күтәрелеүен хупланы.
— Былтыр 1 ғинуарҙан "Граждандар һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында"ғы Федераль закон үҙ көсөнә инде. Унда медицина учреждениеларын асыу һәм ябыу мәсьәләһенә ҡағылышлы аныҡ статья бар. Уға ярашлы, бындай ҡарарҙар ауыл халҡының фекеренән, уның мәнфәғәтенән сығып ҡабул ителергә тейеш. Беҙҙә иһә эш киреһенсә башҡарыла: ҡулайлаштырыуға һылтанып, йә финанслауҙы кәметәләр, йә район дауаханаларының баш табиптары үҙәк органдарҙан ебәрелгән һандарға ҡул ҡуйып, койка-урындарҙы ҡыҫҡарта, — тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы тапшырыуҙа.
Сәйетбаба дауаханаһы асылған көндән алып ауылдаштарының һаулығы һағында торған табип Әмир Заһиҙуллиндың әйтеүенсә, етәкселек ҡыҫҡартыуҙың сәбәбен бинаға капиталь ремонт яһалмауы менән аңлатҡан.
— Красноусол, Еҙем-Ҡаран, Яңғыҙҡайын ауылдарындағы дауаханаларға, ремонт яһалғанға күрә, теймәнеләр. Әммә беҙҙең бина, заманса биҙәлмәгән булһа ла, насар хәлдә түгел. Иң мөһиме — учреждение һәр саҡ үҙен аҡланы: асылғандан бирле биләмәбеҙҙә балаларҙың сирләп үлеү осраҡтары бөттө, әсәләр үлеменә сик ҡуйылды. Бында тирә-яҡ ауыл халҡы тәүлек әйләнәһенә ятып дауалана, ә ҡыҫҡартылыуҙан һуң көн дә стационарға йөрөргә мәжбүр буласаҡтар, — ти ул.
Әлегә ауыл дауаханаһында 35 кеше эшләй. 16 марттан һуң ике терапевт, бер теш табибы, дүрт шәфҡәт туташы һәм ете хеҙмәткәр ҡаласаҡ. Ҡасандыр илле урынға иҫәпләнгән дауаханала хәҙер 15 койка-урын бар. "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте лә “ҡулайлаштырылған”: элеккесә тәүлек әйләнәһенә түгел, киске сәғәт 4-тән иртәнге 9-ға тиклем эшләүгә күсерелгән. Тимәк, Сәйетбаба төбәгендә йәшәгән халыҡ көндөҙ ауырырға тейеш түгел. Тик бәлә ваҡытты һорап тормаҫ шул...
Фельдшер өсөн көрәшергә тура киләРәсәй халҡының — 26, Башҡортостандың 39,6 проценты (1 610,6 мең кеше) ауылда йәшәй. Һуңғы йылдарҙа илдә — 19 мең, республикала 54 ауыл ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан. Бының төп сәбәптәренең береһе — тейешле медицина хеҙмәтенең булмауында. 2006 йыл менән сағыштырғанда, медицина учреждениеларына барып етеү ваҡыты һәм юлы өс тапҡырға оҙайған. "Ауыл табибы" проекты ла төпкөл ауылдарҙың хәлен һиҙелерлек яҡшыртты тип әйтеп булмай, сөнки йәш белгестәр, нигеҙҙә, үҙәк район дауаханаларына ҡайта. Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ултырышында яңғыраған һандар буйынса, участка дауаханалары һаны 2000 йылдан алып биш тапҡырға — 3,6 меңдән 400-гә тиклем — кәмегән. Элек уларҙа 85 мең урын булһа, хәҙер 12,4 меңе ҡалған. Юҡҡа сыҡҡан койка-урындарҙа күптәрҙе, алыҫтағы дауаханаға ебәрмәйенсә, урында ғына дауалап булыр ине.
Һуңғы айҙарҙа республикабыҙҙа ла байтаҡ ауылдың медицина учреждениелары ябылды һәм ҡыҫҡартылды. Уларҙа бөгөн хәлдәр нисек икән?
РЕДАКЦИЯНАН. Ауылдарҙа медицина хеҙмәте торошо өсөн республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яуаплы. Шулай ҙа ведомство урындағы халыҡта көндән-көн арта барған һорауҙарға яуап бирергә әҙер түгел кеүек. Мәҫәлән, "Телеүҙәк" тапшырыуында министрлыҡтан бер вәкил дә булманы, "Башҡортостан" гәзите редакцияһының шылтыратыуына ла һәр саҡ: "Һорауҙарығыҙҙы рәсми хат аша ебәрегеҙ", — тип яуапланылар. Аптырағас, һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев исеменә хат юлланыҡ. Яуап килһә, гәзиттә баҫтырырбыҙ.
Рәйсә ЯНЫБАЕВА, Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауыл Советы рәйесе:— Финанс көрсөгө ваҡытында ла район етәкселеге фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һаҡлап ҡалыуға өлгәште: хеҙмәткәрҙәр ҡайтанан уҡытылды, дарыу һаҡлау өсөн һыуытҡыстар алынды. Хәҙер үҙәк район дауаханаһы етәкселеге, фельдшер-акушерлыҡ пункттары бер мең кеше йәшәгән ауылдарҙа ғына эшләргә тейеш, тигән һылтау менән уларҙы ябыу яғын ҡарай. Асылда, законға ярашлы, медицина хеҙмәте 300 кеше йәшәгән ерҙәрҙә эшләргә тейеш. Ҡайһы бер осраҡта халыҡ һанының унан да кәм булыуы ихтимал.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктын ябырға йыйыныуҙарын ишеткәс, таймаҫтар Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваға, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовҡа мөрәжәғәт итте. Һөҙөмтәлә медицина хеҙмәткәрен ярты ставкаға күсереү юлы менән фельдшер-акушерлыҡ пункты һаҡланып ҡалды. Шулай ҙа халыҡтың күңеле тыныс түгел, сөнки был ҡулайлаштырыуҙың беренсе тулҡыны ғына булды, икенсеһе лә оҙаҡ көттөрмәҫ һымаҡ.
Бер нисә көн элек ауылыбыҙҙағы йөклө ҡатын ныҡ сирләп китте, күп ҡан юғалтты. Уны 40 минутта Күмертауға алып барып еткерҙек, сөнки район үҙәге йырағыраҡ урынлашҡан. Әгәр эргәлә фельдшер булмаһа, был ваҡиға бик аяныслы тамамланыр ине, тинеләр. Әле беҙҙә бер фельдшерға 350 кеше күҙ төбәп тора. Унан да ҡолаҡ ҡаҡһаҡ, нимә эшләрбеҙ? Ҡулайлаштырыуҙың һәр ваҡыт ауыл халҡы иҫәбенә башҡарылыуы ғәҙел түгел.
Фәнир НӘҘЕРШИН, Бөрйән районының Ырғыҙлы ауыл Советы рәйесе:— Дауахана тотор өсөн ауыл халҡының һаны 700-ҙән кәм булмаҫҡа тейеш, тип яңыраҡ туғыҙ урынлыҡ дауаханабыҙҙы яптылар, машинанан да мәхрүм иттеләр. Ырғыҙлының үҙендә 450 кеше йәшәһә лә, беҙгә күрше ауылдарҙан һәм Йылайыр районының Ҡыҙҙарбиргән ауылынан да килеп дауаланалар ине. Медицина учреждениеһын япҡан саҡта район үҙәгенең 50 километр алыҫлыҡта урынлашыуын да, юлдың тау-ташлы һәм соҡорло булыуын да иҫәпкә алып торманылар.
Дауаханала 21 кеше эшләй ине, хәҙер ҡаҙансы ғына тороп ҡалды, табип иһә фельдшер итеп күсерелде. Йәғни ике тиҫтәгә яҡын кеше эшһеҙ. Уларҙы хәҙер ауылда бер нәмә лә тотмай.