Ҡулыма бер авторҙың ике китабы килеп эләкте. "Когда вернутся батыры" һәм "Легенда о последнем хане" тип атала күләме яғынан әллә ни ҙур булмаған был ике проза йыйынтығы. Китаптарҙың тышлығында авторҙың фотоһы һәм ҡыҫҡаса ғына биографик мәғлүмәт бирелгән. Фотолағы хәрби кейемле, ҡара күҙле, сәсе саҡ ҡына салланған, матур тулы йөҙлө, етди ҡарашлы ир-уҙаманға ҡарап, бына ниндәй була ул ысын офицер, тип ҡуяһың. Күкрәгендә теҙелгән наградалары уның портретын тағы ла тулыландырыбыраҡ торғандай. Биографияһы менән танышабыҙ: "Мәхмүт Бәкер улы Сәлимов 1960 йылда Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында тыуған. Отставкалағы подполковник. Хәрби хәрәкәттәр ветераны. Башҡорт халҡы тарихына арналған күп кенә хикәйә авторы. "Истоки" гәзитендә, "Ватандаш", "Шоңҡар", "Уфа" һәм "Бельские просторы" журналдарында әҫәрҙәре баҫылғаны бар. Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәй". Бына шундай тормош юлы.
Мәхмүт Сәлимовтың исемен тәү башлап "Уфа" журналында күреп ҡалғайным. Унда авторҙың "Мең башҡорттарының һабантуйында" тигән хикәйәһен уҡып, беҙҙең меңлеләрҙең тарихын, легендаларын, йолаларын төплө белеүенә ғәжәпләнә биреп ҡуйғайным. Ә бына былтыр, 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығын байрам итеү айҡанлы, "Истоки" гәзитендә баҫылып сыҡҡан "Бородино" тигән күләмле очеркы менән ул минең күҙ алдында шәхес булараҡ та өр-яңы сифаттары менән асылып киткәндәй булды. Дөрөҫ, очерк әҙәби әҫәр кеүек тә уҡымлы, фәһемле. Рәсәй тарихының данлы бер осорона әйләнгән Бородино һуғышы, шул яуҙа башҡорт һыбайлыларының ҡатнашыуы кемде генә ҡыҙыҡһындырмай! Шуның өсөн дә Бородино яланы бөтөн ил халҡы өсөн изге урынға әйләнгән. 1992 йылдан башлап сентябрь башында ошо тарихи ваҡиғаны реконструкциялау айҡанлы үткәрелгән тамашала Башҡортостандан "Төньяҡ амурҙары" һәм "Өфө пехота полкы" тип аталған хәрби-тарихи клубтар ағзалары ҡатнашыуы хәҙер инде оло мәртәбә тип ҡабул ителә.
Халҡыбыҙҙың ысын мәғәнәһендә оло ватансыларының тырышлығы, ныҡышмаллығы менән бойомға ашырыла был изге эш. Башҡорттар Рәсәй азатлығы өсөн һуғыштарҙа, сик хеҙмәтендә, сит ил походтарында үҙҙәренең кейем-һалымы, ҡоралы, аҙығы, хатта һәр береһе икешәр аты менән ҡатнашҡан тип әйтәбеҙ ҙә ул, тик бының ни тиклем ҡиммәткә төшөүе, күпме әҙерлек талап итеүе тураһында күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ай-һай, булдыҡлы ла, ғәййәр ҙә булған ата-бабабыҙ. Шуға күрә Бородино һуғышы реконструкцияһында ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙгә рәхмәт һүҙҙәре әйтмәйенсә мөмкин түгел. Ошондай уҡ тойғоно "Бородино" тигән очерктың авторы Мәхмүт Сәлимовҡа ла еткерергә тейешбеҙ. Очерктан уҡып белеүемсә, үткән йылда ла, бынан 20 йыл элек тә авторы ошо ваҡиғаларҙың нәҡ уртаһында булған, Беренсе башҡорт полкы яугирҙәренең иҫтәлеген һынландырыусы клуб ағзалары менән бер сафта шул тамашаларҙа ҡатнашҡан. Улай ғына ла түгел, 1992 йылда уҡ әле Ватан һуғышының 180 йыллығын билдәләгән ваҡытта, һигеҙ генә йәшлек улын да алып барған. Үткән йылда иһә Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәгән еренән, башҡорт атлыларының тарихи мундирҙарын, үҙе әҙерләгән ҡоралдарын алып, инде ир ҡорона ингән улы менән бергә йәнә Бородино яланына йүнәлгән. Үҙ күҙе менән күреп, күңеле, йөрәге аша үткәреп яҙылған булыуы менән очерк уҡыусыны айырыуса ылыҡтыра, ҡыҙыҡһынып уҡыла. Ә инде уның авторы тураһында: "Күптәргә өлгө булырҙай ошондай илһөйәр яҡташыбыҙ менән нисек ғорурланмаҫһың!" — тип әйтке килә.
Мәхмүт Сәлимовтың хикәйәләре халыҡтың тарихи хәтеренә, легенда һәм риүәйәттәргә, йолаларға, милли традицияларыбыҙға оло хөрмәт һәм мөхәббәт тойғоһо менән һуғарылған. Авторҙың халҡыбыҙ яҙмышын төптән, тәрәндән белеүе, эрудицияһы, теге йәки был сюжет һыҙығын аҙ билдәле тарихи сығанаҡтар менән сағыштырып үҫтереү һәләте бына тигән тарихи әҫәрҙәр тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Был йәһәттән иң элек "Азов эргәһендә" һәм "Һуңғы хан тураһында легенда" тигән хикәйәләрҙе билдәләп үтер инем. Тәүге хикәйә 1696 йылдағы Азов походында ҡатнашып дан ҡаҙанған бөйөк башҡорт батыры Алдар Иҫәкәевтең ҡаһарманлығын һүрәтләүгә арналған.
Алдарҙың ошо поход ваҡытында күрһәткән тиңһеҙ батырлығы арҡаһында урыҫ ғәскәре ҙур еңеүгә өлгәшә, бик аҙ юғалтыуҙар менән Азов ҡәлғәһен ҡулға төшөрә. Петр батша уға үҙ ҡулы менән алтын һаплы ҡылыс тапшыра, тарханлыҡ һәм биләгән ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы биреү тураһында указ иғлан итә. Алдар Иҫәкәевтең оҙон һәм шанлы ғүмер юлында был — башҡорт халҡының хәрби данын юғары күтәреүе менән айырым әһәмиәт ҡаҙанған эпизод. М. Сәлимов, үҙе лә хәрби кеше булараҡ, алыҫтағы был тарихи ваҡиғаларҙы йәнле, ҡыҙыҡлы итеп һүрәтләп биреүгә өлгәшкән. Ә "Һуңғы хан тураһында легенда"ны иһә авторҙың иң уңышлы, мауыҡтырғыс әҫәрҙәренең береһе тип әйтер инем. Әҫәрҙе жанр йәһәтенән повесть тип атарға ла мөмкиндер.
Ниндәй генә яҙмыштар булмай донъяла! Дим буйы ауылдарында халыҡ араһынан топонимия буйынса материалдар йыйып йөрөгәндә, үҙҙәрен ҡалмыҡ араһы тип танытҡан ҡарағусҡылыраҡ йөҙлө ағайҙар миңә лә осраны ул. Үкенес, был хәбәрҙе артабан төпсөп һорашып торорға ваҡыт тапмағанмын. Ләкин халыҡ хәтерендә һаҡланған бер генә мәғлүмәт тә осраҡлы булмай. "Һуңғы хан тураһында легенда" ауылдың хөрмәтле ағинәйе, 87 йәшлек Миңнехан нәнәй һөйләгән риүәйәттән тәфсирләнеп китә: "Беҙҙең ара ҡалмыҡ малайынан башлана. Уны башҡорт яугире Әбделҡадир ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ далаларынан алып ҡайтҡан. Малай менән иргә, бик күп ыҙа сигеп, бер йыл буйы оҙон юл үтергә тура килгән. Ә баланы бынан бик йыраҡта, ҡаҙаҡ далаларында, Арал диңгеҙе буйында табып алған яугир. Алтындан эшләнгән, аждаһа һүрәттәре менән биҙәлгән сәңгелдәктә ятҡан ул. Ә сәңгелдәк яңғыҙ ҡарағасҡа элеп ҡуйылған булған, ағас тирәһендә яу ваҡытында ҡырылған ырыуҙаштарының үле кәүҙәләренән башҡа бер кем булмаған. Ул сабый хан нәҫеленән булған икән, тип һөйләйҙәр ине".
Быға оҡшаш риүәйәттәрҙе беҙгә бүтән төбәктәрҙә лә ишетергә тура килә. Ни хәл итәһең, мең төрлө ауыр һынау аша үткән шул тарихыбыҙ. Ләкин был осраҡта беҙҙең өсөн Мәхмүт Сәлимовтың сал тарих төпкөлөнән ошо драматик яҙмыштың дауамын табыуы һәм шул тормош ваҡиғаһын художество күренешенә әүерелдереү оҫталығы әһәмиәтле. Алда бәйән ителгән риүәйәттең серен сисеүҙә авторҙың әлеге шул ҡыҙыҡһыныусанлығы, тарихи хеҙмәттәр менән танышыуы ярҙамға килә. Был хаҡта ул үҙе: "Ҡалмыҡ балаһының яҙмышы тураһындағы легенданың дауамы миңә, күп йылдар үткәс, башҡорт казактарының хәрби хеҙмәте тураһындағы архив материалдарын өйрәнгән ваҡытта осраҡлы рәүештә генә асылды", — ти. Тарих фәнендә Иакинф ата (Бичурин) тигән ғалимдың исеме яҡшы билдәле. Автор нәҡ уның тарихи хеҙмәттәрендә ҡалмыҡтарҙың 1771 йылда элекке ватандарына — Джунгарияға — ҡайтыу ниәте менән Волга буйынан көнсығышҡа табан ҡуҙғалып китеүе тураһындағы яҙмаларға юлыға. Шуның нигеҙендә мең башҡорттары араһындағы ҡалмыҡ нәҫеленең серле еп осо ошо поход ваҡытында ике генә йөҙ яугир менән арттараҡ ҡалып һәләк булған ҡалмыҡ ханы Галдан-Церенгә барып тоташҡанлығы хаҡында фараз барлыҡҡа килә. Әйтергә кәрәк, авторҙың был версияһы ышаныслы, тормошсан итеп тасуирлана, әҫәрҙәге мажаралы хәл-ваҡиғалар, Галдан-Церен, Әбделҡадир, Ибраһим тархан образдары уҡыусының иғтибарын тулыһынса биләп ала. Бында үтә лә тәьҫирле кино кадрҙарын хәтерләткән күпме эпизод бар! Дөйөм алғанда, әҫәрҙә башҡорт һәм ҡалмыҡ халыҡтары тарихының билдәһеҙ бер бите хаҡында бәйән ителә.
"Йәнтеүәл", "Мең башҡорттарының һабантуйында" хикәйәләрендә меңлеләрҙең Рәсәй дәүләтенә ҡушылыр алдынан үҙ ерҙәрен яҡлап Себер ханлығына һәм нуғай мырҙаларына ҡаршы көрәше сағылыш тапҡан. Был осраҡта ла автор халҡыбыҙҙың тарихи хәтеренә иғтибарлы булыуы менән күңелгә айырыуса яҡын. Хикәйәләрҙең аныҡ урынға, ергә, билдәле бер тарихи ваҡиғаға бәйле булыуы әҫәрҙең танып белеү йәһәтенән ҡиммәтен арттыра. Өфө эргәһендәге Чесноковка ауылының көньяғында алыҫтан күренеп торған Йыйын тауын ғына алайыҡ. Унда, батша тарафынан 1736 йылда тыйылғанға тиклем, меңлеләр йылына ике тапҡыр ҙур йыйындар үткәрер, мөһим ҡарарҙар ҡабул итер булған. Рәсәй дәүләтенә ҡушылыр алдынан да кәңәш ҡороу өсөн ошо Йыйын тауын һайлағандар. Ғөмүмән, Дим, Асылыкүл буйҙары — башҡорт халҡының рухи донъяһында мөһим урын алып торған үҙенсәлекле төбәктәрҙең береһе. Һоҡланғыс "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосы нәҡ ошо төбәктә ижад ителгән. Күпме легенда, риүәйәт, әкиәт, тәбиғәттәге серле күренештәр хаҡында хикәйәттәр һаҡлана Дим буйы башҡорттарының хәтерендә! Мәхмүт Сәлимовтың ижадында бындай мотивтарҙың урын алыуы бик тәбиғи. "Бала саҡ әкиәттәре" һәм "Дим әкиәте" тигән хикәйәләр нәҡ ошондай сюжеттарға ҡоролған. Боронғо ваҡытта Димдә йәшәгән ҡанатлы йылан-аждаһа тураһындағы легенда үҙе генә лә ни тора!
"Шәжәрә биттәре" ("Страницы родословной") хикәйәһе, бер яҡтан, меңлеләрҙең быуаттар төпкөлөнән килгән күркәм ғаилә йолалары менән һоҡландырһа, икенсе яҡтан, революциянан һуң халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн тигән һылтау менән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң ҡәҙерле мөлкәтен — бөтөн төр байлыҡтарҙан да ҡиммәтлерәк биҙәнеү әйберҙәрен — талап алыу кеүек йән әрнеткес күренеште тасуирлауы менән хәтерҙә ҡала. Бер генә ғаиләнән ике бот көмөш әйберҙе, Урал аҫылташтарынан эшләнгән биҙәүестәрҙе һыпырып алып сығып китһендәр әле, нисек йәнең әрнемәҫ? Асылда бер ыңғайҙан башҡорт халҡының көнкүреш сәнғәтен юҡҡа сығарыу сәйәсәте алып барылғандыр, күрәһең. Әсә кеше улына һөйләп ҡалдырған был тарихты. Нисек кенә үкенесле булһа ла, хәҙерге быуын бындай әсе хәҡиҡәтте белергә тейеш, сөнки тарих киләсәк өсөн барыбер һабаҡ бит ул.
Мәхмүт Сәлимовтың хикәйәләре бына ошондай уҡымлы, тәрән мәғәнәле, халыҡсан рухлы. Авторҙың был, белеүемсә, тәүге китаптары. Ҡайһы бер хикәйәләре асылда очеркты хәтерләтә. Ә ысын хикәйәсе булырға ынтылған кеше, минеңсә, был етешһеҙлектән ҡотолорға тейеш. Ошондай теләк менән тамамлағым килә затлы яҡташыбыҙ Мәхмүт Сәлимовтың бер юлы донъя күргән ике китабы тураһындағы һүҙемде.