Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер ғаиләлә — ике оҫта
Бер ғаиләлә — ике оҫтаАйратты "алтын ҡуллы" тиҙәр. Был ысынында шулай. Ул ағастан бик күп әйбер эшләй белә. Ҡыҙҙары Алһыу менән Миләүшә ул үргән тал сәңгелдәктә бәүелеп үҫте. Бәләкәй сананы ла матур итеп биҙәкләп атай кеше үҙе яһаны.

Стенаға элеү өсөн ағастан йышҡылап һәм соҡоп эшләнгән төрлө картина, гөл ҡуйыу өсөн яйланмалар, китап кәштәһе, балаларына буй етерлек кенә кейем шкафы — бөтәһе лә Айрат Флүр улының ижад емеше. Бал ҡорттары өсөн умарталар яһау ҙа — уның яратҡан шөғөлө. Моғайын, Айрат атаһынан күреп уҡ юнғандыр. Атаһы Флүр ҙә хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә машина йөрөтөү һәм хеҙмәт дәрестәрен алып барҙы.
Мансуров былар менән буш ваҡытында ғына шөғөлләнә. Ул Ҡаран мәктәбендә директор вазифаһын 30 йәшкә тиклем үк тарта башлағайны. Мәктәптә уны, Бер ғаиләлә — ике оҫтаинформатика уҡытыусыһын, уҡыусылар ярата, етәксе булараҡ коллегалары хөрмәт итә.
Тормош юлдашы итеп үҙебеҙҙең райондың Хажимән ауылы ҡыҙын һайланы. Зөлфиә Йәмил ҡыҙы БДУ-ның филология факультетын тамамлаған, декрет ялына киткәнсе мәктәптә татар һәм инглиз телдәрен уҡытты.
Зөлфиә ырғаҡ менән бәйләргә оҫта. Күңелен һалып ҡыҙҙары өсөн костюм, күлдәк, ойоҡбаштар бәйләй. Туғандарын, дуҫтарын үҙе бәйләгән әйберҙәрен бүләк итеп ҡыуандыра.
Мансуровтар быйыл йорт бөтөрөп, өй туйларға ниәтләй. Уларҙың нигеҙе ныҡ, тормоштары матур буласағына ауылдаштарҙың иманы камил.


Автор: Сания ШӘРИПОВА. Бүздәк районы, Уран ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә