Айратты "алтын ҡуллы" тиҙәр. Был ысынында шулай. Ул ағастан бик күп әйбер эшләй белә. Ҡыҙҙары Алһыу менән Миләүшә ул үргән тал сәңгелдәктә бәүелеп үҫте. Бәләкәй сананы ла матур итеп биҙәкләп атай кеше үҙе яһаны.
Стенаға элеү өсөн ағастан йышҡылап һәм соҡоп эшләнгән төрлө картина, гөл ҡуйыу өсөн яйланмалар, китап кәштәһе, балаларына буй етерлек кенә кейем шкафы — бөтәһе лә Айрат Флүр улының ижад емеше. Бал ҡорттары өсөн умарталар яһау ҙа — уның яратҡан шөғөлө. Моғайын, Айрат атаһынан күреп уҡ юнғандыр. Атаһы Флүр ҙә хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә машина йөрөтөү һәм хеҙмәт дәрестәрен алып барҙы.
Мансуров былар менән буш ваҡытында ғына шөғөлләнә. Ул Ҡаран мәктәбендә директор вазифаһын 30 йәшкә тиклем үк тарта башлағайны. Мәктәптә уны,
информатика уҡытыусыһын, уҡыусылар ярата, етәксе булараҡ коллегалары хөрмәт итә.
Тормош юлдашы итеп үҙебеҙҙең райондың Хажимән ауылы ҡыҙын һайланы. Зөлфиә Йәмил ҡыҙы БДУ-ның филология факультетын тамамлаған, декрет ялына киткәнсе мәктәптә татар һәм инглиз телдәрен уҡытты.
Зөлфиә ырғаҡ менән бәйләргә оҫта. Күңелен һалып ҡыҙҙары өсөн костюм, күлдәк, ойоҡбаштар бәйләй. Туғандарын, дуҫтарын үҙе бәйләгән әйберҙәрен бүләк итеп ҡыуандыра.
Мансуровтар быйыл йорт бөтөрөп, өй туйларға ниәтләй. Уларҙың нигеҙе ныҡ, тормоштары матур буласағына ауылдаштарҙың иманы камил.