Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, танылған журналист Тәнзилә ҮЛМӘҪБАЕВА Күгәрсен районының Әлмәс ауылында тыуған. Мораҡтағы 2-се урта мәктәпте тамамлаған, Башҡорт дәүләт университетында белем алған, артабан уҡыуын Мәскәү дәүләт университетында дауам иткән. 1988 йылда "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар студияһында эш башлаған, әле – баш мөхәррир вазифаһында. Юбилейы уңайынан Тәнзилә Абдулла ҡыҙы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Хәбәрселәр һәр саҡ яңылыҡҡа ынтыла, эҙләнеү юлында. Журналист булыу өсөн ошо сифаттар күңелдә бәләкәйҙән ятырға тейешме, әллә уларҙы ваҡытында үҫтерә белеү кәрәкме?
– Әҙәм балаһында эҙәрмәнлек, яңылыҡ тыуҙырыу ише заманса сифаттар йә бар, йә юҡ. Булмағанды табыуы мөмкинме икән? Ысынында ул күңелеңдә ятырға тейеш, ошо ҡуҙҙы терелтеп ебәреү инде – бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Кем әйтмешләй, журналист уҡып ҡына ала торған һөнәр түгел.
– Журналист – шул уҡ ижадсы. Ә бына ижад кешеләренең күңел ишектәрен асырға ярҙам итеү өсөн, һеҙҙеңсә, тәүге аҙым ниндәй булырға тейеш?
– Берәүҙең әйберенә кескенә төҙәтмә лә етә – ул шуны тиҙ генә күңеленә һеңдереп ҡуя. Икенселәр бүтән төрлө кәңәш-төңәшкә мохтаж. Дипломлы белгестең үҙе менән күп нәмә бәйле, ул кемгә һәм ни өсөн хеҙмәт итеүен яҡшы аңларға тейеш. Ә беҙҙең бурыс – дөрөҫ йүнәлеш биреү.
– Тура эфир йыйнаҡлыҡты, ҡыйыулыҡты талап итә. Әңгәмә барышында бигерәк тә кемдәр һеҙҙә һоҡланыу уятты?
– Ғөмүмән, тура эфирға саҡырылған ҡунаҡтарҙан, эксперттарҙан уңғанмындыр, тип уйлайым. Ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар алып барҙым. Айырыуса был өлкәлә теүәллек ҙур әһәмиәткә эйәлер, минеңсә. Геройҙарым — әле республикабыҙҙа танылған ир-уҙамандар, билдәле шәхестәр. Төплө һүҙле, үҙ фекерен яҡлай белгән, позицияһынан тайпылмаусы Зөфәр Еникеев, Мансур Әйүпов, Фәнил Фәйзуллин һәм башҡаларҙы күҙ уңында тотам. Минең ярты эшемде эшләнеләр, бик еңел ине улар менән. Моғайын да, һаран һүҙлеләрҙе саҡырмағанмындыр, сөнки үҙем йомоҡмон, күп һөйләргә яратмайым, ә бына тыңларға әүәҫмен. Әгәр аныҡ ҡына һорау бирһәң, аралашҡан кешегә шул да етә. Журналисҡа әңгәмәсеңде тыңлау һәләтен үҫтерә белеү зарур – күҙ ҡарашы аша, ым-ишара ярҙамында...
– Заманында "Мосафир" тапшырыуы һәр саҡ көтөп алынды. Уны тергеҙеү тураһында уйламайһығыҙмы?
– Журналист даими үҫергә тейеш. Бер генә һуҡмаҡтан атлау ялҡытмай, ләкин күп нәмәнән мәхрүм итә. Ижтимағи-сәйәси темаларҙан тыш, бүтәндәре лә ҡыҙыҡһындырҙы. Шуға күрә үҙ үҙәнемде эҙләнем. Аңлы рәүештә социаль тормош, ҡыҙыҡлы шәхестәр, уларҙың бынамын тигән йәшәйеше тураһында тапшырыу әҙерләүҙе ниәт итеп алдым. Мосафир – изгелек ҡылыусы ул. Донъяла изге ғәмәл ҡылыусы шәхестәрҙе, эргә-тирәләгеләрен ҡайғыртҡан хәстәрлекле йәндәрҙе, мәртәбәле яҙмышлыларҙы, яҡты эҙ ҡалдырыусыларҙы эфир киңлектәренә сығарҙым, күбеһе Башҡортостандан ине.
Яңыраҡ коллегаларым менән һөйләшкәндә был турала Зөлфиә Рәхмәтуллина ла шундай фекерен белдергәйне. Әлбиттә, кәрәк. Күптәрҙе белеп еткермәйбеҙ бит. Донъяны шәп кешеләр тота, иманым камил. Улар үҙҙәре хаҡында бик һөйләп тә бармай. Шундайҙарҙы таба белеү, халыҡ менән таныштырыу, өлгөлө яҙмышын күрһәтеү – хәбәрсенең йәнә бер һәләте.
– Радионан әйтелгән һүҙ осто-китте, мәҡәлдәгесә, елде яландан эҙләп ыҙалама. Ә бына гәзиттә улай түгел, уны ҡабаттан ҡулға тотоп ҡарау-тикшереү мөмкинлеге ҙур. Берәй яңылышлыҡ китһә, әллә күпме ғауға сыға...
– Ә мин киреһенсә уйлайым: беҙҙә эш күпкә ҡатмарлыраҡ. Гәзиттә мәҡәлә бер нисә ҡул аша үтә һәм бик һирәк осраҡта ғына хата китәлер. Радиола тура эфирҙағы журналистың ауыҙынан көтмәгәндә, үҙе лә һиҙмәҫтән, әйтергә ярамаған һүҙ ысҡыныуы ихтимал. Шуға күрә ул телмәренә үтә яуаплы ҡарарға тейеш. Тура эфир – даими баҫым ул. Журналист унан ифрат арып сыға.
– Тәнзилә Абдулла ҡыҙы, журналистар премияһы һеҙгә яҡташтарығыҙға дан йырлауға ҡоролған иң уңышлы материалдарығыҙ өсөн тапшырылды. Илһөйәрлек тойғоһон нисек аңлайһығыҙ?
– Минең өсөн Күгәрсен – иң гүзәл, иң матур төбәк. Бөтә аҫыл заттар ҙа шул тарафта йәшәгән кеүек. Ошо данлы төбәктең бер балаһы булыуыма ҡыуанам. Ғүмерем буйы яҡташтарым тураһында тапшырыуҙар әҙерләнем. Тыуған төйәгем менән тығыҙ бәйләнештәмен. Һәр кемебеҙҙең тыуған ере алдында бурысы бар, уны үтәргә кәрәк.
– Башҡорт журналистикаһына ниндәйерәк баһа бирер инегеҙ? Үҫешкәнме, йомшаҡ яҡтарын күрәһегеҙме?
– Уны юғары кимәлдә тип әйтәм. Быны фекерҙәштәрем дә ҡеүәтләр. Беҙҙең өсөн сағыштырып ҡарау мөмкинлеге ҙур. Шул уҡ мәғлүмәт сараларының һанын алһаҡ та, радио-телевидениены ғына күҙ уңында тотһаҡ та, тапшырыуҙарҙың кимәле һәм төрлөлөгө буйынса ҡарағанда ла. Әгәр элек башҡортса иркенләп һөйләй алмаһаҡ, бөгөн, шөкөр, был тәңгәлдә хәлдәр һәйбәт. Хәҙер ҡағыҙҙан уҡымайбыҙ, ә борон раҫланған текстан ситләшмәү төп шарт ине. Һүҙ азатлығы бар, әммә этика күҙәтелергә тейеш. Шунда ғына журналистың фекерләү ҡеүәһе үҫә, яҙыу кимәле күтәрелә, һәр яҡлап даирәһе киңәйә. Үҙебеҙҙе Ер шарына таныттыҡ, беҙҙе хәҙер тотош донъя тыңлай. Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙан йыш ҡына еңеү менән ҡайтабыҙ.
Шулай ҙа башҡорт журналистарын әҙерләү тәңгәлендә проблемалар юҡ түгел. Иң бәкәлгә һуҡҡаны – бөгөн республикабыҙҙа радиожурналистикаға өйрәткән юғары уҡыу йорто булмауы. Шул бушлыҡты тултырыу маҡсатында Телеүҙәктә оҫталыҡ дәрестәре уҙғарабыҙ. Белгестәр һәр журналист менән айырым шөғөлләнә, уның мөмкинлектәре самалана, шул рәүешле һәләтен асабыҙ. Аҙаҡтан ғына эшкә ҡабул итеү тураһында уйлашабыҙ. Йәштәр күп килә. Егет һәм ҡыҙҙарҙы эшкә конкурс нигеҙендә алабыҙ, артабан һәр береһе шымара, оҫтара, үҫә.
– Тормоштамы йәки хеҙмәт күрһәткән урынығыҙҙамы ҡырҡа боролош яһаған мәлдәрегеҙҙе иҫләйһегеҙме?
– Теләгән саҡтарым ғына булды. Һүҙ ҙә юҡ, холҡом буйынса бындай аҙымды яһай алам. Әйтәйек, алдан планлаштырылмаһа ла, ҡушһалар, иртән иртүк тороп командировкаға сығып китеү миңә бер ни тормай. Ҡайҙа юлланыу мөһим түгел. Әммә шәхси яҙмышымда ҡырҡа боролоштар яһаманым, йыйынмайым да. Ҡатын-ҡыҙ барыһын да төптән уйлап хәл итергә тейеш.
– Һеҙ "Слава труду" (Күгәрсен районы) баҫмаһында сынығыу алғанһығыҙ, мәртәбәле "Башҡортостан" гәзитендә ҡәләм сарлағанһығыҙ. Гәзит уҡыусыларға теләктәрегеҙ...
– Журналистикала иң ҡыҙыҡһындырғаны – ябай халыҡ проблемаларының хәл ителеше. "Башҡортостан"дың социаль бүлегендә танылған журналист Гөлфиә Янбаева (бөгөн "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире) етәкселегендә практика үттем, ул саҡта баш мөхәррир бөгөнгө күренекле дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән, ғалим Мансур Әйүпов ине. Тап ошо осорҙа хәбәрсенең уҡыусыға, тыңлаусыға яҡын булырға тейешлеген аңлағанмындыр. Халыҡ ихтыяжына хеҙмәт иткәндә генә беҙҙең һөнәр кәрәкле һәм мәртәбәле буласаҡ. Бөгөн мәғлүмәтте төрлө сығанаҡтан алырға мөмкин. Баҫмалар менән танышып барыу, радио тыңлау, телевизор ҡарау, Интернетта ҡаҙыныу һәммәбеҙгә заман менән бергә атларға ярҙам итә. Киләсәктә лә һәр береһе менән бергә ҡалайыҡ.
– Тәнзилә Абдулла ҡыҙы, юбилейығыҙ мөбәрәк булһын. Киләсәктә лә әлегеләй ихласлыҡ ташламаһын, һаулыҡта йәшәргә яҙһын!
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры: – Сабыр, тыйнаҡ, шул уҡ ваҡытта тәрән фекерле һәм нескә хисле Тәнзилә Абдулла ҡыҙының эшкә һәләтлелегенә хайран ҡалырлыҡ. Уны милләттең мәрхәмәтле, һөйкөмлө ҡыҙы тип атар инем. Сөнки Тәнзилә һылыу күңелемдә илаһи нур булып йәшәй. Иҫ киткес яуаплы, үҙ эшенә мөкиббән ғашиҡ кеше, унда тәрән аҡыл, күңел сафлығы бар. Һәр эше күңелгә моңло бер йыр төҫлө ағыла. Тәнзилә Абдулла ҡыҙына ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, ул тәүҙә һине ихлас тыңлай, аҙаҡ иһә кәңәштәрен әйтә. Журналистар араһында иң хөрмәт иткән, аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе.
Зөфәр ЙӘНӘКӘЕВ, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе: – Тәнзилә Абдулла ҡыҙы менән яҙмыш беҙҙе уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында осраштырҙы. Илдә шундай ауыр, болғаныш, үҙгәреш осоро… Мин аспирантура тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында эшләп йөрөй инем, ә Тәнзилә һеңлекәш – радиола хәбәрсе. Ошо дәүергә үҙенә күрә романтика хас ине, бик ҡыҙыҡ та булды. Етмәһә, минең диссертация темаһы ла үҙгәртеп ҡороу осоро менән бәйле булғанға, йыш ҡына радио тулҡындары аша сығыш яһарға тура килде. Халыҡ ихтыяры ғәмәлгә ашырылырға тейеш тигән принцип менән йәшәнем. Ошо йүнәлештә тура эфирҙа әңгәмәләр ҙә булды. Ул ваҡытта дөрөҫ һүҙ әйтмәһәң, һине төрмәгә лә ябырға әҙерҙәр ине, тикшереү көслө. Әммә беҙ ҡурҡманыҡ, барыбер ғәҙеллек, халыҡ мәнфәғәте яҡлы булдыҡ. Шунан Тәнзиләнән һорайым: “Һеңлекәш, был сығышты эфирҙа үткәреп булырмы икән?” “Эй, Зөфәр ағай, борсолма, үткәрәбеҙ ул”, – тип ышаныслы яуап бирә торғайны.
Шулай йылдар үтте, тормош үҙгәрҙе, республикабыҙ яңы һулыш алды. Тәнзилә һылыу ҙа үҙ эшендә лайыҡлы урынын тапты, баш мөхәррир вазифаһына күтәрелеп, бөгөн уңышлы ғына эшләп йөрөй.
Көслө рухлы, белемле, ҡыйыу журналист булып минең күңелдә йәшәй ул. Уның тормошо өсөн бик ҡыуанам.