Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡар-буранлы һынау
Ҡар-буранлы һынауҠайһы бер урындарҙа юлсылар үҙ бурысын үтәргә әҙер булмай сыҡты

Эшкә йәйәү генә йөрөйөм. Көн һайын йөҙәр меңләп машина тегеләй-былай сапҡан Өфөлә был — ҙур бәхет. Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә бәйле юлда тығындар барлыҡҡа килгәндә айырыуса шатландыра. Үҙегеҙ беләһегеҙ: епшек ҡар, буран, боҙлауыҡ була ҡалһа, йә ҡапыл иретеп ебәрһә, баш ҡалала автомобилдәр хәрәкәте туҡтай ҙа ҡуя бит.
Әммә бөгөн йәйәүләп килеүем дә бик шатландырманы. Ихаталар аша тура сығам тигәйнем, тәүгеһенә инеп китеү менән ысын мәғәнәһендә баттым. Бала саҡта ауылда тубыҡтан ҡар ярып мәктәпкә барғаным хәтергә төштө. Меҫкен автоһәүәҫкәрҙәр машиналарын ҡаҙып ала, тәҙрәһен таҙарта. Бер мөйөштә ике ир “тимер ат”ын этеп сығарырға маташа, тегенеһендә ҙурырағы бәләкәсен арҡан менән таҡтырып һөйрәй...
Тәүге ихатала уҡ биш минуттан ашыу ваҡытты әрәм иткәс, икенсеһенә инмәй, тротуарҙан барырға тигәйнем, бында ла хәлдәр шәптән булмай сыҡты.
Эйе, март, һәр йылдағыса, “күңелле” башланып китте. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн йола буйынса аҡман-тоҡман менән ҡаршыланы республика. 7-8 март көндәре халыҡ ҡала урамдары араһында “осоп” ҡына йөрөнө — шул тиклем көслө ел иҫте. Бурап-бурап яуған ҡар хәлде күпкә ауырлаштырҙы. Байрамға ауылға йүнәлгәндәр өсөн дә ҙур һынау булды. Ә трассала... мәхшәр!
Көслө бурандың туҡтауына инде ике көн үтһә лә, юлдар һаман тәртипкә килмәгән. Үҙәк урамдан саҡ ҡына ситкә сыҡһаң, машиналар бысраҡ ҡар бутҡаһына бата, ә асфальттағы боҙ болғата ғына. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әлеге ваҡытта Өфөлә 300 берәмек махсус техника эшкә сыҡҡан. Баш ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Николай Плотников әйтеүенсә, техника бөтә ҡеүәтенә эшләй. “Тәү сиратта йәмәғәт транспорты үткән һәм социаль объекттарға — дауаханаларға, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә илткән юлдарҙы таҙартабыҙ. Аҙаҡ ихата янындағы биләмәләргә күсәсәкбеҙ”, — тине ул.
Күп ҡар ҙур фажиғәгә лә сәбәпсе булды: Дыуан районында 13-12 йәшлек ике баланың ғүмере өҙөлдө. Тау шыуырға киткән малайҙар ҡар аҫтында ҡалған һәм “тотҡон”дан сыға алмаған.
Ә. ӘЙҮПОВА.
Өфө ҡалаһы.


* * *
Быйыл тәбиғәтебеҙ Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамын “сюрприз” менән ҡаршыламаҡ булған икән: 6 мартта кис башланған көслө ел иртәгәһенә аҡман-тоҡман алып килде.
Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр райондарында 7 март төнөндә һәм байрам көндө айырыуса ҡоторған буран тау эргәһенән үткән; һөҙәк, соҡорораҡ, шулай уҡ асыҡ урындарҙа ҡарҙы тығыҙлап, һылаштырып һалды.
Шуныһы ғәжәп: радио һәм телевизорҙан ғәҙәттән тыш хәл буласағы тураһында иҫкәртеү булһа ла, байрамға тыуған ауылдарына, ҡунаҡҡа ашыҡҡан кешеләр икеләнеүһеҙ юлға сығып, һөҙөмтәлә ҡамалып ҡалды. Бигерәк тә 7-һе төштән һуң һәм кис Өфөнән автобуста, таксиҙа, үҙ машиналарында ҡайтыр юлға сыҡҡан студенттар ата-әсәләренең күңелен хафаға һалды. Мәләүез һәм Күмертау ҡалалары араһындағы Ира ҡасабаһы боролошона тиклем бигүк мажараһыҙ килеп еткән пассажир транспорты артабан Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин, Ҡалдар, Воскресенск, Мораҡ ауылдары йәнәшенән үткән Ира — Магнитогорск оло юл трассаһын тулыһынса ҡаплаған көрт араһында һәм ап-аҡ стена булып яуған ҡар өйөрмәһендә ҡамалып ҡалды. Иртәгеһен таксистар бәйән итеүенсә, һәләкәткә тарыған, юлдан ситкә осоп, ҡар аҫтында күмелеп ҡалған йөк машиналары, автобус һәм еңел автомобилдәр аҙым һайын осраған. Шундай хәүефле юлды ауырлыҡ менән үтеп, өйҙәренә иҫән-аман ҡайтып еткәндәрҙең хәтерендә был көн оҙаҡ һаҡланыр, моғайын. Ә Ира боролошона килеп еткәндәрҙең күбеһе бәхетен икенсе юлда һынап ҡарамаҡ булған: Мәләүезгә кире боролоп, Ағиҙелдең аръяғында урынлашҡан ауылдар аша Күгәрсен районының Йомағужа ауылына етеп, унан тағы ла Ира — Магнитогорск трассаһына төшөп, иҫән-һау ҡайтып еткәндәр.
Шуны әйтергә кәрәк: алда атап үтелгән райондарҙың юл төҙөү-ремонтлау идаралыҡтары коллективы өсөн ҡышҡы ғәрәсәт көтөлмәгәнлек булманы. Буран менән көрәшеү өсөн алдан көслө техника әҙерләнеп, механизаторҙар, водителдәр, башҡа техник хеҙмәткәрҙәр, әйтерһең дә, фарман ғына көтөп торған. Мәҫәлән, Ейәнсура идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Рәүеф Сәғитовтың һүҙҙәренсә, 7-һенән 8 мартҡа ҡараған төндә дежур телефонға шылтыратып, Күгәрсен — Сиреғол юлы өҙөлгәнлеген хәбәр итәләр: 5-се километрҙа тауҙан ҡар ишелеп төшкән. Махсус техника шунда уҡ юлға сыҡҡан һәм таңға тиклем Күгәрсен, Байдәүләт, Сиреғол, Саҙалы, Ибрай ауылдары араһын тәртипкә килтергән.
Әбүләйестән дә төнгө 12-лә ярҙам һорап шылтыратҡандар. Идаралыҡтың Малиновка участкаһынан да “К-700” тракторы ярҙамға ашыға һәм артабан Иҙәш менән Үтәғол ауылдары араһында эшен дауам иткән.
Ира — Магнитогорск трассаһының 46,6 саҡрымлыҡ Күгәрсен — Йылайыр юл участкаһында икешәр “КамАЗ” төнгө һәм көндөҙгө патруль эшен өҙлөкһөҙ башҡарған.
Район эсендәге Семиколенка һәм Хәсән тауҙары аша һалынған юлдар, Малиновка, Яңыбай ауылдарына илткән юл участкалары бындай шарттарҙа ғына түгел, ғөмүмән, боҙлауыҡ, ҡойма ямғыр йонсотҡан осорҙа, яҙлы-көҙлө ауырҙарҙан һанала. Шуға күрә уларҙы тәртиптә тотоу айырым иғтибар һәм көс талап итә. Юл хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә йөкмәтелгән яуаплы бурысты лайыҡлы башҡара. Хәйер, Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарында буран әле лә тынмай — юл төҙөү-ремонтлау идаралығының берҙәм коллективы өсөн тынғыһыҙ көндәр тамамланмаған әле.
Р. МӘХИЙӘНОВА.
Ейәнсура районы.


* * *
Һуңғы тәүлектәр республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә ныҡ ҡарлы-буранлы булды, тип әйтеп булмай. Барлыҡ ҡала һәм райондарҙа үткән яуым-төшөм, һепертмә буран предприятие һәм ойошмаларҙың көндәлек эшенә, коммуналь хеҙмәттәр эшмәкәрлегенә әллә ни йоғонто яһаманы – улар барыһы ла ғәҙәттәге тәртиптә үҙ бурысын үтәүҙе дауам итә.
Нефтекама, Яңауыл һәм Ағиҙел ҡалалары автовокзалдарынан Өфөгә, республиканың башҡа төбәктәренә, яҡын-тирәләге район үҙәктәренә һәм ауылдарға, шулай уҡ күрше өлкәләргә йөрөүсе маршрут автобустары хәрәкәтендә лә бер ниндәй сикләү юҡ.
Юл хеҙмәте эшсәндәре машина күп йөрөгән трассаларҙы, ҡала һәм район үҙәктәрендәге төп транспорт “артериялары”н хәүефһеҙ хәрәкәт тәьмин итерлек хәлгә еткереү өсөн барлыҡ тырышлығын һала. Бының өсөн улар, булған техниканы эшкә ҡушып, уны юғары етештереүсәнлек менән файҙалана, юлдарҙы һәм урамдарҙы таҙартыу иртәнге сәғәттәрҙә бигерәк тә әүҙем алып барыла.
Әлбиттә, барыһы ла уңай ғына бара тип тә әйтеп булмай. Мәҫәлән, Нефтекама урамдарын таҙартыу һәм тәртиптә тотоу эштәрен, электрон аукционда еңеп сығып, Иркутск өлкәһенең Ангарск ҡалаһында теркәлгән “Альфа-Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Был ойошманың бер айҙан ашыуыраҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре, шулай уҡ юлдарҙы таҙартыу буйынса көндәлек “тырышлығы” менән ҡала етәкселеге лә, машина йөрөтөүселәр ҙә бигүк ҡәнәғәт түгел: йыйылған ҡарҙы ситкә алып сыҡмайынса юл ситенә генә эттереү һөҙөмтәһендә ҡайһы бер урамдар тарайып ҡалды, юл саттарында боролош яһау ҡыйынлыҡ тыуҙыра.
Ҡайһы бер машина хужаларының “ҡорос ат”тарын юл буйында, бигерәк тә кварталдар эсендә һәм подъездар алдында төнгөлөккә ҡалдырыуы юл таҙартыусы хеҙмәт эшенә ныҡ ҡамасаулай.
А. НУРЕТДИНОВ.
Нефтекама ҡалаһы.


* * *
Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Сибай автовокзалы гөрләп торҙо. Юҡ, һис тә гүзәл затҡа хөрмәт йөҙөнән түгел, ә төрлө йүнәлештәге автобустарҙың юл булмау сәбәпле йөрөй алмауынан.
Иң күп пассажирҙар йөрөтөүсе Сибай — Күсей, Сибай — Ҡарамалы автобустары бөгөнгә тиклем рейсҡа сыға алмай. Юлдарҙағы ҡар һырынтылары, көн һайын һепертмә буран булыуы кәртә уларға. Хәйер, ауылдарҙың күпселегендә юл таҙартыу бурысы биләмә хакимиәте башлығы иңенә ятҡанлығын иҫкә төшөргәндә, уларҙың тиҙ арала асылырына ышаныс та юҡ.
Байрам көндәрендә хатта Баймаҡ ҡалаһына барыу ҙа оло мәшәҡәт тыуҙырҙы: буран арҡаһында рейстар ҡыҫҡартылды, халыҡ күп, һәр береһе кәрәкле еренә ашыға. Сысҡанға — үлем, бесәйгә — көлкө, тигәндәй, таксистар өсөн был мәхшәр табышлы көнгә әйләнде. Бер-береһен уҙып, хаҡты өсләтә арттырыусылар күбәйҙе. Хәүефһеҙлек хаҡында ла уйламай, юлға сыҡтылар. Ҡала янындағы ҡасабаларға йөрөүсе автобустарҙың, тейешле туҡталыштарға барып етә алмай, кире ҡайтҡан осраҡтары ла теркәлде.
Әле Сибай ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы эшселәре бар көсөн һалып урам таҙарта, иртәнсәк ҡасабаларҙыҡын һөрөп бөткәйнеләр. Магнитогорск – Ира йүнәлешендәге трассаға байрам көндәрендә көсөргәнешле эшләгән юлсылар ҡар бөртөгө төшөрмәне тиерлек. Бөгөн Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарының иң төпкөл ауылдарына ғына юл юҡ. Район етәкселәре белдереүенсә, көндәр яҡшы тороп, йәнә буран ҡотормаһа, шаршамбыға тиклем бар ауылдар ҙа юллы буласаҡ.
К. УСМАНОВА.
Сибай ҡалаһы.


* * *
8 Март байрамы алдынан ауылға ҡайтабыҙ тип, ҡатын менән йүгереп-йүгереп бүләк, күстәнәстәр һатып алабыҙ. Сумкалар, «тимер ат» әҙер. Тик… ауылға ҡайтыу түгел, ҡаланан да сығып китеп булманы был көндө. Әсәйҙәрҙе телефондан ғына ҡотлап, күстәнәстәрҙе үҙебеҙ ашауҙан башҡа сара ҡалманы.
Бер беҙ генәме ни — бөтә республиканың бәкәленә һуҡты туҡтамаҫ ҡар. Бигерәк тә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә, юл таҙартыусыларға ауырға тура килде.
Әйтәйек, Ишембай районында байрам алдынан автобус бәйләнеше барлыҡ йүнәлештәр буйынса тиерлек өҙөлөп торҙо. Күршеләрҙә лә шул уҡ хәл – ауылдарға юл юҡ. Етеһе ҡайтаһы ҡунаҡтар байрам табынына саҡ өлгөрҙө, мәҫәлән, әлеге райондың Түбәнге Әрмет ауылында. Ә ошо ваҡытта юл таҙартыу буйынса эштәр бер минутҡа ла өҙөлмәне.
…Байрам үтте, ҡар туҡтаны, эште лә бөттөк, тип шатланып та өлгөрмәне юл таҙартыусылар — ял кисендә йәнә ҡышҡы күктең төбө “тишелде”. Был юлы ҡасанға тиклем яуыр икән?
Р. МАНСУРОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872